Аҡ теләктәргә ҡойондо “Аҡмәсет” Рәхмәт ауылы һуңғы осорҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. 2006 йылда яңы мәктәп асылғандан башлап халыҡтың йәшәү рәүеше айырыуса йәнләнде: мәҙәниәт йорто гөрләп эшләй, газ торбалары һалына башланы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңыш йылмайҙы... Күптән түгел иһә изге ерҙә иман йорто ла асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
ТАРИХ ҺЫЙҒАН ЙӨРӘКӘнүәр ағайҙың арабыҙҙан китеүенә ышанып та бөтә алмайым әле. Ул бит тарихтың үҙе өйрәнгән тармағын биш бармағы кеүек белгән ғалим ғына түгел, иҫ китмәле оло йөрәкле шәхес, ысын башҡорт зыялыһы ине. Башҡорт ауылдары, башҡорт ғаиләһе, башҡорт тархандары, башҡорт ҡатын-ҡыҙы хаҡындағы тарихи мәғлүмәттәрҙе, кантон идара итеү системаһы тураһындағы факттарҙы, фекерҙәрҙе алдыбыҙға мәҡәлә, китап итеп һалып, беҙҙең күҙебеҙҙе асты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Марат МУЛЛАҒӘЛЛӘМОВ:  «Хәҡиҡәтте яҙһындар» 1945 йылдың 9 майынан һуң әллә күпме ваҡыт үтһә лә, Бөйөк Еңеү көнөнөң ҡәҙере кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Әммә бер нәмә генә үкенесле: беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк иткән һуғыш ветерандары, ошо матур көндө тиҙерәк яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған тыл хеҙмәтсәндәре сафының һирәгәйеүе йәнде өтә. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Сабит улы МуллағәлЛәмов менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ — ветерандарыбыҙ һәм уларҙың бөгөнгө тормошо тураһында.
– Марат Сабит улы, бөгөн Башҡортостанда күпме Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй?
– Бөтәһе биш меңгә яҡын, шул иҫәптән уларҙың 600 тирәһе — ҡатын-ҡыҙ. 52 мең кеше – тыл эшсәне. Әйткәндәй, 210 ветеран Өфөлә үткәрелгән Бөйөк Еңеү байрамында ҡатнашты.
– Уларҙы бөгөн, нигеҙҙә, ниндәй мәсьәләләр борсой?
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моң иленә сәфәр Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларҙы йыл һайын төрлө жанрҙағы йөкмәткеле тамашалары, башҡорт һәм татар сәнғәте йондоҙҙарының концерттары менән ҡыуандыра. Быйылғы 75-се ижад миҙгеле филармония өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға айырыуса бай булды. Мәшһүр композитор, филармонияға исеме бирелгән Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығына арналған тамаша, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы күренекле халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың,
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән... Былтыр республикабыҙҙа 59 260 бәпес донъяға килеп, шунса ғаиләне генә түгел, бөтә йәмәғәтселекте ҡыуандырҙы. Ни тиһәң дә, элгәрге йылдағынан 80 сабыйға күберәк тә баһа.
Ә бит был һандың йәнә 457-гә артығыраҡ булыуы ихтимал ине. Ҡыҙғаныс, бер йәшкә тиклемге шунса бала яҡты донъяға килеп тә йәшәй алманы, ә күпме ата-әсә көтөп алған сабыйын һөйөү шатлығынан мәхрүм булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер кешеһенең яҙмышы уйға һала– Ауылда ҡалып ҡуймағыҙ, беҙ толланған да еткән! Уҡығыҙ, кеше булығыҙ! Беҙҙең кеүек бер тинһеҙгә һеперелеп йөрөмәгеҙ!..
Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, бала сағы һуғыш йылдарына тура килеп, ауырлыҡты күп күргән, тормошҡа әллә ни зарланып бармаған инәйемдең эш хаҡы алған мәлдәрҙә шулай тип ҡабатлағаны хәтерҙә ҡалған.
– Әллә күпме сөгөлдөр тапшырҙыҡ, атайың оҙон көн буйы колхоз эшенән ҡайтып инә белмәй. Исмаһам, был айҙа эш хаҡы һәйбәт булырмы икән тиһәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман ҡаҙанышы Өфөлә ядро медицинаһы үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән “УК “РОСНАНО” идараһы рәйесе Анатолий Чубайс ҡатнашты.
Яман шеш афәте йәмәғәтселекте ҙур хәүефкә һала. Яңы йәшәй башлаған сабыйҙарҙы ла, өлкәндәрҙе лә аямай ул. Республикабыҙҙың баш ҡалаһында асылған ПЭТ-үҙәктең төп маҡсаты – ошо ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау,
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лилиә Мәжитоваға ышаныс күрһәтелде Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Лилиә Мәжитованы республика иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Лилиә Марс ҡыҙы Мәжитова 1958 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү технология институтын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.
1980—2000 йылдарҙа Мәскәү технология институтының Өфө филиалында кафедра ассистенты, Өфө технология сервис институты кафедраһында өлкән уҡытыусы, ошо уҡ институттың Бөрө факультеты деканы, Бөрө координация үҙәге директоры булып эшләгән. 2001—2007 йылдарҙа — Бөрө ҡалаһы һәм районының хакимиәт башлығы урынбаҫары. 2007 йылдан әлегә тиклем — Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Доғалы йортҡа Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте инер — Мосолман атрибутикаһы йылдан-йыл күберәк һатыла. Уларҙы ҡулланыуға нисек ҡарайһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ошондай әйберҙәрҙе йорттоң диуарына йәки машина эсенә элеп ҡуйыр алдынан мәсеттә айырым доға уҡытып алырға кәрәкмәйме?
А. ЗАҺИТОВ.
Өфө районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Донъяла бик күп төрлө яҙыу бар. Уларҙың һәр береһе айырым хикмәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһыларының күңелгә тәьҫире һиҙелмәй ҙә кеүек, икенселәре иһә ниндәйҙер сихри көсө менән арбай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғалимдың рухи һәм фәнни мираҫы Ошо көндәрҙә Марат Хәләф улы Минһажетдиновҡа 80 йәш тулған булыр ине. 38 йәшенең ун йылын ғына ижадҡа арнап өлгөрҙө ул. Ошо арауыҡта ғына йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт – әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, рефераттар – яҙылған, китаптар, монографиялар, дәреслектәр ташҡа баҫылған, халыҡ ижады өлгөләренән тиҫтәгә яҡын томлыҡтар, йыйынтыҡтар төҙөлгән.
Беҙ Марат Хәләф улының әҙәбиәт белгесе булараҡ ғилми эшмәкәрлеге хаҡында күп яҙҙыҡ, ижад лабораторияһын өйрәнеп, уның әҙәби мираҫына теоретик планда “Ижади маһирлыҡ” исемле китап та нәшерләнек. Был хеҙмәт ғалимдың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы донъя күргәйне. Бөгөн уның мәшһүр педагог-фольклорсы маһирлығын уҡыусыға еткерге килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1056 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына