Бәхет утрауында тәхеттәгеләй Төбәгебеҙҙең һәр ауылында ихлас күңелле, алсаҡ, дәртле, тамырҙарына, йолаларына тоғро халыҡ йәшәүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Йылайыр районының төпкөлөндә ятҡан Ҡыҙҙарбиргәндә лә (халыҡ уны Үркәс тип атай) ошондай күркәм сифаттарға эйә кешеләр ғүмер итә.
Ауыл район үҙәгенән 110 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, ә күрше ятҡан Бөрйәнгә – 50, Күгәрсенгә 60 километр. Шуға күрә үркәстәр, Юлдыбайға һирәк йөрөһә лә, яҡындағы райондарҙа йыш була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Дача амнистияһы” һәм торлаҡты хосусилаштырыу: яҙға тиклем өлгөр Башҡортостандың Техник инвентаризация бюроһы иҫкәртеүенсә, киләһе йылдың 1 мартында граждандарҙың шәхси торлаҡ йорттарға хоҡуҡтарын теркәүҙең һәм торлаҡ биналарҙы хосусилаштырыуҙың 93-сө Федераль закон менән билдәләнгән ябайлаштырылған тәртибе ғәмәлдә булыуҙан туҡтай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ағзалары эшен күңелле саранан башланы: “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтергән өсөн” VIII республика тармаҡ-ара конкурсында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Байыҡ» бейеү сәнғәтен байыта Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов балаларҙың “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашыусыларға тәбрикләү сәләме менән мөрәжәғәт итте.
“Башҡортостанда милли сәнғәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, яңы таланттар асыуға, төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән саралар даими уҙғарылып тора. Улар араһында «Байыҡ» республика балалар конкурсы айырым урын биләй. Был бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә, – тиелә унда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1090 тапҡыр // Тотош уҡырға
14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, республикала 22 һайлау кампанияһы үтәсәк. Шуларҙың иң мөһиме – Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биреү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан бюджетының 2014 йылдың тәүге яртыһында үтәлеше һәм йыл аҙағына тиклем уның нисек буласағын баһалау буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 757 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу һибеү һәм туҡландырыу Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда, үҫем­лек­тәрҙең яп­­раҡ­тарына тейҙермәҫкә тырышып, төптәренә һи­бәләр. Унан һуң тупраҡты йомшарталар. Ҡыяр, помидор, һуған йылы һыуҙы ғына ярата. Ә кәбеҫтә, сөгөл­дөр, кишер, һа­рымһаҡҡа һалҡын һыу ҙа ярай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 909 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ата-баба юлын дауам итеп “Бал хужалары”ның тормошо менән яҡындан танышыу маҡсатында борон-борондан оҫта умартасылары, солоҡсолары менән дан алған Ғәлиәкбәр ауылына юлландыҡ. Бер нисә саҡрымға һуҙылған Баҙал тауы аша артылып, Кесе Нөгөш буйына килеп төштөк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эҙәрмән” ниндәй эҙемтә бирер? БЮТ телеканалынан “Эҙәрмән” тап­шырыуының һәр сығарылышын иғ­тибар менән ҡарап барам. Булат Кә­римов, Башҡортостаныбыҙҙың мөғжизәле, гүзәл урындарын йөрөп сығып, кешеләр менән осрашып, әңгәмәләшеп, бик матур сюжеттар әҙерләй. Аҙна һайын, тыуған еребеҙҙең тағы ниндәй күркәм мөйөшө менән танышырмын икән был юлы тип, көтөп ала инем был тапшырыуҙарҙы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1072 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Башҡорт балы – Бөрйән даны» этнофестивалендә ҡатна­шыусыларҙы ихлас тәбрикләйем!
Башҡортостан – боронғо солоҡсолоҡ кәсебен һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Бөгөн башҡорт балының даны бөтә донъяны яулай, сөнки уның файҙаһы барыһына ла мәғлүм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡазандарҙа яңғырай аҙан... Туғандаш Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы мең йыллыҡ тарихлы. Интернетта Ҡазандың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән фотоларҙы ҡарай, дуҫ-иштәрҙең тәьҫораттарын ишетә торғас, был ҡаланы күреп ҡайтыу теләге менән, сессия етеп килһә лә, бер төркөм студент оҙон юлға сыҡтыҡ.

Яҡты теләктәр, изге маҡ­сат, күтәренке күңел менән башланды сәфәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һорау-яуап Ҡарағаттың ботаҡтары ҡорой, бөрөләре, япраҡтары кибә. Был нилектән икән?
В. Хәлитова.
Борай районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыл сөгөлдөр дауаһы Халыҡ медицинаһында элек-электән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һәр төрлө сирҙән, бигерәк тә аҙ ҡанлылыҡ, атеросклероз, үпкә шешеүе һәм плеврит, гипертония, яман шеш ауырыуҙарынан дауаланғанда файҙаланалар. Уны үҫемлек менән дауалаусыларҙың барыһы ла тәҡдим итә, әммә нисек ҡулланыу хаҡында бер ерҙә лә әйтелмәй тиерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1013 тапҡыр // Тотош уҡырға
Помидор менән дөгө

3/4 стакан дөгө, 2-3 йо­мортҡа, 2-3 помидор, 1 ҡы­яр, 2 аш ҡалағы һеркә, 3 аш ҡа­лағы көнбағыш майы, тоҙ, борос алына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алло! Такси саҡыртырға ине...” Ҡалала ғына түгел, район үҙәктәрендә лә бөгөн күптәр такси саҡырта. Телефондан шылтыратып бер нисә минут үтеүгә ишек алдына машина килеп тә туҡтай, тағы ла бер аҙҙан теләгән адрес буйынса илтеп тә ҡуя.

...Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, “Артабан нисек көн күрергә?” тигән һорау алдында ҡалғас, Наил күп уйлап тормай, бурысҡа аҡса алып, “ҡорос ат”ты эйәрләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына