Нур сәсеп  йәшәй — Бына ул бар яҡтан уңған Гөлфирәбеҙ, — тип, бүлмәһенә ингән аҡ халатлы мөләйем ҡатын менән таныштырҙы наркология диспансеры мөдире Әмирйән Ғәлиев. — Өс тиҫтә йылға яҡын бергә эшләйбеҙ, киҫәтеү яһағаным да булманы. Бурыстарын теүәл үтәгән кешегә яҡшы һүҙҙән башҡа ни әйтәһең?
— Әмирйән Хәтип улы, бөгөн тыуған көнөм түгел бит, иртәрәк ҡотлай башланығыҙ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 518 тапҡыр // Тотош уҡырға
Класымда бер нисә ҡыҙҙың битенә һытҡы сыҡҡан. Улар хәҙер күпте белә, аңлай. “Сыҡҡанһың икән, әйҙә тора бир, иҫем китте, ти, һиңә”, — тигәндәй, ана нисек тыныс ултыралар, инша яҙалар. Кәңәштәремде тотҡандарына ҡыуанып, уларҙы күҙәтәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзиткә яҙылыу осоро еттеме, сер түгел, журналист төп эшен ҡайғыртыр урынға икенсе мәсьәлә буйынса баш вата башлай – ниндәй яңылыҡтар килтерер был ярты йыллыҡ: баҫмаларға хаҡ өҫтәлерме, уҡыусылар һаны артырмы? Эштең һөҙөмтәле тамамланыуын юрарға ғына ҡала. Хәйер, тоғро дуҫтар барҙа рухиәт, милли баҫмалар йәшәйәсәгенә иманым камил!
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыу мәсьәләләренә арналған ултырышта ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл Башҡортостанда 50 мең гектар урманды тикшереү күҙаллана.
Был сара урман фондында ҡоротҡостарҙың һәм ауырыуҙарҙың таралыуына кәртә ҡуйыуға йүнәлтелә. Урмандың санитар торошона сифатлы баһа биреү маҡсатында Йоматау участка урмансылығында күсмә уҡыуҙар үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов Мәләүез районында үткән һабантуйҙа ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указдарына ярашлы, Баҡалы районындағы “Бозор” ауыл хужалығы кооперативы һауынсыһы Алчинова Вера Михайловна, Туймазы районындағы “Нерал-Матрикс” ауыл хужалығы предприятиеһының машина менән һауыу операторы Андрусенко Светлана Анатольевна,
Ком: 0 // Уҡынылар: 415 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өҫән буйы гөрләп торҙо Бер-береһенән алыҫ урынлашмаған Нөркәй, Ҡайынйылға һәм Егетәк ауылдары тирәһендәге киң болонлоҡҡа борон йәйләүгә сығырға яратҡандар. Ул осраҡлы һайланмаған – донъя көтөү өсөн бик йәтеш урын: эргәнән генә балыҡҡа бай Өҫән йылғаһы аға, һул яҡта – ҙур булмаған тауҙар теҙмәһе, ә туғайлығы тулы — емеш-еләк. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн уңайлыҡты телгә алыу артыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 633 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сихыр тигән шөғөл менән беҙҙең башҡорттар булышманы, Тәңренән ҡурҡтылар. Һәр им-том эшен Тәңренән рөхсәт һорап ҡына башлайбыҙ. Ана Сурай ауылындағы Кәрәпшин (Кравченко) бабай ҙа балаларға укол һалыр алдынан “Бисмиллаһир рахман иррахим” тип, урыҫ булһа ла, Тәңренән рөхсәт һорай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына