Сал тауҙарым, урмандарым Һаҡлай тарих, ер йәмен Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы булды

...Күк күкрәп, йәшен ялтлай. Уҡ-һаҙағын тотоп, Урал батыр килеп сыға.
Тау-урмандар йәшәрһен,
Ком: 0 // Уҡынылар: 999 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәттәшлеккә ышаныслы аҙым йәки Күршең менән татыу бул Хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары-2014”: “25-20” стратегияһы” II төбәк-ара инвестиция форумы уҙҙы. Унда Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Ырымбур өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Берг,
Ком: 0 // Уҡынылар: 2009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡара диңгеҙ флотында хәрби күнекмәләр булып үтеүе, Украиналағы мәхшәрҙең дауам итеүе, ике Кореяның дуҫлашырға ынтылыуы, Яҡын Көнсығышта йәнә һуғыш башланыуы иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 558 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талпандан һаҡлан Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратҡандар, баҡсасылар май айында ғына талпандан һаҡланырға кәрәк тип уйлаһа, хаталана. Июлдә лә ул бик хәүефле: энцефалит һәм боррелиоз сирҙәрен эләктереүегеҙ ихтимал.
Был инфекцияларҙы талпан тарата. Уның тешләүе генә түгел, бөжәкте яңылыш бармағығыҙ менән иҙһәгеҙ ҙә ҡурҡыныс, сөнки микробтың яра аша ҡанға йәки күҙгә, танауға эләгеүе ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Министрлыҡта – яңы урынбаҫар Рөстәм Хәмитов Радик Гәрәевте республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Радик Нәби улы Гәрәев 1960 йылда Өфөлә тыуған. Юғары белемле — Өфө авиация институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда ошо уҡыу йортонда лаборант булып башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарауыл ҡарт ғорурланыр ине Яңы Усман ауылы 200 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы билдәләне

Беҙҙең Яңы Усман тураһында һүҙ сыҡһа, бер ваҡытта ла фекерҙәр айырмалығы барлыҡҡа килмәй: был ауылды күргән-белгәндәрҙең һәммәһе уның тәбиғәтен дә, кешеләрен дә маҡтарға, һоҡланыу хистәрен белдерергә керешә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1095 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙ эше булмаһа ла... Иңдәрендә күпме бурыс ятыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ гүзәл һәм нескә, иң мөһиме – хөрмәткә лайыҡ булырға тейеш.
Мәҫәлән, троллейбус йөрөтөүсе ҡа­тын-ҡыҙҙы, кондукторҙарҙы алайыҡ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ әле: таң һары­һынан тороп эшкә бар, икенсе смена тура килһә, тағы таң алдынан ғына ҡайт. Әйтәйек, тәүге рейсҡа сығыр өсөн улар­ға иртәнге 4-тән торорға кәрәк, һуңғы троллейбус иһә депоға төнгө 2-лә генә инә,
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
С. Ә. Әлибаев Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе: 6 июлдә бил­дәле башҡорт шағиры, драматург, прозаик, тәрже­мәсе, журналист Сафуан Әфтәх улы Әлибаев оҙаҡ ауырығандан һуң 74-се йәшендә вафат булды.
С. Ә. Әлибаев 1941 йыл­дың 21 февралендә Салауат райо­нының Тирмән ауылында тыу­ған. 1966 йылда Башҡорт дәү­ләт университетын та­мамлағандан һуң “Баш­ҡорт­остан пионеры” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, артабан баш мөхәррир булып эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы 28 июль, дүшәмбегә тура килгән Ураҙа байрамы, ял көнө тип иғлан ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына