Моң балҡышы Һәр исемдең үҙенә генә хас моңо бар. Ул – үҙе бер ҡабатланмаҫ ижади әҫәр. Әгәр уның яңғырашына, әйтелешенә иғтибар менән ҡолаҡ һалһаҡ, әлеге моңдо, өндәр гармонияһын, бөтөнлөгөн ишетергә була. Әйтерһең дә, талғын ғына бер көй сыға...
Ер йөҙөндәге һәр кеше үҙендә ошо аһәңде йөрөтә. Ул кешенең асылын, юлын һәм хатта яҙмышын билдәләй. Был хаҡта боронғолар ҙа әйткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 827 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табиптың көсө — уның йөрәгендә Күптән түгел медицина университетынан яҡын дуҫым "Бөйөк Тамерландың шәхси табибы" ("Личный лекарь Великого Тамерлана") тигән бик ҡыҙыҡлы китап-роман бүләк иткәйне. Был тарихи ғына түгел, шулай уҡ Алтын Урҙа дәүерендә Тамерландың шәхесенә, уның табибы — Хажи исемле башҡорттоң әһәмиәтенә, бөйөк полководецты үлемдән ҡотҡарып ҡалыуына ҡағылған нәфис әҫәр ҙә. Бер үк ваҡытта романда уҙған быуаттарҙағы медицинаның хәленә бик күп иғтибар бирелә, автор Тамерлан ғәскәре яугирҙәрен дауалау алымдарын һүрәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Исемең кем?” “Юрматы!” Яҙыусы Зөһрә Бураҡаева балаларына береһенән-береһе матур исемдәр биргән: Айназа, Айсулпан, Юрматы. Улының исеме бигерәк тә хайран ҡалдырҙы, күңелде әсир итте. Күҙ алдына ҡурҡыу белмәҫ батыр егет килеп баҫты. Хәйер, уның менән яҡынданыраҡ танышырға форсат тейҙе.
– Юрматы Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында уҡый, быйыл II класты тамамланы, – тип һөйләне егеттең әсәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ онотола, яҙған – ҡала Һәр кемдең тиерлек үҙаллы тормош юлы ни ҡәҙәрелер икеләнеүҙәр, баҙнатһыҙлыҡ менән башланалыр. Ниндәй генә эшкә тәүәккәлләмә, эргәңдә кәңәш-төңәш итерлек, тейеш тип тапһа, дәртләндереп, зарур тиһә, әйткеләп торорҙай тәжрибәле кеше булһын ул. Мәктәп йылдарында уҡ район гәзитенә хәбәрҙәр яҙып, аҙағыраҡ университетта журналистикаға етди ылығып, Әбйәлилемдәге “Осҡон” гәзитенә эшкә төшкәндә тәүге кәңәшсем дә, һөнәрҙең ни тәмле икәнен аңғартҡан да кешем фронтовик Мофаззал ағай Латипов булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәрефтәр парады Алфавиттағы һәр хәреф билдәле бер сифатты сағылдыра. Түбәндәге мәғлүмәткә таянып, исемеңдәге хәрефтәр буйынса үҙеңдең ниндәй һыҙаттарға эйә булыуыңды билдәләргә мөмкин.

А– башланғыс символы; нимәнелер башлап, уны тормошҡа ашырырға теләү; рухи һәм физик уңайлылыҡҡа ынтылыу.
Б– романтизм билдәһе; аралашыуҙа тотороҡло һәм ышаныслы булыу; инициатива күрһәтеү һәм ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыу һәләте; үҙен матди яҡтан тәьмин итергә тырышыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 865 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белгестәр ауылға ҡайта Был район үҙәк дауаханаһының бер быуатлыҡ тарихы бар. Бөгөн ул – юғары квалификациялы белгестәргә һәм заманса технологияларға эйә киң профилле һауыҡтырыу учреждениеһы.

500 хеҙмәткәрҙән торған коллектив алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәй. Шуның 58-е табип, 247-һе – урта звено медицина хеҙмәткәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһына ҡарата)

Аңы, шәхес иманы ауылының, иле-халҡының киләсәге өсөн үҙен шәхсән яуаплы тойоу кимәленә күтәрелгән кешеләр бар. Нурияны шундайҙар иҫәбенә индерергә булалыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 866 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат образы халыҡ ижадында ла, профессиональ сәнғәттә лә башҡорт милләтенең иң күркәм сифаттарын үҙендә туплаған шәхес булып күҙаллана. Теге йәки был дәүерҙә ил-йорт азатлығы өсөн халҡын яуға күтәргән азаматтар, ил тотҡалары, иншалла, башҡорт тарихында етерлек: Бошмандан башлап Миңлеғәле Шайморатовҡа тиклем барлаһаң, күк көмбәҙендә улар иң сағыу йондоҙҙарҙай балҡыясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүнмәгән дә, һүрелмәгән дә рух Тарихты шәхестәр яһай. Йылдар уҙыу менән ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанам. Әлбиттә, йәмғиәттең, йәшәйештең дөйөм ҡанундары бар, улар менән дә иҫәпләшергә кәрәк. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең тирә-йүндәгеләргә ваҡытында аңлашылып та бөтмәгән ынтылышы, тырышлығы булмаһа, тарихыбыҙҙа күп күренештәр икенсе төрлө сағылыш табыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 614 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика ҡан биреү станцияһында маҡтаулы донорҙарҙы һәм “Рәсәйҙең почетлы доноры” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды. Сара Донорҙар көнөнә арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө дәүләт авиация техник университетына Ҡырымдан һәм Севастополдән абитуриенттар өсөн өҫтәмә рәүештә туғыҙ бюджет урыны бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 496 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, 10 июндән республикабыҙҙа “Граждандарҙың закон сығарыу инициативаһы тураһында”ғы закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә тәҡдим ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күпселек райондар буйлап үткән һуңғы ямғырҙар сарсаған баҫыуҙарға "тып-тып" итеп яуҙы ла юҡ та булды. Болот ер өҫтөн сылатып үтте – ҡояш нурҙары ялап та алды, көслө ел елләтергә өлгөрҙө. Шуға баҫыу өҫтө аҙ ғына ваҡыттан һуң тағы гөрләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айҙар Ғәлимов репертуарынан.

Һине эҙләп күпме юлдар үттем,
Һине эҙләп сыҡтым ҡырҙарға.
Әрнеүҙәрем, йөрәк серҙәремде,
Исемеңде һалдым йырҙарға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына