Беҙҙә милләт-ара татыулыҡтың тамыры ныҡ Дин-ара бәйләнештәрҙең тормош именлегендә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостанда был мәсьәләгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә күптән түгел уҙған “Диндәрҙең аралашыуы — милли берҙәмлек нигеҙе” тигән республика йәштәр йыйыны үҙ-ара татыу, берҙәм булыуҙың мөһимлегенә тағы ла бер инандырҙы.
Ике көн дауам иткән сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм
Ком: 0 // Уҡынылар: 671 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанһырай йәндә һуғыш яралары Һәр ижад миҙгелен премьера спектакле менән ябыу театрҙа һуңғы йылдарҙың күркәм традицияһына әүерелде. 94-се миҙгелде лә коллектив бөгөн яңылыҡ менән тамамлай – тамашасыға Әлфис Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» мистик-психологик драмаһы буйынса спектакль тәҡдим итә.
Республикабыҙҙа былтыр 12 сентябрҙә тәү тапҡыр уҙғарылған «Театрҙар төнө» акцияһы барышында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында мәғариф министрының пьесаһы менән танышыу, йәғни асыҡ репетиция, үҙе бер ҙур ваҡиға булғайны. Унда төрлө уҡыу йорттары студенттары, өлкән быуын тамашасылары, журналистар, уҡытыусылар һәм башҡалар пьесаны мауығып, иғтибар менән тыңланы, ошонан һуң матбуғат баҫмаларында бер нисә ҡабат Әлфис Ғаязовтың күп яҡлы талант эйәһе икәне, «Яңғыҙҙар ташы»ның тормош,
Ком: 0 // Уҡынылар: 939 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәни кимәлде күрһәтә түгелме? Республиканың ҡала һәм райондары буйынса “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың үтәлешен тикшереү йәһәтенән әленән-әле рейдтар үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, сауҙа йорттары, йәмәғәт туҡланыуы урындары һәм магазиндарҙағы алтаҡталарҙағы мәғлүмәттең башҡортса дөрөҫ яҙылмауына, ҡайһы бер осраҡта уларҙың хатта бөтөнләй сит телдә бирелеүенә миҫалдар байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1098 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хоҡуҡтарҙы ваҡытында дауларға кәрәк! Башҡорт теленә республиканың дәүләт статусы байтаҡ йыл элек бирелгәнен күҙ уңында тотҡанда, уға ҡараш төбәктә күптән нығынған булырға тейеш ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫеш бик әкрен бара. Телебеҙгә ҡануниәт тарафынан бирелгән хоҡуҡтарҙы һаман да тейешенсә файҙалана алмайбыҙ, быға ынтылған хәлдә лә, юлға кәртә ҡорорға әҙер торалар кеүек. Сираттағы ҡатмарлы хәлдең нигеҙендә лә үҙ-ара аңлашып эшләмәү, шул уҡ ваҡытта, бәлки, закон талаптарын үтәп еткермәү ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сүп-сарға күмелдек... Аҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе үҫтереү маҡсатындағы "Үҙ йортом" республика программаһына ярашлы, Алкин ҡасабаһында йорт алып ҡыуанғайныҡ.
Әлеге көндә йәшәгән еребеҙҙе сүп-сар күмеп барыуы эсте бошора. Ҡайһылыр "аҡыллы баш" зыярат эргәһендә контейнерҙар ҡуйҙы. Шунан башланды ла инде мәхшәр... Сүп-сарҙы башлыса тирә-яҡтағы баҡса хужалары ташлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Көнсығышҡа йөҙ бора Украинала һуғыш дауам итеп, унда 25 майҙа үтәсәк президент һайлауға әҙерлек барған мәлдә, Рәсәй башлығы Владимир Путин ике көнлөк эш сәфәре менән Ҡытайҙа булды.
Украинаның Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә граждандар һуғышы бара. Әлегә ике яҡ та бирешергә теләмәй. Был өлкәләр президент һайлауҙа ҡатнашмаҫҡа иҫәп тота. АҠШ һәм Европа союзы илдәре иһә Украиналағы хәл-ваҡиға өсөн Рәсәйҙе ғәйепләүен дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәсәнле ер сәскә атыр! Сибайҙа мәшһүр "Урал батыр" эпосын төплө өйрәнеү, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү маҡсатында әҫәрҙе яттан һөйләгән уҡыусылар араһында конкурс үткәреү йолаға әйләнгән. Быйылғы бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың да ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы булды.
