Уҡыуҙағы уңышта ла өлөшө ҙур “Америкаға йәки Бөйөк Британияға нисек барып ҡайтырға?” тип баш вата­һығыҙмы? Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимна­зияһы уҡыу­сылары­ның был хыялы тормошҡа ашты ла инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлең нисек, һуғыш балаһы? Әсәһе йәки атаһы булмаған бала һыңар ҡанатлы ҡошто хәтерләтә. Ҡәҙерлеләренең наҙынан мәхрүм кескәйҙәр һауаға, бейеккә, талпынып осор өсөн ныҡлы терәк-таяныс, этәргес көс эҙләй, әммә таба алмай. Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында ғәзиз кешеләрен, бала сағын юғалтҡан ҡыҙҙар менән малайҙар ҙа ошо ҡошсоҡто хәтерләтә кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1120 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ӨЛГӨҺӨ Бөгөн сәғәт 11-ҙә Өфөләге «Таң» ҡунаҡханаһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған «Бөгөнгө шарттарҙа йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү» темаһына төбәк-ара семинар үтә. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштора.
Семинар эшендә Рә­сәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән баш­ҡорт йәмәғәт ойошмалары ағзала­ры, республика район һәм ҡалаларындағы ҡоролтайҙарҙың башҡарма комитеттары рәйестә­ре, шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйерле юл теләй Хәйретдинов Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – үтә яуаплы һәм ҡатмарлы бурыс. Айырыуса бөгөн еңел түгел, сөнки автомобилдәр йылдан-йыл арта, ә юлдың сифаты бер кемде лә тиерлек тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй. Үкенескә ҡаршы, кешеләрҙе ҡорбан иткән юл-транспорт фажиғәләре тураһында көн дә тиерлек ишетергә мәжбүрбеҙ.
Ошондай шарттарҙа йөктөң иң ауыр өлөшө ЮХХДИ инспекторҙары иңенә төшә. Уларҙың профессионаллегенә, үҙ эшенә етди, яуаплы ҡарауына бик күп нәмә бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы дүртенсе тапҡыр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһын ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1052 тапҡыр // Тотош уҡырға
Саммиттарға — етди иғтибар Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы илселәренең һәм даими вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Ултырыш илдең милли мәнфәғәттәрен яҡлау, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен нығытыу мәсьәләләренә арналды. Һөйләшеү барышында тышҡы сәйәси бурыстар ҙа билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илмир беҙҙең ярҙамға мохтаж Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ҡыуанып ҡына үҫеп килгән биш йәшлек Илмир Иманғоловта ҡот осҡос сир табылды: уның баш мейеһендә яман шеш бар.
Яңыраҡ Илмир Мәскәүҙә нур терапияһы үтте лә әсәһе менән Нижневартовск ҡалаһына юлланды: унда тағы һигеҙ тапҡыр химия ярҙамында дауа алырға кәрәк. Һуңынан тағы ла – Мәскәүгә, нур терапияһына...
Юлға һәм дауаланыуға талап ителгән аҡса ғаилә иңенә ҙур йөк булып ятҡан: әсәһе көнө-төнө улы менән бергә булырға тейеш, ә атаһының эш хаҡына барлыҡ сығымды ҡаплап булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1327 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Изгелекле милләтемдең Күңел күктәрен яҡтырт!” Районыбыҙҙа 30-ға яҡын мәсет бар. Рамаҙан айы башланыр алдынан, йома көндө, тағы ла бер иман йорто ҡалҡып сыҡты.
Иҫке Күктау халҡы изге эште үҙе башланы: бер йыл элек тап ошо ва­ҡытта ауылдаштар бергәләп иҫке мәсет ихатаһында өмә үткәреп, яңыһына нигеҙ һалды. Төп ниәт, әлбиттә, ди­небеҙҙе үҫтереү, йәштәр күңелендә әхлаҡ, иман тәрбиәләү, эскелекте бөтөрөү, кешеләрҙе дуҫ, татыу йәшәргә өндәү ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҡшатмаҫлыҡ түгел шул! Йәмле тәбиғәт ҡосағында, саф һыулы Һаҡмар йылғаһы янында урынлашҡан “Ҡайынҡай” һауыҡтырыу лагеры Хәйбулла районында балаларҙың иң яратҡан ял үҙәктәренең береһе булып танылған. Лагерҙа бер булып ҡайтҡан баланың киләһе йыл да мотлаҡ бында ял итергә теләк белдереүе юҡҡа түгел.
Бүребай тау-байыҡ­тырыу комбинаты ҡара­мағындағы ял үҙәге яңы миҙгелгә яҡшы әҙер­лән­гән, балалар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Эргәнән генә аҡҡан Һаҡмарҙа һыу инеү мөмкинлеге булһа ла, уҡыу­сылар лагерҙағы бассейнда йөҙөүгә өҫтөнлөк бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙйәшәр яугирҙең 69-сы Еңеү яҙы Атйетәр ауыл Советына ҡараған Һыулы Ҡыуаҡ ауылында һуғыштың ут-һыуын кискән йөҙйәшәр яугир-уҙаман йәшәүен белгәс, һәммәбеҙҙә лә уны барып күреү теләге уянды. Ауыр һынауҙарҙы үтеп сыҡҡан, әлеге ваҡытта иҫән-һау йәшәп ятҡан уҙаман геройҙарыбыҙҙы бөгөн, ысынлап та, тере легендаға тиңләрлек. Улар хаҡында һөйләмәү мөмкин түгелдер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына