Ҡырым Республикаһының Белогорск районына ярҙам кәрәк булғас, республика халҡы илдә иң тәүгеләрҙән булып был изге эшкә бик әүҙем ҡушылды. Ябай граждандар ҙа, дәүләт органдары, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре һәм башҡалар ситтә ҡалманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Арҡайым продакшн” студияһы Айнур Асҡаровтың “Һүҙҙәремде ел алып китһен” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмында төп ролдәрҙе башҡарыу өсөн игеҙәк малайҙарға кастинг иғлан итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағиҙел буйында – моң тулҡындары Әкиәти кис. Яңы ғына сәскә атҡан сирендәрҙең хуш еҫе тирә-йүнгә таралған, ҡыуаҡлыҡтар араһында ҡоштар һайрай, ҡултыҡлашып йөрөгән ғашиҡтар йөрәк серҙәрен бүлешә... Ап-аҡ йөҙлө ай ошо гүзәллеккә текләп хайран ҡалған.
Ағиҙел буйында моң ағыла. Башҡортостан Республикаһының йәштәр симфоник оркестры Өфө халҡын Конгресс-холл янындағы амфитеатрға йыйҙы. Юҡ, бында бер кемде лә өгөтләп килтермәнеләр, кешеләрҙе илаһи моң тартып алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уларҙы йыр осраштырҙы Ул миңә иҫән сағында рәхмәт әйтте. Атаһын мәңгелеккә юғалтҡандан һуң рәхмәт һүҙҙәрен улы ла еткерҙе. Атай һәм ул. Яҙмыштың ҡатмарлы боролоштары арҡаһында улар бик күп йылдар бер-береһе менән аралашмаған.
Салауат Низаметдинов үҙенең үткән тормошонан сер яһаманы, бер кемдән дә бер нәмә лә йәшермәне, ихлас һәм асыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 489 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡыҙылғы тигән бик матур йылғаны күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ә бына ошо райондың Ибраһим ауылында тыуып үҫкәндәр бәхетле. Улар Ҡыҙылғының тәрән һыуында ҡойоноп, яландарында ҡыҙарып бешкән һутлы еләктәрен татып, туғайҙарында балан, муйыл, гөлйемешен йыйып, йәй уртаһында хуш еҫле бесән сабып кинәнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов Өфөлә ойошторолған IV халыҡ-ара "Ҙур химия" форумында "Труд" гәзите журналисы Гүзәл Агишеваға интервью биргән. Ул “Беҙҙә хайран ҡалдырырлыҡ нәмәләр бар" тип атала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Почта етәксеһенә һорау бирегеҙ! Әгәр гәзит-журналды көнөндә килтермәүҙәре үҙәккә үтһә, матбуғатҡа яҙылыу хаҡы “тешләшә” йәки почта бүлексәһе алыҫ икән, йә булмаһа посылкағыҙ юғалған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнлеген белмәһәгеҙ, пенсияғыҙҙы йортоғоҙға килтереүҙәрен теләһәгеҙ, шулай уҡ башҡа мәсьәләләргә аңлатма алырға уйлаһағыҙ, беҙҙең редакция менән бәйләнешкә инегеҙ.
18 июндә сәғәт 2-нән 4-се яртыға тиклем "тура бәйләнеш"тә – Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Миңлевәли улы ҒӘЛИМОВ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 387 тапҡыр // Тотош уҡырға
Разведчик Ишбаев Беҙҙең ауылда бәләкәйҙән етем ҡалып, яҡын туғандары Кинйәғол менән Сәлих Хөсәйеновтарҙың тәрбиәһендә буй еткереп, өйләнеп, дүрт балаға ғүмер биргән, колхозда алмаштырғыһыҙ ат ҡараусы булған Мырҙамөхәмәт Ишбаевтың киләсәккә ҡоролған ниәттәре ҡапыл селпәрәмә килә: һуғыш башлана. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафына яуға оҙатыла.

Мырҙамөхәмәт ағай буйға бәләкәй, әммә ныҡлы кәүҙәле, зәңгәр күҙле, аҙ һүҙле булып хәтерҙә ҡалған. Ул һәр ваҡыт ат араһында йөрөр, янында малайҙар уралыр ине. Балаларға ниҙер һөйләй, күрһәтә. Йәйгеһен иһә малайҙар һыбай атланып, кемуҙарҙан сабып килә лә Эйеккә ат йөҙҙөрөргә төшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл мартта гәзит-журналға яҙылыу хаҡының күпкә артҡанын ишеткәс, һәр кем шаҡ ҡатҡандыр. Миңә ҡалһа, ошо көнгә тиклем эштең яйға һалынырына һаман өмөт итә инем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына