Полк ҡыҙы Замандашым, яңы бәхет таңын
Ҡаршылаған һайын илемдә,
Халҡыбыҙҙың ниҙәр кисергәнен
Аҙым һайын һаҡла иҫеңдә!

Р. Мифтахов.

Тигеҙ асфальт буйлап барған автобус кинәт кетерләп торған, әммә һеңкелдәк булмаған юлға сыҡты. “Суйырташлы ере башланды”, — тине ҡыҙы Пермь өлкәһендәге үҙе хеҙмәт иткән гарнизонға ҡунаҡҡа алып ҡайтып барған әсәһенә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге рәсми делегация Ҡырымда булып ҡайтты. Сәфәр Рәсәй көнө уңайынан ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәсәғүттә – яңы дауалау корпусы Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Дыуан районына эш сәфәре барышында Мәсәғүт муниципаль-ара медицина үҙәгенең яңы асылған дауалау корпусын ҡараны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәнең өмөтө "Уттай ҡыҙыу ваҡытта кем өйөндә ултырһын, ти!" Ошондай уйҙар менән Урта Ҡарамалы ауылына етәрәк, фермерҙың йортона түгел, ә баҫыу юлына боролғайныҡ, ләкин хужаның ихатаһында кемделер күргәс, туҡтап ҡалдыҡ. Бәй, Ольга Иванова үҙе лә баһа, көтөбөрәк йөрөгән икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихтан билдәле булыуынса, яуҙарҙың күбеһе июндә башланған. Быйылғы ай ҙа тыныс түгел: Ираҡта йәнә һуғыш башланды. Украиналағы бәрелештәр ҙә ҡыҙыулаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Күләгәләге утрау"ға "Мәңгелек сәфәр" Яңыраҡ Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның "Мәңгелек сәфәр" тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыҡты. Автор был китабында донъя төҙөлөшөнә "Урал батыр" эпосы образдары аша күҙ һала, тәү тормошобоҙ төпкөлдәренә ҡараш ташлай, физик һәм рухи ҡанундар серенә төшөндөрә, һәр кешенең, тормошобоҙҙа ниндәй ваҡиғалар булып ятыуына ҡарамаҫтан, үҙ иғтибарын шатлыҡҡа һәм бәхеткә йүнәлтә алыуын, кеше асылының, уның күктәрҙән бирелгән ысын асылының яҡшылыҡҡа ҡоролоуын раҫлай, һәр кемдең, ни генә эшләһә лә, бәхетле булыу өсөн йәшәгәнен иҫбатлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 886 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан парламентарийҙары торлаҡҡа сиратҡа ҡуйыу өсөн документтар йыйыуҙы ябайлаштырырға тәҡдим итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетленең байрамы бергә Баш ҡаланың Октябрь проспекты буйлап тигеҙ сафта Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең республика буйынса 22-се отряды, радиоэлектроника колледжы студенттары, махсус техника үтте.

Ана шулай күңелдәрҙе елкендергес булды Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға – 440, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына – 260, шулай уҡ Рәсәйҙә янғын һүндереү хеҙмәте төҙөлөүгә 365 йыл тулыуға арналған парад.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Егетебеҙ һынатманы Район һәм республика баҫмаларында “Һуҡайлы” хужалығының алсаҡ, зирәк, эшһөйәр механизаторы Илдар Ишекәев тураһында байтаҡ мәҡәлә донъя күрҙе. Тырыш, намыҫлы егеттең ҡаҙаныштары, юғары күрһәткестәре ысын мәғәнәһендә маҡтауға, данлауға лайыҡ.

Нордовка ауылында тыуып үҫкән Илдар тормошон тыуған еренән айырым күҙ алдына ла килтермәй. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫке Ҡорос ныҡлығын юғалтмай Бөгөн ауыл кешеһен иң ныҡ борсоған мәсьәлә нимә тип уйлайһығыҙ? Билдәле, яуап бер төрлө генә яңғырамаҫ. Шулай ҙа күпселек "ауылдарҙың ҡартайыуы" тиер. Артабан, моғайын, мәктәптәр яҙмышы өсөн хәүефләнеүҙәрен белдерерҙәр. Иҫке Ҡороста булғанда ла халыҡтың хәстәре ошондай икәнлегенә ышандыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Райондағы быйылғы һабантуй Баймаҡ-Илеш дуҫлығының 50 йыллығына арналыуы менән әһәмиәтле булды. Матур байрам менән ҡотлап, хеҙмәтсән халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин етәкселегендәге делегация, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәм башҡалар килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡалабыҙ яңыраОшо көндәрҙә Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында торлаҡ комплексы төҙөлөшө менән танышты, яңыраҡ асылған “ЗоргеФитнесс” күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплексында һәм экстремаль спорт төрҙәре паркында булды. Бынан тыш, төбәк башлығы Комсомол урамындағы бассейн төҙөлөшөн тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илсе тигән даны ҡалды Бәрәкәтле Башҡортостан ере үҙенең ғалимдары, нефтселәре, спортсылары, сәнғәт әһелдәре менән генә түгел, дәүләт эшмәкәрҙәре, хатта дипломаттары менән дә дан тота. Илселәрҙең иң билдәлеһе — Кәрим Хәкимов. Был оло шәхес тураһында күптәребеҙ Лотфый Ғәҙилов менән Фәрит Ғүмәровтың китабын уҡып, күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарап белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ярашлы, 1 июлдән икенсе ярты йыллыҡҡа республика халҡы өсөн электр энергияһына тарифтар ғәмәлгә индерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр Йылдағыса, әбйәлилдәр яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, халҡыбыҙҙың милли байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Шулай булмай ни, байрам алдынан ғына, ниһайәт, ергә оҙаҡ көттөргән ямғыр тамсылары төштө. Һабантуйға район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, күрше Силәбе, Магнитогорск ҡалалары вәкилдәре һәм башҡалар килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына