Ҡала көнө күңелле булдыКүптән түгел Стәрлетамаҡта Ҡала көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Гагарин исемендәге ял паркы, Ҡала мәҙәниәт һарайы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙансыҡтарҙа көн дауамында күңелле уйындар, йыр-бейеү ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 892 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғаилә, һаулыҡ, күңел тыныслығы... Һәр кемдең бәхетле булғыһы килә. Тик һәр беребеҙ был төшөнсәне үҙенсә аңлай. Яман сир менән яфаланған кешегә сәләмәтлектән дә ҙурырағы булмаһа, яңғыҙҙар мөхәббәт, ғаиләне иң ҙур бәхет тип иѕәпләй. Өсөнсөләр өсөн байлыҡ, етеш тормош, власть мөһимерәк, ә кемдер үҙенә донъяла урын табып, теләгәненсә йәшәһә – тулыһынса ҡәнәғәт. Ә һеҙҙең өсөн бәхет нимә аңлата?

Айҙар, йәш атай:

– Ғаиләм! Ике йыл элек тәүге мөхәббәтемә өйләндем. Белһәгеҙ икән нисек уның артынан йөрөгәнемде!
Ком: 0 // Уҡынылар: 712 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күреп сығайыҡ тип киләләр ҙә... Бар донъяһын онотоп футбол уйнаған, әллә күпме төр тренажерҙа ихлас шөғөлләнгән, ҡолас ташлап бассейнда йөҙгән үҫмерҙәрҙе байтаҡ ҡына ваҡыт күҙәтеп торғандан һуң, һоҡланыу менән бергә аҡ көнләшеү ҙә тыуҙы. Бүләк тиһәң дә бүләк — спорт-һауыҡтырыу комплексы Шишмә районы халҡына! Ике йыл эсендә дөйөм майҙаны 5080 квадрат метр тәшкил иткән заманса бина ҡалҡһын әле!
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәләм оҫталары — спортсы ла Кисә Башҡортостан журналистарының Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән сираттағы «Журфест» һабантуйы Олимпиада темаһына арналды. Шуға һәр редакция айырым олимпиада командаһы ролендә сығыш яһаны.
Фестивалде Башҡортостан Журналистар союзы менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 793 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр Ер кешеһе, ауыл эшсәне. Йыл әйләнәһенә бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәр менән йәшәй ул. Мал-тыуарҙы йәшел үләнгә сығарыуға йәнә киләһе йыл хаҡында уйлана башлайһың. Аллаға шөкөр, Ғафури районында был йәһәттән эштәр көйлө бара. Хужалыҡтарҙа, шәхси ихаталарҙа ла мал һаны арта. Ужым һәйбәт ҡышлаған. Яҙғы сәсеүҙе ойошҡанлыҡ менән тамамланылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 981 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының ултырышын үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов — джаз-бэнд концертында Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡатыны Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы менән “Stone Jazz” джаз-бэнды концертында булды. Өфө тамашасыһына ул программаһын Корея Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ви Сон Лактың Башҡортостанға сәфәренә ярашлы тәҡдим итте.

– Башҡортостанға, Өфөгә эш сәфәре менән генә түгел, күркәм мәҙәни программа ла алып килгәнһегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда Ҡараш көсө
Минең бәхетем тормошҡа мөнәсәбәтемә, ҡарашыма бәйле. Аҡылым быға ни тиклем көйләнгән һәм әҙер, шул тиклемгә бәхетлемен. Яҡшы һөҙөмтәгә ышанасаҡмын һәм уны тормошҡа ашырасаҡмын. Бәхет ул – һайлау. Мин уны теләһә ҡайһы ваҡытта, теләһә ҡайһы урында яһай алам. Мине ни бары уйҙарым бәхетле йәки бәхетһеҙ итә, тышҡы ваҡиғалар быға ҡаршылыҡ була алмай. Уйҙар менән идара итәһегеҙ икән, тимәк, бәхет менән идара итәһегеҙ тигән һүҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көсөңдө йәлләмәй эшләһәң, маҡсатҡа ирешеп була” «Матур эш урынында лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алып йәшәү тауҙар аҡтарырлыҡ көс бирә, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылдыра», – ти Дүртөйлө ҡалаһынан Илдар Сәйетгәрәев.
Ул ҡатыны менән “Саҡмағошнефть” идаралығында эшләй. 2008 йылда Яңы Солтанбәк ауылындағы һатыуға ҡуйылған ташландыҡ ферманы алғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдар Ғарифуллинға ышаныс күрһәтелде Ғәмәлдәге ҡануниәткә һәм район Советы ҡарарына ярашлы, Ғарифуллин Илдар Вил улы контракт буйынса Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

* * *

Рөстәм Хәмитов Алексей Новиковты Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Ул спорт ҡоролмаларын төҙөү һәм файҙаланыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге эштәре онотолмай Ошо көндәрҙә күренекле ғалим, педагог, әҙәбиәт белгесе һәм маһир фольклорсы Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың тыуыуына 80 йыл айҡанлы тыуған ауылы Ҡобағошта хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Ғалимдың ғаиләһе, туғандары, замандаштары, шәкерттәре, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар менән тулды мәҙәниәт йорто. "Ижади маһирлыҡ" исемендә барған был кисәлә Килмәк, Баттал, Ҡобағош мәктәптәре уҡыусылары тарафынан йөкмәткеле концерт күрһәтелде.
Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың: “Марат ҡустының изге рухына арнайым мин йырҙарымды!” – тип йырлап ебәреүе, сәхнә күрке Фәриҙә Ҡәләмованың Марат Хәләф улына арналған шиғри шәлкемдәре дәррәү күтәреп алынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өс дуҫ

Бер ауылда өс дуѕ йәшәй. Улар бәхет тураһында хыяллана. Тик һәр кем уны үҙенсә аңлай. Беренсеһе – байлыҡта, икенсеһе – талантта, ә өсөнсөһө ғаиләлә күрә. Оҙаҡмы, тиҙме, уларҙың һәр береһе үҙ бәхетен таба. Үлергә ваҡыт еткәс, улар осраша һәм һығымта яһай.
Беренсеһе әйтә:
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар араһында вайымһыҙҙар юҡМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшкә йомғаҡ яһаны. Тантаналы йыйылышта социаль өлкәнең иң яҡшы белгестәрен бүләкләнеләр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктең социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 722 тапҡыр // Тотош уҡырға
Н. Әхмәҙиев һүҙҙәре З. Сафиуллин көйө

Ҡайындары ай-һай аҡ икән,
Һөйөү менән тулы саҡ икән,
Ҡайындарҙан яҡты моң тама.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нисек бәхетле булырға? Был һорауға яуап табыуы еңел кеүек. Ни бары телевизор тоҡандырып йәки урамға сығып аҙым һайын тәҡдим ителгән рекламаға ҡарау ҙа етә. Уларҙың һәр икенсеһе беҙгә бәхет тойғоһон вәғәҙә итә. Дөрөѕ, бының өсөн түләргә кәрәк. «Шуны-шуны һатып ал да бәхетле бул”, – ти һатыусылар. “Беҙгә ышанығыҙ ҙа бәхет табығыҙ”, – ти теге йәки был дини ағым ағзалары. “Беҙҙе тыңлап йәшәгеҙ һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – ти властар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына