Үҫеш баҫҡыстары Яңы урынға, яңы бинаға күскәс, кадрҙар мәсьәләһендә ҙур ғына үҙгәрештәр булды: мәктәп-интернат директоры итеп 1960 йылдың башында оҙаҡ йылдар Баймаҡ районында мәктәп директоры, Темәс педагогия училищеһында директор урынбаҫары, һуңынан район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән тәжрибәле етәксе, талапсан, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен тәрән аңлаған Төхвәт Аслаев тәғәйенләнде,
Ком: 0 // Уҡынылар: 905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы Содик Имомов менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Санкт-Петербургта Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән “Үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә ышанысты нығытыу” халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәтБашҡортостан бихисап социаль-иҡтисади күрһәткес буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Билдәле халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары республика эшмәкәрлегенә һәр ваҡыт юғары баһа бирә. Бында, әлбиттә, илебеҙ именлеге өсөн арымай-талмай, намыҫ менән эшләгән хеҙмәт
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Дан бульвары" туҡталышындағы эскәмйә мөйөшөндә бөршәйеп кенә бер бесәй ята. Хужаһыҙ, ташландыҡ икәне әллә ҡайҙан күренә. Оло ғына ҡатын автобустан төштө лә уға ҡарай йүнәлде. Иҫке генә сумкаһынан һөйәктәр, колбаса ҡалдыҡтары сығарып, бесәй алдына һалды. Уныһы ҡомһоҙланып ашарға тотондо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 753 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов “Спорт-Экспресс” гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә “Өфө” футбол командаһын артабан үҫтереү йәһәтенән тәүге аҙымдар хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө” футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашып, уларҙы Рәсәй премьер-лигаһына сығыуы менән ҡотланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
26 майҙа республика Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙағы һәм Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы эшкә йомғаҡ яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
29 майҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) Башҡортостан Республикаһынан бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың туғыҙынсы ултырышы уҙғарыла.
Ултырыш — иртәнге сәғәт 10-да, теркәү 9-ҙа башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәһлеүән Николай Валуевтың исеме һәр кемгә яҡшы таныш. Урыҫ бәһлеңәне, Көнсығыш йыртҡысы, Коля-Кувалда - бына уның бөтә донъяға билдәле ҡушаматтары. Батыр йөрәкле һуғышсы, күңеле менән романтик, яҡындары һәм туғандары өсөн ышаныслы кеше ул.

Николай Валуев 1973 йылда Ленинград ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе малайҙы шул тиклем мөһабәт булып үҫер тип күҙ алдына ла килтермәй, сөнки улар икеһе лә уртаса буйлы була. Балалар баҡсаһында уҡ Коля тиҫтерҙәренән бер башҡа оҙонлоғо менән айырыла. Ә беренсе класта хатта уҡытыусыһынан да аша ҡарап тора. Шуға ла уны тәүҙә баскетбол секцияһына биреүҙәре ғәжәп түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 609 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кипрҙа башҡорт бейеүен ҡарап кинәнгәндәр Кипр Республикаһында булған ХVI халыҡ-ара балалар фольклор фестивалендә Башҡортостанды кемдәр танытты тип уйлайһығыҙ? Мәләүездәр, әлбиттә. "Йәйғор" бейеү ансамбленең йәш таланттары.

Әйткәндәй, Ләйсән Йәмилева етәкселегендәге коллектив, сит ил сәхнәләрендә сығыш яһап, күптән сирҡаныс алған инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 699 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғаилә ишәйгән һайын нур арта! Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгө күп балалы әсәләрҙең йөҙөнә яҙылған: ғаиләһе ишәйгән һайын нур арта уларҙа. Республика Хөкүмәтенә лайыҡлы бүләген алырға килгән бер төркөм гүзәл затҡа ҡарап, быға тағы бер тапҡыр инандыҡ.

Башҡортостанда алты мең ярымдан ашыу ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йүнсел булырға нимә ҡамасаулай Сибайҙа “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге уңышлы эшләп килә. Бында республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән халҡына башланғыс мәғлүмәт-консультация үҙәге булдырылған. Улар һалым түләү, бухгалтер иҫәбе, кредит юллау, предприятиены хоҡуҡи яҡлау һәм үҫтереү, бизнесты планлаштырыу буйынса төрлө мәғлүмәт ала. Йыл һайын бизнес-үҙәккә мөрәжәғәт иткәндәрҙең һаны арта. Улар араһында башҡорттарҙың аҙ булыуы, милләттәштәребеҙҙең эшҡыуарлыҡҡа аҡрын килеүе сер түгел. Сәбәбе нимәлә? Үҙәк директоры Айнур ИШМӨХӘМӘТОВ менән ошо хаҡта һөйләштек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө” футбол клубы спортсыларына һәм тренерҙарына, Рәсәй футболы премьер-лигаһына сығыуҙары менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе. Өфө футболсылары бер нисә матч һөҙөмтәләре буйынса “Томь” клубын еңде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле йәштәр! Иңдәргә ҡанат ҡуйған, шул уҡ ваҡытта бер аҙ һағышҡа, күҙ йәштәренә ирек бирҙергән көн бөгөн: республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы бара.

Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, быйыл республикала XI класты — 23 меңдән ашыу, IX класты 41 мең самаһы үҫмер тамамлай. Байрамдың тантаналы өлөшө класс сәғәттәре, уҡыу йылдарын хәтерләүгә ҡоролған дәрестәр менән дауам итәсәк.
Өфөнөң сығарылыш уҡыусылары иһә Совет майҙанында уҙғарыласаҡ “Яҙғы бал” сараһына саҡырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 966 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 28 Алға
Бит башына