Тәүге тапҡыр сығыш яһауына ҡарамаҫтан, кескәйҙәр баҙап ҡалманы, ғәжәп матур сығыш яһаны. Һамаҡлап һөйләүе, ҡумыҙ, ҡурай уйнауы, өзләүе менән тамашасыларҙың күңелен ныҡлы яулап алды улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тынмаһын ҡумыҙ сыңы Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы булып танылған Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың етеҙлегенә һоҡланып ҡуяһың. Бер ҡараһаң, ул Төркиә, Австрия, Норвегия, Франция, Германия, Польша һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһап ҡайта, ҡайһылыр арала Мәскәүҙәге фестивалдә ҡатнашып өлгөрә йә Тыва Республикаһында үткәрелгән конкурста еңеү яулай... Сәхнә оҫтаһы үҙенең тыуған ауылынан ҡарағанда Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында йышыраҡ
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙгә былтырғы "алдынғылыҡ" кәрәкмәй 26 майҙа Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙың төп осоро башлана

Был көндә географиянан һәм әҙәбиәттән һынау тотоу ҡаралған. Унан, 29 майҙа, мотлаҡ бирелә торған имтихан етә — урыҫ теле буйынса белем сифаты тикшереләсәк. Төп этаптағы артабанғы һынауҙар июндә тапшырыла, һуңғыһы — 19-ында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәҫел ебегеҙ ныҡлымы? Уҙған быуат аҙаҡтарында йәмғиәт тормошонда булған үҙгәрештәр кеше күңелендә тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятып, нәҫел ептәрен барлай, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә, милли байрамдарҙы үткәрә башлауға нигеҙ һалды.
Республикала шәжәрә байрамын иң тәүҙә Баймаҡ районының Йомаш ауылы халҡы ойошторҙо. Был ваҡиға 1989 йылда булды. Изге башланғысҡа яйлап башҡа райондар ҙа ҡушыла башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 685 тапҡыр // Тотош уҡырға
БУЛҺАҢ БӨГӨН НЫҠ ТЫРЫШ, МОТЛАҠ ҮҪЕР МУЛ УҢЫШ “Үҙәк” машина-технологик станцияһының Дүртөйлө филиалына ҡараған бер бүлексә Яңауыл районында эшләй. Уның етәксеһе Марс Кәлимуллин көр күңел менән ҡаршыланы.
– Яҙғы хәстәребеҙгә тәүге баһа биреләсәк көнгә лә күп ҡалманы – 7 июнгә район һабантуйы билдәләнгән, – тип һүҙ башланы Марс Хәлим улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
2014 йылда Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә үтәсәк һабантуйҙар
Ком: 0 // Уҡынылар: 463 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәкәр баҫыуында шәп бара эштәр Таҡйылға буйындағы баҫыуҙа тракторҙар берҙәм гөрләй. Улар артынан сөм-ҡара бураҙна һыҙылып ҡала. Тиҙҙән был ерҙә үҫентеләр баш ҡалҡытыр. Шәкәр “үҫәсәк” бында. Әммә “татлы тамыр” беҙҙең өҫтәлгә килеп еткәнгә ҡәҙәр әсе тир түгергә кәрәк әле.
Уйҙарыбыҙҙы “Һаумыһығыҙ!” тигән тауыш бүлде. Баҡһаң, мотоциклда елдереп килеп еткән уҙаманды ла шәйләмәгәнбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтер яҙмалары Башҡортостандың мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар Күгәрсен районында береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифаларҙа эшләгән, донъя һәм тормоштоң әсе-сөсөһөн, дәһшәтле һуғыш дәүерен ишетеп түгел, ә үҙ елкәһендә етерлек татыған Алик Сәйетҡоловтың “Хәтер яҙмалары”китабы ташҡа баҫылыуын ишеткәс, уны уҡыу теләге тыуҙы. Сәбәбе: Алик Ишмөхәмәт улы менән бер дәүер йәнәш эшләү, яҡындан аралашыу бәхете тейҙе был юлдарҙың авторына.
Уның кеүек миңә лә Күмертау райкомының идеология бүлеген, мәғариф бүлегенең методика кабинетын етәкләргә тура килде. Уртаҡ саралар, дөйөм мәшәҡәттәр фекерҙәш итте беҙҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
2013 йылдың 1 ғинуарынан һуң зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында башҡарылған эш осоро, ойошма тарафынан страховка иғәнәләренең өҫтәмә тарифы түләнгәндә генә, ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғын билдәләү өсөн махсус стажға инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына