Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Бөгөн кис ҡояш байыу менән, иншаллаһ, изге Рамаҙан шәриф айына аяҡ баҫабыҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләйем!
Исламдың биш терәгенең береһе булған Ураҙа мәле – тәҡүәлек, Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәргә һәм тыйылырға өйрәнеү осоро. “Кем дә кем ураҙа тотоп та, насар уй-фекерҙән, һүҙҙән, эштән туҡтамай икән, Хоҙай Тәғәлә уның асығыуына мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1177 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай янда булғас... Ир-егеттең ғаиләләге һәм йәмғиәттәге әһәмиәтен, абруйын арттырыу маҡсатында быйыл апрелдә ҡалала Атайҙар советы ойошторғайныҡ. Уның уставын эшләнек, тормошҡа ашырасаҡ саралар теҙмәһен төҙөнөк.
Майҙа мәғариф учреждениеларында “Бергәләп барыһын да булдырабыҙ!” тигән махсус акция үткәрелде. Унда өлкәндәр балалары менән бергә мәктәп ихатаһын йыйыштырҙы, төрлө бәйге ойошторҙо, ҡул эштәрен күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төйәк тарихын беләһеңме? Cтуденттарға фән менән шөғөлләнеү, мәҡәләләр яҙыу, белемен һәр яҡлап камиллаштырыу өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында киң мөмкинлектәр тыуҙырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 883 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙәр байрам итте Илдең баш ҡалаһындағы “Коломенск” музей-ҡурсаулығында һабантуй гөрләп үтте. Был милли байрамды Башҡортостан һәм Татарстан республикалары етәкселеге, Мәскәү Хөкүмәте берлектә ойошторҙо.

Мәскәү был көндә йыр-моңға күмелгәйне. Бигерәк тә халыҡ оҫталарының ҡул эштәре йәрминкәһендә сират ҙур ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 764 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илата ла, йырлата ла имтихан Сығарылыш класс уҡыусылары алдында үҙаллы тормош юлына яңы офоҡтар асыла. Уларҙы икһеҙ-сикһеҙ асыштар, еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, көйәләнеү, ғазаплы һәм татлы мөхәббәт, ғөмүмән, әле ошо ваҡытҡа тиклем сер булып ҡалған оло донъя ҡаршы ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге ниәттәр менән йәшәй Күңелгә ауыр саҡта йәки хис-тойғоға сорналған ваҡытта кешелә ижад итеүгә ихтыяж уяна. Ғөмүмән, әҙәм затының тәбиғәте шундай. Йөрәктәрҙе әсир итерҙәй илаһи ижад борон-борон замандарҙан уҡ йән аҙығы, рухи көс өҫтәүсе сығанаҡ булараҡ ҡабул ителгән. Юғиһә, Пушкин, Мостай кеүек олуғ талант эйәләренең бөйөк әҫәрҙәре бөгөнгәсә килеп етмәҫ ине. Рухи-мәҙәни ҡиммәттәр һәр дәүер өсөн дә оло мәғәнәгә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәк – улар ҡулындаБайрам уңайынан республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында йәш таланттарҙы тәбрикләү тантанаһы булды. Киләһе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индереүселәргә, шулай уҡ йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәгән яңы заман вәкилдәренә Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Альберт Мифтахов менән республикабыҙҙың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта иҫтәлекле бүләктәр,
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙгәрештәр индерелә

Киләһе йылда, Берҙәм дәүләт имти­ханынан тыш, сығарылыш иншаларын да яҙыу талап ителә, тиҙәр. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә, абитуриент­тарҙың шәхси ҡаҙаныштары ла иҫәпкә алынырға тейеш, тип ишеткәйнем. Шулар дөрөҫмө?
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөнөң Ленин район суды 23 йәшлек егетте наркотиктарҙы пропагандалауҙа һәм законһыҙ реклама таратыуҙа ғәйепле тип таныны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 483 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙерге йәштәр буш ваҡытын ҡайҙа үткәрә? Был һорау бөгөн бик күптәрҙе борсойҙор. Яңы заман технологияларының беҙҙе уратып алыуы сәбәпле, күп ваҡытын виртуаль донъяла үткәреүселәр арта. Ысын дуҫлыҡтың баһаһы, әҙәби китап­тарҙың ҡиммәте кәмей барғандай. Хәҙер бит барыһы ла тиерлек Интернет аша аралашыуҙы хуп күрә. Башҡа социаль сайттарҙа яңы дуҫтар таба, күңел аса.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәк – йәштәр ҡулында Һамар өлкәһендә Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының “iВолга” II йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Быйылғы йыйын халыҡ-ара статусҡа эйә – унда Ҡытай Халыҡ Республикаһынан делегаттар килде. Башҡортостандан форумға барған 110 кеше инженерлыҡ, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украиналағы хәл-ваҡиғалар һаман да иғтибар үҙәгенән төшмәй. Ираҡта ла һуғыш дауам итә. Таможня союзы ағзалары иһә Украинаға ҡарата иҡтисади санкция әҙерләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли музей юбилейын билдәләй Республикабыҙҙың Милли музейы 150 йыллығына арналған юбилей сараларын билдәләй башланы.

“Музей калейдоскопы” тип аталған тәүге кисә уч­реждениеның бөтә залдары буйлап экскурсияларҙы, уйындарҙы, викториналарҙы берләштерҙе. 20 июндә республиканың төп музейы төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләне, ҙур ташлама яһалып, һәр 150-се билет бушлай тапшырылды. Ихатала башҡорт тирмәһе ҡуйылды, ҡурай моңо яңғыраны. Бында һәр кем башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәре менән танышыу, йомаҡтар сисеү, милли кейемдәрҙә фотоға төшөү мөмкинлегенә эйә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 768 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте Былтыр “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү” Федераль законы үҙ көсөнә инде. Унда ҡулланылған һыу ресурстарын иҫәпләүҙе, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һыуҙың сифатына иғтибарҙы йәлеп итеү буйынса етди талаптар ҡуйылды.
Был тарафта Дыуан районында халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү нисек тормошҡа ашырыла? Һыу ятҡылыҡтары етерлекме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында йәнә көсөргәнешле эш башланды. Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм уның урынбаҫарҙары көн дә тиерлек төрлө партия вәкилдәре менән осрашып тора. Был юлы Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәре менән эшлекле фекер алышыуға йыйылды. Сарала Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов та ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 28 Алға
Бит башына