Тормош яҡшырыр, тип ышаналар Илебеҙгә ҡушылған яңы төбәккә – Ҡырым Республикаһына – һәр яҡтан ярҙам күрһәтеү дауам итә. Уларға беҙҙәге тормош-көнкүреш шарттарына яраҡлашырға, ҡанундарға төшөнөргә булышлыҡ ҡылыу мөһимлеге көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо йәһәттән мәғариф тармағы вәкилдәренә яңы ватандаштарыбыҙҙы илдәге белем, тәрбиә биреү үҙенсәлектәре, заманса уҡытыу алымдары менән таныштырыу, аңламаған урындарҙы төшөндөрөү, кәңәштән айырмау бурысы ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лондонға ла етте һабантуй Бөйөк Британияла башҡорт һәм татар диаспораһы вәкилдәре башланғысы менән өсөнсө тапҡыр һабантуй уҙғарылды.

Төрлө ойошмалар, шул иҫәптән Башҡорт­остандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамы менән үткәрелгән сараны асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының Бөйөк Британия Корол­легендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Яковенко ҡатнашты.
Ул үҙенең сығышында Рәсәйҙәге этномәҙәниәт аша ил халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни аралашыуының әһәмиәтен билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙ именлеге – улар ҡулында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты алдындағы майҙан һабантуйҙы хәтерләтә. Автомобилдәр рәт-рәт теҙелеп киткән, кешеләрҙән иһә – һыу буйы сират. Кем әйтмешләй, яҡын да барырлыҡ түгел.
– Бында ниндәй сара булыуы көтөлә? – тип юрамал аптыраулы ҡарашымды эргәмдә торған оҙон буйлы ағайға тө­бәйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге делегация “Төбәк-ара хеҙмәттәшлек: яңы үҫеш мөмкинлектәре” Рәсәй-Азербайжан форумы эшенә ярашлы Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла бер нисә осрашыу үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Асыҡ республика” сайтындағы “Электрон ҡабул итеү бүлмәһе” киҫәге аша быйыл 8 меңдән ашыу кешенең мөрәжәғәте алынған. “Асыҡ Хөкүмәт” мәсьәләләре буйынса Рәсәй министры Михаил Абызов менән осрашыуҙан һуң үткән фекер алышыуҙа Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 500 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҫыл шәхес Шәриф музейы, Бикҡол күпере

Артабан беҙҙе Ҡарлыман ауылын икегә бүлеп аҡҡан Ҡарлыман йылғаһы аша яңы ғына төҙөлгән күперҙе күрһәтергә алып киттеләр. Уның нимәһе барҙыр инде, тиеберәк аптырап ҡалғайныҡ, аҙаҡ ғәжәпләнеүебеҙҙең һәм һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 753 тапҡыр // Тотош уҡырға
”Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 18 апрель һанында күренекле ғалим, педагог Мирас Иҙелбаевтың “Директорыбыҙҙың ышанысын аҡланылар” исемле мәҡәләһе менән “Интернатым – пар ҡанатым” тигән рубрика асылыуы минең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Данлыҡлы белем усағының икенсе сығарылыш уҡыусыһы булараҡ, хәтирәләрҙе яҙып ебәреүҙе ҙур бурысым тип һанайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белорет районындағы Шығай ауылында Мәҙәниәт йылына арнап “Йондоҙлоҡ” башҡорт мәҙәниәте үҙәге асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 581 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биргәндә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухландырҙы йырлы Йылайыр Бөтә донъя йәштәр көнөндә Һаҡмар буйы гөрләп торҙо: республика йәштәре ҙур йыйын уҙғарҙы. Байрамда, һабантуйҙағы кеүек үк, милли көрәш, ҡул һуғышы, арҡан тартышыу, гер күтәреү, футбол, волейбол кеүек спорт ярыштары ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 945 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына