Халҡыбыҙға бер бүләк ине Динис Бүләков йәш яҙыусылар иҫәбендә йөрөмәне лә шикелле. Тәүге хикәйәләре менән үк иғтибар үҙәгенә эләкте, шунда уҡ повестары, китаптары донъя күрә башланы. Ул "анһат ҡына" төп прозаиктарыбыҙҙың береһенә әйләнде лә китте. Кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора белеүе, ойоштороу һәләте Динисҡа төрлө яуаплы вазифаларға үрләргә ярҙам итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 940 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт ҡаны тамған был тауҙарҙа Республикабыҙҙан барған сәйәхәтселәр Ҡырым тупрағына, тау-таштарына аяҡ баҫып, тәбиғәт гүзәллеге менән хозурланғанда, ошо ерҙә яҡташтарыбыҙҙың күпләп һәләк булғанлығын күҙ уңында тотһа ине. Ҡырымға барып, унда дауаланыу, ял итеүҙән файҙаланыу мөмкинлектәре, Алла бойорһа, асылырға тора кеүек.
Ҡырым һәм Керчь ярымутрауҙарында, Севастополдә һуғыш ҡот осҡос булды. Немец фашистары был төбәкте ҡулға төшөрөү, баҫып алыу өсөн көсөн йәлләмәне. Ҡырым — ул татлы кәнфит һымаҡ. Минең ҡарашҡа, ундағы уңдырышлы тупраҡ, бөркөттәр оя ҡорорҙай таш-ҡаялар үҙҙәренең асылы менән ниндәйҙер кимәлдә Башҡортостан тәбиғәтен дә хәтерләткәндәй. Һуғыш йылдарында ошо ерҙәрҙә яугирҙәр ҡан ҡойған, ҡара тир түккән, күпләп һәләк булған. Улар араһында Башҡортостандан саҡырылғандары ла байтаҡ иҫәпләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҺунарсыҺунарсы ҡомары бөтә кешелә лә бар. Был — тәбиғи, тәбиғәт ҡанундарына буйһона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫеш баҫҡыстары «Үҫеш баҫҡыстары» исемле китапты Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 70 йыллыҡ тарихына (1944 – 2014) байҡау тип ҡарау дөрөҫ булыр, ул ошо ҙур ваҡиға уңайынан яҙылды. Был йылдарҙа уҡыу йортон 11 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ тамамланы. Күпселеге, юғары белем алып, тормошта лайыҡлы урынын тапты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 974 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшҡыуарға ла ярҙам кәрәк Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың илебеҙҙең иҡтисади үҫешендә өлөшө ҙур: халыҡҡа эш урындары булдырыла, түләнгән һалым иҫәбенә урындағы бюджет тулыландырыла... Шуға ла был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең именлеген хәстәрләү дәүләт етәкселегенең мөһим бурысы булып тора. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә —хөрмәте Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таңдар иртә ата бында Республикабыҙ төньяҡ-көнбайышының ҡырыҫ тәбиғәте игенсене артыҡ иркәләмәй. Был яҡтарҙағы һөрөнтө ерҙең сифаты ла теләгән уңышты алыу өсөн икеләтә хеҙмәт талап итә. Ҡалтасы игенселәре дым ҡаплауҙы май баштарында тулыһынса теүәлләгән, был көндәрҙә иртә культуралар сәсеүҙе әүҙем алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
70 йыл элек Ҡырым ярымутрауын немец илбаҫарҙарынан азат итеү башлана. Совет ғәскәрҙәре уны фашистарҙан һаҡлап алып ҡалған. Краснокама районы мәктәптәрендә ошо ваҡиғаға арналған саралар үткәрелде. Уҡыусыларға тарих дәресендә Ҡырымдың 1783 йылда Рәсәй составына ингән ваҡытынан алып 2014 йылдың март айында булған ваҡиғаларына тиклем тарихи белешмә бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сталинград һаҡсыһы Атайым Юлдашбай Дауыт улы Ҡәлимғолов, 1941 йылдың 1 декабрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкына ҡараған 3-сө эскадрон составына индерелә.
1942 йылдың яҙында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Брянск фронты менән берлектә Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билет алам тиһәң... — Һунар билетын алыр өсөн ниндәй документтар юлларға кәрәк?
Ф. ИҠсанов.

— Һунарсылыҡ буйынса яңы ҡанундарға үҙгәрештәр индергәндән һуң, билет алыу, элеккеһен алыштырыу тәртибе еңелләште. Быға тиклем һәр һунарсы 31 мартҡа ҡәҙәр йыл һайын билетын киренән теркәтеп, ә биш йыл һайын алмаштырып торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тоғролоҡ барыбыҙҙы бәхетлерәк итә Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланһа, ғәҙәттә, иң элек мәктәптәргә юл тотабыҙ, уҡытыусыларға өмөт бағлайбыҙ. Ә бына Әлшәй районына сәфәргә ышаныс менән сыҡтыҡ, сөнки был төбәктә "Башҡортостан" гәзите ярайһы уҡ күп тарала. Шуға күрә уларҙы яҙылырға саҡыраһы-өгөтләйһе түгел. Баҫманы алдырыусылар ҙа, нигеҙҙә, уҡытыусылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Экология ни тиклем насарыраҡ,  яман шеш шунса яҡыныраҡ Яман шеш сиренең үтә ҡурҡыныс, мәкерле булыуын кем генә белмәй! Был һүҙҙе ишетеү менән үк күңелдә ҡурҡыу, шөбһәләнеү тойғоһо уяна. Үҙең өсөн генә түгел, яҡындарың, дуҫ-ишең, балаларың, хатта яҡты донъяға тыумаған сабыйҙар сәләмәтлеге өсөн борсола, ҡайғыра башлайһың.
Медицина көслө ул, яңы технологиялар етерлек, тип йыуатыуҙарҙың да ышаныслы дәлил булмауын аңлайбыҙ. Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы яна, тигәндәй, бәләне үҙе кисергән кеше генә фани донъяларҙың һис тә мәңгелек булмауын,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе китте… Башҡарған ролдәре  мәңгегә йөрәктәрҙә ҡалды Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын ғына түгел, ә бөтә сәнғәт донъяһын оло юғалтыуға һалып Филарит ағай Бакировтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Тик уны яратҡан сәхнәһе, коллегалары, тамашасыһы әле һаман юҡһына…
Филарит ағай тыумышы менән – Балтас яғынан. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының актерҙар бүлегендә уҡый. Ҡулына диплом алғас, 1970 йылда, Салауат башҡорт драма театрында эш башлай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Филарит ағай унда сағыу образдар тыуҙыра: М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”һендә – Аҡъегет,
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уралым бөркөттәре һынатмай Алты ай буйы Сталинград өсөн барған һуғыш Ҡыҙыл Армияның еңеүе менән тамамлана. Бында 2 миллион тирәһе кеше башын һала. 1943 йылдың 2 февралендә Сталинградта фельдмаршал фон Паулюс штабы менән әсирлеккә бирелә. Дошмандың 230 меңгә яҡын һалдаты һәм офицеры ҡамауҙа ҡала. Гитлер 20 көнлөк траур иғлан итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лаҡаптар“Ат!”

Өс һунарсы ауға китә. Ағас башына менеп ултыралар ҙа айыуҙың килгәнен көтә башлайҙар.
Ҡояш байый, әммә айыу юҡ, ти. Ниһайәт, ағас араһында бер шәүлә күренә. Һунарсыларҙың береһе: "Ат!" – тип шыбырлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына