Донъя фоторәссамдары – Башҡортостанда “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһы төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән фоторәссам­дарҙы 24-се тапҡыр йыйҙы. Быйыл ул Мәҙәниәт йылына арналды.

Акция “Ер планетаһы, беҙ – һинең балаларың” фотофестивален, төнь­яҡ-көнсығыш райондар буйлап фо­тотурҙы үҙ эсенә алды. Сарала ҡат­­нашыусылар фотоға төшөрөү темаһын һәм объекттарын һайлап, дүрт төркөмгә бүленде. Ике көн эсендә улар баш ҡаланың күп кенә иҫтәлекле урындарында булды. Республика буйынса уларҙың маршруты Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан һәм Салауат райондарынан үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңғыратты яңауылдар Беүә буйын Тәүге тапҡыр мәшһүр Мостай Кәрим тарафынан Башҡортостандың “төньяҡ ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Яңауылда дәртләнеп эшләй ҙә, күңелле ял итә лә беләләр. Республиканың йәш ҡалаларының береһе, нәҡ Йәштәр көнөндә үҙенең 23 йыллығын билдәләп, быны тағы ла бер тапҡыр раҫланы. “Хыялдар ысынға әйләнгән ҡала” тип аталған бай сара кискә тиклем дауам итте һәм фейерверк менән тамамланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 865 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мораҙым тарлауығы йәштәрҙе йыйҙы Уҙған йомала “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы биләмәһендә Йәштәр фестивале үтте. Яҡшы йолаға әүерелгән байрамға быйыл “Халыҡтар дуҫлығы” тигән исем бирелде. Ул Бөтә Рәсәй йәштәр көнөнә арналды.
Иртә таңдан болонға кешеләр ағылды. Райондың ауыл биләмәләре командалары донъя халыҡтары мәҙәниәтен сағылдырған тирмә-ихаталар ҡорҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп яҡлы ижадсыЯҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалға – 60 йәш

“…Ер йыуашайғандай итте: ярһыуҙары баҫылды, танһығы ҡанды, ниһайәт. Ул утығып, туйып кикергәндәй ятты, ирәйеп йәйрәне, буйҙан-буйҙарға һуҙылды… Ер, наҙға тулышҡан бисәләй, тулғынып иркәләнде… Туҡ орлоҡтар ҡарынына ҡойолдо…”

Ринат Камалдың “Китап” нәшриә­тендә 2008 йылда донъя күргән “Ҡотлояр – Бәхтейәр” трилогияһынан алынды был юлдар. Ер һәм Кеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдынғылар көс һынашты Илеш һауынсылары араһында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса техниктар бәйгеһе күркәм йолаға әүерелде. Быйылғы ярыш “Урал” йәмғиәтендә – Рсай ауылында үтте.

Бәйгене райондың ауыл хужалығы идара­лығы етәксеһе Илгизәр Хәмиҙул­лин алып барҙы.
– Хужалыҡта килем алыуҙың төп сыға­нағы – һөт. Уны етештереү былтыр­ғынан күпкә артты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Романдар оҫтаһы Беренсе тапҡыр Ринатты уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында, Күмертау ҡалаһының 8-се Маячный урта мәктәбе уҡыусыларын Өфөгә экскурсияға алып килгәндә, күрҙем. “Ағиҙел” журналы редакцияһына индек. Унда яҡташыбыҙ Рәшит Солтангәрәев эшләй. Беҙҙе редакция хеҙмәткәр­ҙәре менән таныштыра. Арала ҡаҡса ғына, бәләкәй буйлы, оялсан йылмайған егет тә бар. Ҡағыҙ­ҙарына күмелеп ултыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1279 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡтан килгән хыял – Беренсе кластан Арсенды видеокамераға төшөрәм. Шуларҙың береһендә ул үҫкәс, ҡотҡарыусы булырға теләүе хаҡында белдерә, – ти малайҙың атаһы.

Тимәк, кешеләрҙе бәләнән ҡотҡарыу, уларға ярҙам итеү теләге бәләкәйҙән килә. Әммә хыялдың шулай тиҙ арала тормошҡа ашырын ул уйлап та еткер­мәгәндер әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мал-тыуар сәләмәт булһын Республикабыҙҙа мал һаны арта бара. Шуға күрә ветеринария хеҙмәтендә эшләүселәр – Волга буйы округында иң күбе. Төп күрһәткестәр буйынса был тармаҡ – илдә алдынғылар иҫәбендә.

Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында ветеринария буйынса төбәк-ара конференция булды. Унда Рәсәй төбәктәре ара­һында тауар әйләнешенең ҡырҡа артыуы һөҙөмтәһендә сеймалдың һәм эшкәр­телгән аҙыҡ-түлектең ветеринар хәүеф­һеҙлеге хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил халҡына  шәп бүләк! Киләһе йылда беҙҙе 28 көнлөк түләүле “каникул” көтә. Ял 1 – 12 ғинуарҙағы Яңы йыл каникулынан башлана.

3 ғинуарҙағы ял көнөн йома, 9 ғинуарға, ә йәкшәмбе, 4 ғинуар­­ҙағыһын дүшәмбе, 4 майға күсереү күҙаллана. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец рә­йес­ле­гендәге Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия киләһе йылға
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин Ринат Камалды егерме йыл самаһы беләм. Ул ваҡытта Ринат «Ағиҙел» журналында эшләп йөрөй ине. Беҙ, асыҡлыҡ елдәре иҫкәс, журналда Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәләре»н тәржемәләп баҫтыра башланыҡ. Уҡыусыларҙа шул йылдарҙа ифрат ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты ул. Журнал мөхәррире, күренекле әҙип Булат Рафиҡов үҙ янына һәләтле заттарҙы ылыҡтыра ине. Әйткәндәй, «Ағиҙел» журналына әүәлдән һәр яҡтан һайлап, булдыҡлы әҙиптәрҙе генә эшкә алдылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 581 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына