Был донъяның бөтә йәме – ғәзиз тыуған ерҙә! Йәй – һәр кемдең көтөп алған миҙгеле. Тап ошо осорҙа күптәр тәбиғәт ҡосағына сығырға ашыға. Кемдер сит илдәрҙе үҙ итһә, кемдер үҙебеҙҙең Башҡортостанда ял итергә ярата. Һуңғылары бер ҙә отолмай, минеңсә. Аҡса ла янда ҡала, өҫтәүенә, беҙҙәге тәбиғәт сит илдәрҙекенән бер ҙә ҡалышмай. Шул уҡ ваҡытта кеше үҙенең тыуған яғын яратмай тороп, бөтә донъяға ла таң ҡала алмайҙыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1673 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кемгә танһыҡ байрам Юрмаш буйы уйын-көлкөнән, шат тауыш­тарҙан гөрләп торҙо үткән шәмбелә. Бына дүртенсе йыл инде Өфө ҡалаһының Калинин районы халҡы Федоровка ауылы эргәһендә көтөп алған байрамын — олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп иткән күңелле һабантуй үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалым арта, ә юл сифаты яҡшырырмы? Социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеүе дәүләт ҡаҙнаһының нисек тулыланыуына бәйле икәнлеген берәүгә лә артыҡ аңлатып торорға кәрәкмәйҙер, моғайын. Был эш Башҡортостандың Финанс министрлығы менән һалым хеҙмәтенә тапшырылған. Былтыр һәм быйылғы тәүге өс айҙа улар нисек эшләне?
Ком: 0 // Уҡынылар: 842 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙғы сессияның һуңғы ултырышында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы тапҡыр “Хөкүмәт сәғәте” үткәрергә булды – был юлы улар алдында мәғариф министры Әлфис Ғаязов отчет тотто.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Болондарҙы моңға күмә егеттәр “Үҙәк” машина-технологик станцияһы Ҡырмыҫҡалы филиалының Еҙем бүлексәһендә сенаж һалыу һәм бесән йыйыу әүҙем ойошторолған. “500 ферма” программаһында ҡатнашҡан хужалыҡ һутлы аҙыҡ әҙерләүҙе тулыһынса теүәлләгән. Бесән йыйыу һуңғы гектарҙарҙа башҡарыла.

...Бүлексә етәксеһе Урал Яҡшы­баев беҙҙе юл буйындағы ҙур ғына болонда ҡаршыланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еләк-емешкә бай осор Июль – йылдың еләк-емешкә күмелгән, ялан-ҡырҙарҙа салғы тауыштары сыңлаған миҙгел. Тәбиғәт ҡосағында кинәнеп ял итергә лә, төрлө витаминдарға бай көртмәле, сейә һәм башҡа емеш-еләк йыйырға ла мөмкин. Гәзит уҡыусыларыбыҙ йәйге ялын нисек үткәрә? Ошо һорау менән уларға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 884 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш алымдары үҙгәрә, маҡсат элеккесә ҡала Һөнәри байрамдары алдынан“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов менән әңгәмәне уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

– Ирек Миңлевәли улы, быйыл Рәсәй поч­таһы түңәрәк датаны билдәләй. Байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!
–Ысынлап та, Рәсәй почтаһы көнө ил Президенты Указы менән теүәл егерме йыл элек – 1994 йылда – булдырылды.
Шул осорҙан алып почта хеҙмәткәрҙәре йыл һайын июлдең һәр икенсе йәкшәмбеһендә һөнәри байрамын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 876 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмле Гәрә буйҙары, их, тәмле ҡымыҙҙары! Һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештереүгә иғтибар арта. Тик, үкенескә ҡаршы, ҡымыҙ бешеү менән һәр ерҙә лә әүҙем шөғөлләнәләр, тип әйтергә иртәрәк әле. Тейешле тәбиғи шарттар булған хужалыҡтар ҙа, ауыл эшҡыуарҙары ла был кәсепкә тотонорға әллә ни атлығып бармай шул.

Республикабыҙҙың төнья­ғын­да урынлашҡан Тәтешле районында ла был файҙалы эсем­лекте бары тик Крупская исемендәге хужалыҡта ғына етештерәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алға”ла алдынғылар көс һынашты Саҡмағош районының “Алға” ауыл хужалығы кооперативы базаһында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының ХХII республика конкурсы булды.

Республика ауыл ху­жалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, ярыш­та ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, уның тиккә генә тап ошо хужалыҡта үткәрелмәүен билдә­лә­не.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хуш, ауылым! Ҡасандыр колхоз булыуын хәтерләткән элекке машина-трактор оҫтаханаһының ауылдың теләһә ҡайһы урынынан да күренеп торған бинаһы емерелгән. Хәйер, унда күмәк хужалыҡ милке икәнлеген күрһәтеп торған төрлө тракторҙар, комбайндар, йөк машиналары, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы юҡҡа сыҡҡанына ла байтаҡ йылдар уҙған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иҡтисад тармаҡтарынан һәм социаль өлкәнән 47 белгестең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән баһаланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рөстәм Хәмитов Рәсәй почтаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 385 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу инеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар Тәбиғәт менән осрашыу – һәр кемдең ғүмерендәге иң бәхетле мәлдәрҙең бе­реһе. Әммә ҡайҙа – хозурлыҡ, рәхәтлек, шунда хәүеф-хәтәр барлығын да оноторға ярамай. Был бигерәк тә йәй мәленә ҡағыла, сөнки халыҡ кинәнеп һыу инер өсөн йылға-күлдәргә ашыға. Өҫтәүенә, тап йәйге миҙгелдә организмды сыныҡтырып өлгөрөргә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ерҙә лә ихлас, күңелсәк, мөләйем, ауылдаштарына изгелек кенә теләүселәр була. Беҙҙә лә шундай кеше бар, ул – туғаным Гөлнур Хәзиева.
Ком: 0 // Уҡынылар: 382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерҙең йәме иген менән... Оло һабантуй майҙанын хәтерләтә ине был ялан. Тик ярышҡа түгел, күргәҙмәгә теҙелгән “тимер ат”тар. Ни генә юҡ бында! Һанай китһәң...
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына