Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һабантуй ҡасан барлыҡҡа килгән? Сәсеү эштәре тамамланғандан һуң һабантуй үткәреү тураһында һүҙ сыҡһа, уның мосолмандарға ғына хас милли байрам булыуы тураһында йыш ишетергә тура килә. Улайһа “ашау” мәғәнәһенә эйә булған “ХАВать” тигән һүҙ (бер ҙә “САВать” түгел) урыҫ телендә нисек барлыҡҡа килгән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат! Исемеңде онотмайҙар Ошо көндәрҙә Эстонияның баш ҡалаһы Таллиннда башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев тураһында китап донъя күрҙе. Эстон һәм урыҫ телдәрендә нәшер ителгән китап батырҙың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнала.

Башланғысты Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәмғиәте тәҡдим иткән. Уның рәйесе Флүзә Хәйруллина әйтеүенсә, китапҡа Салауат Юлаевтың Эстония губернаһында һөргөндә булыуы хаҡындағы Милли архив документтары ингән. Китапҡа баш һүҙҙе Эстонияның мәҙәниәт министры Урве Тийдус яҙған. Унда билдәләнеүенсә, Эстония менән Башҡортостанды ике ил тарихындағы фажиғәле ваҡиғалар берләштерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Почта етәксеһенә һорау бирегеҙ Әгәр гәзит-журналды көнөндә килтермәүҙәре үҙәккә үтһә, матбуғатҡа яҙылыу хаҡы “тешләшә” йәки почта бүлексәһе алыҫ икән, йә булмаһа посылкағыҙ юғалған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнлеген белмәһәгеҙ, шулай уҡ башҡа мәсьәләләргә аңлатма алырға уйлаһағыҙ, беҙҙең редакция менән бәйләнешкә инегеҙ.
Бөгөн сәғәт 2-нән 4-се яртыға тиклем "тура бәйләнеш"тә – Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Миңлевәли улы ҒӘЛИМОВ.
8 (347) 272-75-30 телефонына шылтыратып, уға үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әкиәттең сағыу балҡышы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында төрлө халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса IV “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсы булды. Унда Башҡортостандың 35 районынан 50-гә яҡын бала ҡатнашты. Сағыу, мөғжизәле байрамға уҡытыусылар, ата-әсәләр, әкиәт донъяһына ғашиҡ тамашасылар килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1034 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер урында тапанмай "Минең өсөн ял юҡ, тормош ритмына эйәрмәү мөмкин түгел". Был һүҙҙәрҙе Йәрмәкәй районында булған саҡта йүнсел Илнур Миңлекәевтән ишеттем. Уның фекерҙәре гәзит уҡыусыларға ла, моғайын, фәһемле булыр:
– Мәктәптән һуң тиҫтерҙәремдең барыһы ла тиерлек ауылдан сығып китте. Ҡайһы берәүҙәр Түбәнге Ҡарамалыла ҡалыуымдың сәбәбен ҡат-ҡат һорай торғайны. Борондан килгән йоланы тотоп, ғаиләлә кинйә малай булараҡ, атай нигеҙендә төпләндем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 924 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең элемтә оҫтаһы 2014 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу барышында почтальондар һәм йәмәғәт башланғысында таратыусылар араһында “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырыу буйынса конкурс иғлан иткәйнек. Хәтерегеҙҙәлер, бәйгегә йомғаҡ яһап, еңеүселәр менән таныштырғайныҡ.

Вәғәҙә ителгәнсә, уларҙың күбеһенә бүләктәребеҙҙе алып барып тапшырҙыҡ. Бөгөнгө һанда һүҙебеҙ — үҙ эшенә яуаплы ҡараған почта хеҙмәткәрҙәренең береһе хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Орлоҡ бураҙнаға ятты. Бурыс — мул уңыш үҫтереү» Шаулап-гөрләп уҙған һабантуйҙарҙан һуң ауыл эшсәндәре ҡабат мәшәҡәткә сумды. Ә улар бөтәһе түгел — йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Дәүләкән яҡтарында йыл нисек килә, киләсәккә өмөт ышаныслымы? Район хакимиәте башлығы Закир БИКБУЛАТОВҠА ошо һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Закир Ғизелхаҡ улы, яңыраҡ Асылыкүл буйҙарында ла һабантуй булды, ҡала һәм район халҡы байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршыланы?
— Быйылғы яҙғы баҫыу эштәре юғары ойошҡанлыҡ менән үтте, был иһә халыҡтың кәйефендә лә ыңғай сағылыш тапмай ҡалманы, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
2015 йыл Рәсәйҙә әҙәбиәт билдәһе аҫтында уҙасаҡ. Ил Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында Әҙәбиәт йылын үткәреү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
[/right]Алтын балдаҡ“Гангрена” тип диагноз ҡуйҙылар ҙа бармағын ҡырҡып ҡайтарҙылар. Ярты йыл үткәс, аяҡ осон киҫтеләр. Ике йылдан тубығынан уҡ ҡырҡтылар. Ә хәҙер икенсе аяғының баш бармағы ҡарая башланы. Атаһын йәлләп, юл буйы илап ҡайтты Илсиә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡ өләшә Хәҙерге заманда магазиндар төрлө кейем-һалым менән тулы булһа ла, зауыҡлы кейенергә яратыусылар заказ буйынса тектереүҙе хуп күрә. Беҙ йыш ҡына: “Кейемең матур, килешеп тора — ниндәй оҫта текте?” — тип һоҡланғандарын ишетәбеҙ. Ысынлап та, килешле кейем тегенсенең оҫталығына ла бәйле шул. Бөгөнгө һүҙем – шундайҙарҙың береһе Илүзә Мырҙахан ҡыҙы ҒИМАЛЕТДИНОВА хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңғанлыҡтан килгән бәхет Һәр йома, шәмбе һайын Красноусол урамдарын шаулатып район мәҙәниәт һарайына табан туй машиналары елдереп үтә. Кешеләр туҡтап, уларға һоҡланып ҡарап ҡала. Йорттарындағылар бар эшен ташлап, тамаша ҡылыу өсөн тәҙрәгә ҡаплана. Эйе, матур итеп биҙәлгән туй автомобилендәгеләр аҡ бәхет ептәренә төрөнгән. Улар өсөн барлыҡ ғүмер ҙә аҡҡа ғына күмелеп уҙыр төҫлө тойола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хатта исем-шәрифкә лә иғтибар юҡ... Баш ҡалала йәшәгән Ғәлим Сәйфетдинов менән булған хәл һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.

Күптән түгел Ғәлим Ҡәйүм улы баш ҡалала урынлашҡан «Касторама РУС» магазинында 1 мең 49 һумға 50 метрлы шнур (оҙонайтҡыс) һатып алған. Уны баҡсаға алып килгәс, бер өлөшөн һүтә лә электр розеткаһына тоташтыра.
Ун биш минут та үтмәй, шнурҙан төтөн сыға башлай. Был хәлгә таң ҡалған Ғәлим Ҡәйүм улы шнурҙы тотоп магазинға китә һәм унда тауар өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һорап ғариза яҙып ҡалдыра.
Күп тә үтмәй, «Касторама РУС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән яуап килә. Унда: «Хөрмәтле Галина Ҡәйүм ҡыҙы! Һеҙҙең осраҡта тауарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре боҙолған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 442 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маҡсатына тоғро ҡалды Бынан илле дүрт йыл элек Түбә-2 башҡорт урта мәктәбенең “Б” класын 18 егет һәм ҡыҙ тамамлағайныҡ. Класташтар араһында сослоғо, булдыҡлылығы, уҡыуға отҡорлоғо менән башҡаларҙан айырылып торҙо Камил. Яҙлы-көҙлө үҙебеҙҙең кескәй генә “тимер ат”тарҙа беҙҙән ун ике саҡрым аралыҡта ятҡан Түбә ҡасабаһына йөрөп уҡыныҡ. Аттестат алып, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралаштыҡ. Ҡайһыларыбыҙ тыуған төйәктәрендә ҡалды, күптәр урта, юғары белем алыуға ниәт ҡылып, уҡыу йорттарына юлланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яшаны урманда кем ашатыр? “Күләш” ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгендә йыл әйләнәһенә эш туҡтамай. Кушнаренко районындағы был үҙәккә төрлө йәрәхәттәр алған ҡырағай йәнлектәрҙе йыш килтерәләр. Йәнлектәрҙе Филүзә менән Роберт Әҙиевтәр ҡарай. Нығынған малҡайҙарҙы ҡайтанан тәбиғәт шарттарына ҡайтарыу ҡыуаныслы ваҡиға булһа ла, белгестәр улар өсөн хафаланыуын йәшермәй. Ҡулға эйәләшкән, кешенән тик изгелек күреп өйрәнгән хайуан иректә үҙен нисек тотор?
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына