Татыу булғанда байрамдар ҙа күркәм Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй һәм Ҡала көндәрен билдәләү уңайынан тантаналы саралар үтте. Йола буйынса, Башҡортостан менән Рәсәй халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты сағылдырған иҫтәлекле урынға – Дуҫлыҡ монументына – сәскә һалынды.
Сарала Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, республиканың һәм баш ҡаланың власть органдары етәкселәре, башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир Путин ТӘБРИКЛӘНЕ Ил Президенты Владимир Путин Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй көнө айҡанлы ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Дәүләт башлығының ҡотлауында былай тиелә:
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!
Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.
Беҙ Ватаныбыҙ, уның бөйөк тарихы, быуындан быуынға тапшырыла килгән илһөйәрлек традициялары менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Быуаттар буйы атай-олатайҙарыбыҙ Тыуған илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, уның мәҙәни, рухи, ижади ҡеүәтен үҫтергән. Беҙ ошо ҙур ҡиммәтте ҡәҙерләп һаҡларға, Рәсәй яҙмышының, уның ышаныслы киләсәгенең һәр беребеҙгә, ижади хеҙмәтебеҙгә, яуаплы гражданлыҡ позицияһына бәйле булыуын онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Һеҙгә уңыштар юлдаш булһын. Иң изге теләктәремде еткерәм”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 553 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡалылар – булдыҡлылар Һабанда ла һайрашты, майҙанда ла һыр бирмәне Баҡалы игенселәре. Йыл да үткәрелеп, тәртибе ятланып бөтһә лә, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең төп байрамына һәр ваҡыт етди әҙерләнә, программаны яңы саралар менән байыта улар. Ситтән килеүселәр генә түгел, көн дә тиерлек күрешеп-осрашып торғандары ла ҡунаҡ сифатында аяҡ баҫа бит һабантуй майҙанына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 725 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуындар сылбыры өҙөлмәй Һабантуйҙар парадын йәнә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты башлап ебәрҙе. Уҡыуҙағы уңыштары, йәмәғәт тормошондағы матур эштәре менән дан алған белем усағы янында студенттарға һәйкәл асылды. Уның авторы – билдәле рәссам Илдар Шәйәхмәтов. Шул һәйкәлде төҙөүҙә ярҙам иткән “Урал” һәм “Урал аръяғы” мәрхәмәтлек фондтарына ҙур рәхмәтле Сибай институты етәкселеге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 804 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тынғыһыҙ осор Көндәр ҡыҙҙыра. 22 июнь – йылдың иң оҙон көнө. Ҡурай еләге, балан ағасы сәскә тажын аса, ҡыҙыл клевер сәскә ата. Арыш баш ҡоҫа. Емеш ағастары сәскә ҡоя, крыжовник, ҡарағат күҙгә күренеп ҙурая. Айҙың өсөнсө ун көнлөгөндә ер еләге өлгөрә башлай.
Йәйге ҡояштың йылы нурҙарында емеш ағастары япраҡтарын киң йәйеп, тамырҙарын тәрән ебәреп, иркенләп үҫә. Ошо осорҙа улар дымға, ашламаға ныҡ мохтаж.
Ком: 0 // Уҡынылар: 761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәлсәр ҡумта йәки һүҙ тураһында һүҙ Һуңғы ваҡытта телебеҙ, уның сафлығы, ҡулланыу даирәһе, киләсәге хаҡында фекер алышыу төрлө кимәлдә йыш ҡуҙғала. Һәр яҡлап ныҡлы өйрәнеп, фәнни һәм тарихи яҡтан нигеҙләнеп төҙөлгән фундаменталь һүҙлектәрҙең донъя күреүе ҡыуандыра.

Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында ла әле "Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге" тип йөрөтөлгән бәләкәй генә китапҡа ҡарап эш иттек. Ул, авторҙарға ярҙам итеү урынына, ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Был һүҙ орфографик һүҙлектә юҡ, ти ҙә бәйләнә ине матбуғат хеҙмәткәрҙәре. Хатта автор менән килешеп тә тормаҫтан, һинең ҡулъяҙманы үҙҙәренсә үҙгәртергә тотоналар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1669 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫкә алып, рухын яҡтыртайыҡ — Мәрхүм булған мосолмандың 51 көнөн уҙғарырға кәрәкме, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

С. МИҢЛЕБАЕВА.

Баймаҡ районы.

Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт
НИҒМӘТУЛЛИН:
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауырыуҙарҙың ышанысын ҡайтарып булырмы? Башҡортостандың Милли медицина палатаһы президентын борсоған мәсьәләләр хаҡында

Медицина өлкәһе — үтә үҙенсәлекле, ҡатмарлы һәм яуаплы өлкә. Һуңғы йылдарҙа, ниндәй генә өр-яңы программалар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлеге
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Емеш ҡышын танһыҡ Алма компоты. Ғәҙәттә, тәме әскелтем сорттарҙан яһайҙар. Урал сорттары компотында 2-8 мг процентлы С, 35-220 мг процентлы Р витамины бар.
Бер төрлө эрелектәге алмаларҙы һайлап алғас, өҫтөнә ҡайнар сироп (1 л һыуға 200-300г шәкәр ҡушып эшләнә) ҡоялар һәм 80 градус йылылыҡта пастеризациялайҙар (0,5 л банканы – 10 минут, 1 л банканы – 12-15 минут, 3 л банканы – 25 минут).
Ком: 0 // Уҡынылар: 787 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамырҙар тәрәндән һут ала Илеш-Баймаҡ дуҫлығы тамырҙары менән бик алыҫҡа китә. Был йәһәттән, иң беренсе сиратта, 1941 йылды – Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙо – иҫкә алабыҙ. Ул ваҡытта республикала сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башлана. Ҙур бурысты үтәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте әүҙемлек күрһәтә. Баймаҡ районында ул саҡта ҡалдау ерҙәр бик күп була. Республика халҡына, шул иҫәптән Илеш районына, ошо ерҙәрҙе үҙләштерергә кәрәк тигән саҡырыу менән сығалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнләшергә урын юҡ “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе быйыл сентябрҙә үтәсәк Президент һайлауына әҙерлек башланы. Яңыраҡ фирҡә ағзалары үҙ араһынан был вазифаға кандидаттар билдәләне.

Алдан һайлауҙа ҡатнашыу өсөн алты кеше үҙ кандидатураһын күрһәткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күлдәр илен барып күрегеҙ! Ҡурған өлкәһенең күпселек ерҙәре — аҫаба башҡорт төйәге. Унда әлеге көндә 13 меңгә яҡын милләттәшебеҙ көн итә. Ә инде өлкәнең Сафакүл, Әлмән райондары саф башҡорт ауылдарынан тора. Әйткәндәй, 14 июндә Сафакүл районында һабантуй үтәсәк. Халыҡ байрамына Башҡортостан делегацияһы ла саҡырылған. Ошо уңайҙан район хаҡында бер аҙ мәғлүмәт биреп үтмәксебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батыр менән Зөләйха исемен кем алыр? 5 июлдә Салауат районының Малаяҙ ауылында “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы үткәрелә. Быйыл ул милли батырҙың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнала.
Йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ, өлкәндәргә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған байрамда Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған этно-фестиваль уҙғарыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табип Һөйөндөков йыр-моңо менән дә һөйөндөрә Хәбәрсе булараҡ, ҡайһы саҡта бигүк ғәҙәти булмаған, һирәк осрай торған һөнәр эйәләре менән аралашырға тура килә. Күптәр ундай кешеләргә үҙҙәренең йомошо менән әллә ни мөрәжәғәт итмәй. Берәй бәлә-ҡазаға юлыҡмайынса... Шуның өсөн дә был һөнәр хаҡында бәғзеләр бөтөнләй белмәй тиерлек. Суд-медицина экспертизаһы тураһында бара һүҙ. Суд, прокуратура, полиция органдарына йыш ҡына үҙ эштәрен унһыҙ тулыһынса атҡарыу мөмкин дә түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гелән яңыртып тора Атҡаҙанған агроном В. Корнилов бер квадрат метр майҙанда ике килограмдан ашыу еләк үҫтереп алыуға өлгәшә. Сере ябай ғына уның. Еләк түтәлен бер урында өс йылдан артыҡ тотмай. Еләкте ул майҙан сентябргә тиклем өҙлөкһөҙ үрсетә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 790 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына