Киләсәк – йәштәр ҡулында Һамар өлкәһендә Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының “iВолга” II йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Быйылғы йыйын халыҡ-ара статусҡа эйә – унда Ҡытай Халыҡ Республикаһынан делегаттар килде. Башҡортостандан форумға барған 110 кеше инженерлыҡ, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украиналағы хәл-ваҡиғалар һаман да иғтибар үҙәгенән төшмәй. Ираҡта ла һуғыш дауам итә. Таможня союзы ағзалары иһә Украинаға ҡарата иҡтисади санкция әҙерләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли музей юбилейын билдәләй Республикабыҙҙың Милли музейы 150 йыллығына арналған юбилей сараларын билдәләй башланы.

“Музей калейдоскопы” тип аталған тәүге кисә уч­реждениеның бөтә залдары буйлап экскурсияларҙы, уйындарҙы, викториналарҙы берләштерҙе. 20 июндә республиканың төп музейы төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләне, ҙур ташлама яһалып, һәр 150-се билет бушлай тапшырылды. Ихатала башҡорт тирмәһе ҡуйылды, ҡурай моңо яңғыраны. Бында һәр кем башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәре менән танышыу, йомаҡтар сисеү, милли кейемдәрҙә фотоға төшөү мөмкинлегенә эйә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 768 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте Былтыр “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү” Федераль законы үҙ көсөнә инде. Унда ҡулланылған һыу ресурстарын иҫәпләүҙе, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һыуҙың сифатына иғтибарҙы йәлеп итеү буйынса етди талаптар ҡуйылды.
Был тарафта Дыуан районында халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү нисек тормошҡа ашырыла? Һыу ятҡылыҡтары етерлекме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында йәнә көсөргәнешле эш башланды. Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм уның урынбаҫарҙары көн дә тиерлек төрлө партия вәкилдәре менән осрашып тора. Был юлы Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәре менән эшлекле фекер алышыуға йыйылды. Сарала Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов та ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы субъекттарындағы дәүләт власының закондар сығарыу органдары ассоциацияһының Ижевскиҙа үткән ХХIХ ултырышында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Кешеләр беҙгә ауыр минуттарҙа, килеп тыуған мәсьәләне башҡаса хәл итергә әмәле ҡалмағанда ярҙам һорап килә. Беҙ ғәҙеллекте яҡлашырға тейеш. – Шулай тине республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов граждандар мөрәжәғәтенең һөҙөмтәлелеген тикшереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғалим һәм яҙыусы Әхнәф Харисовтың тыуыуына – 100 йыл

Башҡорт халҡы ре­волюцияға тиклем яҙма әҙәбиәтһеҙ халыҡ булған тигән уйҙырмалар төрлө мәҡәләләрҙә, тантаналы тел­мәрҙәрҙә оҙаҡ ваҡыт ҡабатланып килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 894 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил батырҙарына бурыслыбыҙХәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө айҡанлы үткән митингта Бөйөк Ватан һуғышы, төрлө хәрби хәрәкәттәр һәм тыл ветерандары, предприятие, учреждение һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Онотманым һине, олатай!Ишембай ҡалаһында һуғыш ҡорбандарын иҫкә алғанда илгә тыныслыҡ теләнеләр. Бөгөн дә был көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә.

– Ғәйшәм! Һин ҡайғырма берүк. Мин иҫән-аман ҡайтырмын да малайҙарыбыҙ менән бергә бынамын итеп донъя көтөрбөҙ, ҡәһәрле фашисты ғына дөмөктөрәйек, – тип өмөтләндерә ҡатынын Таһир фронтҡа китер алдынан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 607 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алмағас ултыртһағыҙ... Яҙ көнө баҙарҙа Силәбе өлкәһенән килтерелгән алмағас үҫентеләрен алғайныҡ. Ҡайтҡас, яҙыуын ҡараһаҡ, “Польшала етештерелгән” тип яҙылған. Бындай үҫентеләр беҙҙең һыуыҡ ҡышҡа бирешмәйме? Әллә тик районлаштырылған үҫенте алырға кәңәш итәһегеҙме?
Һорауға Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәге етәксеһе Ринат ШАФИҠОВ яуап бирә:
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыҡһынып ҡына ла  татый күрмә Донъяла наркоманияға ҡаршы көрәш йөҙ йылдан ашыу дауам итә. Әммә был афәт тоҙағына эләккәндәр һаны һис кенә лә кәмемәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә генә һигеҙ миллиондан ашыу кеше үҙен наркотик менән даими ағыулай. Һөҙөмтәлә күптәрҙең ғүмере ҡыйыла, яҙмышы емерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ауыл йәштәрен саҡырабыҙ!” Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге өсөн ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто бар, ул – Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетының Урал аръяғы филиалы.
2005 йылда асылған белем усағының ике уҡыу корпусы, 300 урынға иҫәпләнгән ятағы, уҡыу-спорт комплексы, 100 урынлыҡ ашханаһы, автодромы, йәшелсә баҡсаһы бар. Шулай уҡ Сибай ҡалаһынан йыраҡ булмаған Күлтабан ауылында филиалдың 50 гектар майҙанды биләгән агробиостанцияһы, умарталығы урынлашҡан. 290 студент көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 300 кеше ситтән тороп белем ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ офоҡтары киңәйә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында республиканың төрлө районынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә йәштәр белем ала. Күптән түгел институт етәкселеге Ырымбур делегацияһын ҡабул итте. Күрше өлкәнекеләр Сибайға ҡала менән танышыу, урындағы тәжрибәне өйрәнеү һәм киләсәктә бындағы белем биреү йорттарына үҙ балаларын ебәреү маҡсатын күҙ уңында тотҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан урмандарында уҙған ял көндәрендә өс янғын теркәлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына