Ихтыяр көсөң ныҡ, аҙығың мул булһын Йәйге селлә башлана. Йылға-күл төптәрендә хәҙер ем күп, шунлыҡтан балыҡтар наҙланып, ризыҡты ныҡ һайлап сиртә.
Бөгөн карп менән һаҙанға айырым туҡталып үтмәксебеҙ. Мәғлүм булыуынса, улар Башҡортостанда күп таралған.
Карпҡа килгәндә, уның өс төрө бар: тәңкәле, яланғас һәм тәңкәһеҙ. Был балыҡ ашауға талымһыҙ, йылы ярата. Тиҙ үҫеүе менән дә айырылып тора: 12 – 14 килограмға етә. Карпты үрсетеү өсөн күл, быуа ҡулайлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1277 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан өлгө күрһәтә Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, театр артисы Гүзәл Маликова Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса иң тәжрибәле төбәктәрҙе билдәләү йәһәтенән Чебоксар ҡалаһында уҙғарылған конференцияла ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрйәндә – яңы етәксе Бөрйән район Советы Рөстәм Шәриповты контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар итте. Әлегә тиклем ул башлыҡтың беренсе урынбаҫары булып эшләне.
Рөстәм Динислам улы Шәрипов 1982 йылда Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Юғары белемле – БДУ-ның Сибай институтын һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1170 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухлылар эшләй бында ...Зөбәй Үтәғолов, Жәлил Кейекбаев, Ноғман Мусин, Әнисә Таһирова һәм башҡа бихисап абруйлы шәхестәргә белем биргән Маҡар мәктәбе. Ниндәй өлкәне генә алма – һәммәһендә лә ошо белем усағын тамамлағандар хеҙмәт күрһәтә. Яҡшы белем дә, ҡиммәтле тәрбиә лә, рухи үҫеш тә бар был йортта.
150 йылға яҡын элек барлыҡҡа ки­лә әлеге уҡыу йорто.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1039 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бергә булған бөлмәҫ 4-5 июлдә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2014: “Стратегия “25-20”. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек – берҙәм уңыштың яңы мөмкинлектәре” тигән инвестиция форумы үтә.
Йыйында биләмә-ара кооперация, төбәктәргә оҙайлы инвестициялар йәлеп итеү ысулдары хаҡында һөйләшеүҙәр ойошторола. Инфраструктура проекттары үҫеше мәсьәләләрен хәл итеү, шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылға 25 миллион юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыу талабын тормошҡа ашырыу буйынса ла фекер алышыу күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1154 тапҡыр // Тотош уҡырға
Түңәрәк күлдә нимә йәшенгән? 1-2. Арҡаһы үгеҙ елкәһенә оҡшаған йыртҡыс балыҡ. 2-3. Яҫы моронло, итләс эре балыҡ. 3-4. Инәһе тулғана – балалары ҡул саба. 4-5. Ҡараһыу йәшел төҫлө яҫмыҡ балыҡ. 5-6. Түңәрәк күлдә эт өрә. 6-7. Ептән үрелгән ҡанатлы мурҙа. 7-8. Суғырмаҡ тәнле ер-һыу йәнлеге. 8-9. Тәңкәһеҙ ваҡ йылға балығы. 9-10. Йотҡо. 10-11. Балтаһыҙ, ҡулһыҙ боҙ вата. 11-1. Суртан тотоу ысулы. 2-10. Балыҡтың тын алыу ағзаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылыбыҙ икмәкле, йырлы булһын! Тупраҡтар сөм-ҡара бында,
Тупраҡ һутланып тора,
Бураҙнаға ҡояш төшһә,
Ялтырап, янып тора.
Кисен уға орлоҡ сәсһәң,
Таң менән шытып сыға,
Ер хаҡында шуға әйтәләр:
«Тот та икмәккә һыла».
Ком: 0 // Уҡынылар: 1193 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ярҙам”дың файҙаһы ҙур Студент-ирекмәндәр ҡәберҙәрҙе тәртиптә тота

…Бер көн телевизорҙан илһөйәрлек хаҡында ҡыҙыу бәхәс бара. Шул тапшырыуҙа сығыш яһаған олпат ҡына әфәнде:
– Хәҙер йәштәр Тыуған ил, тарих төшөнсәләренең бөтөнләй ҡәҙерен белмәй, – тип күңелгә хафа орлоғо һалырға самалай.
// Уҡынылар: 1024 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 993 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәшмәк үҫтерергә лә өйрәтәләр Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә берҙән-бер ауыл хужалығы техникумы уңышлы эшләй. Ул Дыуан ауылында урынлашҡан. Мәғариф өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр барғанда был уҡыу йортоноң көнитмеше нисек? Ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Төбәк халҡы өсөн белем усағының әһәмиәте бармы? Гәзит уҡыусыларҙы Дыуан аграр техникумы эшмәкәрлеге менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1079 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҫыл шәхес Шәриф Бикҡолдоң китаптары менән танышҡанда ҙур күләмле әҫәрҙәренең аҙағында ҡайҙа һәм нисәнсе йылда яҙылғанлығы күрһәтелгән. Мәҫәлән, “Йәйге бер төндә” поэмаһы 1960 йылда Күмертауҙа ижад ителгән. “Һынау” поэмаһы 1963-1964 йылдарҙа шулай уҡ күмерселәр ҡалаһында яҙылған. “Берлектә – тереклек”, “Ҡуян нисек ҡапҡан, ҡотолор юл тапҡан?”, “Ярғанат”, “Ниңә тундар бер иш түгел?” әкиәттәре,
Ком: 0 // Уҡынылар: 796 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандан 29 проект “iВолга” халыҡ-ара форумы финалына сыҡты һәм федераль ярҙамға дәғүә итә. Уларҙың иң яҡшылары сараны ябыу тантанаһында асыҡланасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Асыҡ хөкүмәт” эшмәкәрлеген координациялау буйынса федераль Хөкүмәт комиссияһының ғәмәлдәре өсөн яуаплы Рәсәй министры Михаил Абызов Башҡортостанға сәфәре барышында төбәктәге эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Йүнселдәр өсөн эш шарттары, уларҙың дәүләт идараһы системаһы менән үҙ-ара эш итеүендәге өҫтөнлөктәрҙе асыҡлау тураһында фекер алышыу Республика йортонда уҙғарылған сараның төп бурысы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡара сиңерткәне кем туҡтатыр? Быйылғы йыл уңайлы килә тиһәм, күптәр риза булыр, моғайын: эҫеһе лә бар, ямғыры ла яуып ала. Ләкин бер яҡшыға бер яман тигәндәре лә дөрөҫтөр – республиканың бер нисә районында ҡара сиңерткә (саранча) яуын туҡтатыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Туҡтата алмаған хәлдә уның башҡа райондарға таралыуы, ауыл хужалығына һәм тәбиғәткә ҡот осҡос ҙур зыян килтереүе ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә иң юғары хаҡ билдәләнде. Уның Төбәк операторы фондынан түләнеүе мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына