Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәк Бәләкәй Төйәләҫ йылғаһының башында урынлашҡан хозур тәбиғәтле Иҫәнбәттең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Өс йыл элек уның халҡы данлыҡлы бабалары Сураш батырҙың тыуыуына — 300, Иҫәнбәт (Сураш) утарына нигеҙ һалыныуға 280 йыл тулыуҙы киң билдәләне.
Район үҙәгенән 78 саҡрым алыҫлыҡта Бикбау, Йоморсаҡ, Тәкәтау ҡуйынына һыйынып ятҡан ауыл берҙәм, татыу, эшсән, дәртле һәм сәмле халҡы менән дан тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 992 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир ирекле башын ҡол итмәҫ Элек-электән тауарҙары, башлыса сәй һәм ебәк менән донъяла билдәлелек яулаған Ҡытай планетаның "фабрикаһы" булған Англияға ҙур борсолоу тыуҙырған. Көнсығыш иле сауҙаны тик бер ҡала — Гуанчжоу — аша ойошторған икән. Ситтән импорт булмаған тиерлек.
Ҡытай хөкүмәте дарыу өсөн генә йылына яҡынса 12 тонна әфиүн индерергә рөхсәт биргән. Сәй менән ебәккә түләп торған көмөш аҡсаһын кире ҡайтара алмағас, инглиздәр тора-бара ҡытайҙарҙан ирекле сауҙа шарттарына күсеүҙе талап итә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш бар, аш юҡ, йәки Хеҙмәткә насар мөнәсәбәттең сәбәптәре нимәлә? Май башындағы аҙнаға яҡын ял хәҙер ҡәҙимге күренешкә әүерелде. Күптәр, айырыуса сәйәси һәм хоҡуҡи аңы баҙар дәүерендә формалашҡан быуын, айҙың тәүге көнөнөң хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ байрам ителә башлағанын белмәйҙер ҙә. Был хаҡта хәбәрҙар булыу, әлбиттә, кәрәк. Мәскәүҙә етәксе алмашынған һайын тормоштоң аҫтын-өҫкә әйләндерергә ашҡынып тормаһалар, байрам исеме шулай ҡалыр ине лә бит...
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫмалар һуңламай килә Сит ил киноларын ҡарағанда гелән бер күренешкә иғтибар итә инем: кеше иртән тороу менән тышҡа йүнәлә. Был ваҡытта махсус йәшниктә шул көнгө гәзит ятҡан була. Әллә баҫмаларҙы төндә тараталармы, тип аптырай торғайным. Дөрөҫөн әйткәндә, көнләшеп тә ҡуя инем. Баҡтиһәң, бындай хәл беҙҙә лә күптән яңылыҡ түгел икән.
Ком: 1 // Уҡынылар: 813 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙә өмөт уята Бөгөнгө тормошобоҙға баҡһаң, хайран ҡалырлыҡ: иртәнән алып кискә тиклемге ваҡыт арауығы, үкенескә ҡаршы, донъя артынан ҡыуыуға ҡоролған һымаҡ. Мал, аҡса, затлы әйбер, “текә” машина... Тик бына һаулығыбыҙ хаҡында ғына ҡайғыртырға ваҡыт юҡ.
Әммә сәләмәтлегең булмаһа, байлығың да, хатта икмәгең дә күҙгә күренмәй шул. Был хәҡиҡәтте яҡшы аңлайбыҙ ҙа ул, ә һаман да сәләмәт тормош алып барыуҙы, спорт менән шөғөлләнеүҙе, ял ваҡытын дөрөҫ ойоштороуҙы артҡы планға ҡалдыра киләбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашҡаҙанды ла, йүтәлде лә дауалайБал менән дауалау борондан билдәле. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәнең айырым ысулы, самаһы бар. Белеп ҡулланғанда ғына ул теге йәки был сиргә ҡаршы дауа булып тора.
Сей яра ауырыуын (язвенная болезнь) еңеп була. Бер аш ҡалағы балды бер стакан һыуҙа иретәһең. Ашҡаҙанда артыҡ әселек булғанда — йылы, түбән әселектә — ҡайнатылған һалҡын һыуҙа. Ошо уҡ алым гастритҡа (ашҡаҙан тиресәһенең шешеүе) ҡаршы ла ҡулланыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 759 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағас ҡәҙерен үҫтергән белә Халыҡты борсоған һорауҙарға Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы НӘБИУЛЛИН яуап бирә.

— Ғаиләм менән иҫке генә йортта йәшәйбеҙ. Бер тапҡыр ҙа ағас һорағаныбыҙ булманы. Былтыр ер участкаһы, төҙөлөшкә рөхсәт тә алғайныҡ. Йорт төҙөү өсөн ни бары 15 кубометр ылыҫлы ағас бүлделәр, ҡалғаны — утын. Был ғына ағастан нисек йорт төҙөмәк кәрәк?
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үрсем артҡан, күс яңырған мәл Май айының тәүге яртыһында ҡышлап сыҡҡан бал ҡорттары үлеп, йәштәре менән алмашына. Яҙ иртә йәки һуңлап килһә, был осор бер аҙнаға иртәрәк йәки һуңыраҡ килеүе ихтимал. Йәш бал ҡорттарының, ҡышлағандары менән сағыштырғанда, һаны көндән-көн арта бара, күс ишәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лилиәнең төп уңыштары алда әле Лилиә Дауытова Өфөләге киң профилле һөнәрселек колледжына белем алырға Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназияһынан килде. Уҡыуға һәләтле, бәләкәйҙән йыр-бейеүгә ғашиҡ өлгөр ҡыҙ колледждың ижтимағи тормошона тиҙ үтеп инде. Бер мәл «Дан минуты» бәйгеһендә көсөн һынап ҡарамаҡсы була. Бәйгегә ныҡлы әҙерләнә. Әлбиттә, ныҡ тулҡынлана, ләкин ышаныс менән килә, һәм тырышлыҡ үҙенекен итә – гран-приға лайыҡ була.
Саранан һуң Лилиәне вокал бүлеге етәксеһе Венера Фәтхиева үҙенең төркөмөнә саҡыра. Ул ҡыҙҙы сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға, тамашасыларҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, киләһе еңеүҙәргә ҡанатландыра. Шунан бирле Лилиә – колледжда ғына түгел, ҡала, республика, төбәк-ара кимәлдәге бөтә бәйгеләрҙә иң әүҙем ҡатнашҡан студенттарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 566 тапҡыр // Тотош уҡырға
Никах бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек — Айырылышыуҙың ҙур гонаһ икәнен беләм. Шулай ҙа һуңғы сиккә еткәндә, түҙемлек һынғанда ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

(Һорау биреүсенең теләге буйынса исем-шәрифен, районын ҡуймайбыҙ).

Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт
НИҒМӘТУЛЛИН:
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 41 Алға
Бит башына