“Татлы король” татыулаштыра алырмы?25 майҙа Украинала президент һайлау булды. Унда “Шоколад короле” ҡушаматы алған миллиардер Петр Порошенко еңеп сыҡты.
Украинаның үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һайлаусыларҙың 56 проценты самаһы уның кандидатураһын яҡлаған, ә элекке премьер-министр Юлия Тимошенкоға ни бары 13 процент самаһы кеше ышаныс
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ирәндек моңдары”нан тағы бер кинәндек “Сибай”, “Ирәндек”, “Абдрахман”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙары — Сибай һәм Баймаҡ төйәгендә барлыҡҡа килгән аҫыл гәүһәрҙәр. “Ирәндек моңдары” конкурсының тап ошо ерҙә ойошторолоуы юҡҡа түгел. Бында башҡорт милләтенең төп этник өлөшө ғүмер итә, йыр-моңдоң иң гүзәл өлгөләре һаҡлана, талантлы, рухлы халыҡ йәшәй.
Быйыл 12-се тапҡыр ойошторолған “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеһендә республиканың төрлө районынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстандан, Ҡаҙағстандан,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ваҡыт менән бергә атлаусылар Яңауыл үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына өс тиҫтә йылдан ашыу Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһөйәр Проскурякова етәкселек итә. Һөнәри байрамдары уңайынан уның менән көндәлек эштәре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1201 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ете башлы аждаһа, йәғни Коррупцияның Рәсәйҙә бер ҡасан да бындай кимәлгә еткәне юҡ ине Илдең Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса баш идаралығының элекке начальнигы Денис Сугробовҡа ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының өс статьяһы нигеҙендә енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында электрон мәғлүмәт саралары апрелдә үк хәбәр иткәйне. Генерал-лейтенант енәйәтсел төркөм ойоштороуҙа, вазифа хоҡуҡтарын артыҡ файҙаланыуҙа һәм ришүәт биреүгә йәлеп итергә маташыуҙа ғәйепләнә. "Коммерсантъ" гәзите хәбәр итеүенсә, биш тапҡыр саҡырыу ҡағыҙы ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, Д. Сугробов яуап тоторға килмәгән.
Яңыраҡ Рәсәй телеканалдары Израиль хөкүмәтенең элекке премьер-министры Эхуд Ольмерттың 40 мең доллар ришүәт алғаны өсөн Тель-Авив округ суды тарафынан алты йылға иркенән мәхрүм ителгәне тураһында хәбәр итте. Был миҫалдар ике илдә эшләп килгән закондар системаһы ғына түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге тәртип хаҡында ла һөйләй. Шуны айырып билдәләү мотлаҡ: ҡануниәттең сифаты һәм хөкөм ғәмәле иң элек йәмәғәтселектең өлгөргәнлегенә,
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү йыры ҡалды...Һағыныу

Мин һағындым йылы май ямғырын,
Күкрәп-сатнап янған йәшенен.
Ҡайындарҙың шаулап сайҡалыуын,
Саяланған яҙғы ел өнөн.

Уралымдың моңға тулы таңы
Төштәремә инде нисәмә?
Кисәгеләй күҙ алдымда урман,
Тын ҡамыштар, сихри күл, кәмә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 672 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫеш баҫҡыстары Яңы урынға, яңы бинаға күскәс, кадрҙар мәсьәләһендә ҙур ғына үҙгәрештәр булды: мәктәп-интернат директоры итеп 1960 йылдың башында оҙаҡ йылдар Баймаҡ районында мәктәп директоры, Темәс педагогия училищеһында директор урынбаҫары, һуңынан район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән тәжрибәле етәксе, талапсан, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен тәрән аңлаған Төхвәт Аслаев тәғәйенләнде,
Ком: 0 // Уҡынылар: 851 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы Содик Имомов менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Санкт-Петербургта Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән “Үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә ышанысты нығытыу” халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәтБашҡортостан бихисап социаль-иҡтисади күрһәткес буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Билдәле халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары республика эшмәкәрлегенә һәр ваҡыт юғары баһа бирә. Бында, әлбиттә, илебеҙ именлеге өсөн арымай-талмай, намыҫ менән эшләгән хеҙмәт
Ком: 0 // Уҡынылар: 493 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Дан бульвары" туҡталышындағы эскәмйә мөйөшөндә бөршәйеп кенә бер бесәй ята. Хужаһыҙ, ташландыҡ икәне әллә ҡайҙан күренә. Оло ғына ҡатын автобустан төштө лә уға ҡарай йүнәлде. Иҫке генә сумкаһынан һөйәктәр, колбаса ҡалдыҡтары сығарып, бесәй алдына һалды. Уныһы ҡомһоҙланып ашарға тотондо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 685 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 41 Алға
Бит башына