Таш донъялар йылыныр Һеҙ тылсымға ышанаһығыҙмы? “Шүлгәнташ” телевизион фильм-әкиәтен ҡарағандан һуң мин дә ышана башланым: “Таш донъялар йылыныр, таш һүрәттәр терелер, таш бәғерле сигенер – ут йөрәктәр бергә типкәндә”.
Өфөнөң “Родина” кинотеатрында Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған фильмдың премьераһы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Ҡойон уйнатып бейегеҙ!» Менделеев, Эйнштейн, Галилей фәнни асыштар яһаған кеүек, Жан Жорж бейеүселәр өсөн ҡаҡшамаҫ бейеү ҡанундарын уйлап сығарған. Бөгөнгө был сәнғәт төрөнөң нигеҙендә тап ошо ҡағиҙәләр ята.
Башҡорт бейеү сәнғәтенә бар булмышын бағышлаған, уны үҙенең йәшәү рәүешенә әйләндергән, 28 генә йәшендә Стәрлетамаҡта Бейеү театрын асып, уны күптәрҙең буйы етмәҫлек үрҙәргә күтәргән Хәлил ИШБИРҘИНдың да
Ком: 0 // Уҡынылар: 852 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелегегеҙ икеләтә ҡайтһын! Донъялағы иң изге, шәфҡәтле һөнәр эйәләренең береһе ул табип. Ә инде өлкәндәрҙе дауалау, уларҙың сәләмәтлеген ҡурсалау айырыуса ҙур яуаплылыҡ, оло йөрәк, күңел киңлеге талап итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Кешеләргә хеҙмәт итеүҙән кинәнес алабыҙ" Бер-береңде аңлап, ярҙам итешеп, тирә-йүнде матурлап йәшәргә ынтылыу элек-электән тормоштоң нигеҙен тәшкил иткән. Кешеләр күңелендәге ошо изге сифаттар быуындан быуынға тапшырыла килә, һәм уларҙың мөһимлеген көндән-көн нығыраҡ төшөнәбеҙ төҫлө.

Башҡаларҙың хәленә инеп, ярҙам күрһәтеүгә бәйле "мәрхәмәтлек" тигән һүҙҙе һуңғы йылдарҙа айырыуса күп ишетәбеҙ. Ул ҡеүәтле ойошма-предприятиеларҙың да эшмәкәрлегенә үтеп инде, һөҙөмтәлә халыҡтың именлеген тәьмин итеү, уға яҡшы тормош, үҫеш шарттары тыуҙырыу маҡсатында бик күп эш башҡарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көмөш миҙал — “Торос”та! Быйылғы миҙгел йомғаҡтары буйынса “Торос” командаһы Юғары хоккей лигаһында икенсе урын яуланы һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. Награданы тапшырыу һәм хоккей миҙгелен рәсми ябыуға арналған тантана спорт байрамына әйләнде.
Сара яҡты донъянан иртә киткән өлкән тренер Альфред Йоносовты бер минут тороп иҫкә алыуҙан башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зөфәр Йәнекәев — Конституция суды рәйесе Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар Зөфәр Йәнекәевте Башҡортостандың Конституция суды рәйесе вазифаһына раҫланы. Уның кандидатураһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәйне.

Зөфәр Йәнекәев — 43-сө Красный Холм бер мандатлы һайлау округынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ул 1951 йылдың 4 мартында Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған. Юғары белемле — Свердловск юридик институтын тамамлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәкКисә Өфөләге Конгресс-холда IV халыҡ-ара «Ҙур химия» форумы асылды. Унда белгестәр, сит ил һәм Рәсәй компаниялары ҡатнаша.

– Беҙҙең һәр осрашыу яңы сифатҡа әүерелә бара. Был форумға сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең эре нефть химияһы предприятиеларының иғтибары йәлеп ителә, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сараны асҡанда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 470 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел матурлығының сағылышы “Әҙәм балаһының холоҡ-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, исеме лә, кейеме лә матур булырға тейеш”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ошо сифаттарға эйә кешенең абруйы ҙур булыр, көс-ҡеүәте ташып торор, тимәк, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә алыр.

Мосолман кейеменә айырым туҡталғанда, ул йылдан-йыл матурлана, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 712 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәк Бәләкәй Төйәләҫ йылғаһының башында урынлашҡан хозур тәбиғәтле Иҫәнбәттең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Өс йыл элек уның халҡы данлыҡлы бабалары Сураш батырҙың тыуыуына — 300, Иҫәнбәт (Сураш) утарына нигеҙ һалыныуға 280 йыл тулыуҙы киң билдәләне.
Район үҙәгенән 78 саҡрым алыҫлыҡта Бикбау, Йоморсаҡ, Тәкәтау ҡуйынына һыйынып ятҡан ауыл берҙәм, татыу, эшсән, дәртле һәм сәмле халҡы менән дан тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 890 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир ирекле башын ҡол итмәҫ Элек-электән тауарҙары, башлыса сәй һәм ебәк менән донъяла билдәлелек яулаған Ҡытай планетаның "фабрикаһы" булған Англияға ҙур борсолоу тыуҙырған. Көнсығыш иле сауҙаны тик бер ҡала — Гуанчжоу — аша ойошторған икән. Ситтән импорт булмаған тиерлек.
Ҡытай хөкүмәте дарыу өсөн генә йылына яҡынса 12 тонна әфиүн индерергә рөхсәт биргән. Сәй менән ебәккә түләп торған көмөш аҡсаһын кире ҡайтара алмағас, инглиздәр тора-бара ҡытайҙарҙан ирекле сауҙа шарттарына күсеүҙе талап итә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 558 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына