Урындағы үҙидара съезы 5 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәренең V съезы уҙғарыла. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов съезға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын раҫланы.
Ҙур йыйында “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы
Ком: 1 // Уҡынылар: 884 тапҡыр // Тотош уҡырға
Картуф “танау сөйә”Йәйге айҙарҙа аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын яҡшы тойҙоҡ. Үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсәнең, етештерелгән иттең ҡиммәтләнеүе ҡулланыусыларҙы ғәжәпләндермәй ҡалмағандыр, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 867 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡартайҙым инде” йәки “өлкәнәйҙем” тип нисә йәшкә еткәс әйтергә була? Ғөмүмән, ғүмерҙең алтын осоро ҡасан башлана? Был һорауға кешелек әллә ҡасандан яуап эҙләһә лә, һәр кемде ҡәнәғәтләндергән яуаптың булғаны юҡ. Ғалимдар ҙа өҙөп кенә әйтергә ҡыйынһына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 898 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европа төркиҙәреБыл халыҡ тураһында мәғлүмәт матбуғат сараларында, башлыса үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында, СССР тарҡалған осорҙа йыш күренә башланы, йәғни Союз тарҡалып, Молдавия эсендә Румынияға ҡушылырға теләгән унионистарҙың тауышы көсәйгәс. Тап шул саҡта ғағауз халҡы Кишиневҡа буйһоноуҙан баш тартты, хатта үҙен айырым дәүләт тип иғлан итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңеүселәр ҡайҙа үҫә?  Нефтекамала!Һуңғы йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы республикала ысын мәғәнәһендә спорт үҙәге булып танылды. Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған “Торос” командаһының төп бүләкте – “Братина кубогы”н икенсегә яулауы, “Олимп” ҡыҙҙар волейбол командаһының Рәсәй чемпионатының икенсе лигаһы финалында өсөнсө урын алыуы һәм, ниһайәт, ҙур спортҡа бында юл алған Илвир Хужиндың Сочи Олимпиадаһында бобслей экипажы составында дүртенсе урын алыуы – үҙҙәре
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эстония Салауатты   ОнотмайЯңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Таллиннда баҫылған “Эстония иҫләй: Салауат Юлаев” тигән китаптың исем туйы үткәрелде. Сараға милли батырыбыҙҙың һуңғы төйәгенән — Балтик буйынан ҡунаҡтар саҡы­рылғайны. Флүзә Хәйруллина­ның, эстон нәшриәте мөхәррире Сильви Айре-Виллоның һәм Таллинн уни­верситетының эстон фи­лология­һы факультеты студенты, тәржемәсе Илнур Хәйруллиндың ялҡынлы сы­ғыштары һәммәһенә лә оҡшаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли баҫмаға таяналар Ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернаты республикала алдынғы уҡыу йорттары иҫәбендә. Мәҫәлән, быйыл ил кимәлендә үткәрелгән олимпиада-конференцияларҙа Башҡортостандан ҡатнашҡан уҡыусыларҙың күбеһе тиерлек – ошо белем усағы тәрбиәләнеүселәре. Шул уҡ ваҡытта лицейҙы тамамлағандарҙың һәммәһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғармаһа йылға наҙҙар менән,  Һағышынан тау ҙа ишелер...Еҙем
Аҡ таштарҙан яуған
көмөш нурҙар
Еҙемемдә минең сағыла.
Foрур ҡаяларға хозурланып,
Ярҙа торам әле тағы ла.
Ҡауыштылар йылға менән
ҡая,
Һөйөү бармы уға тиңләшер?!
Һуғармаһа йылға
наҙҙар менән,
Һағышынан тау ҙа ишелер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған йорт йылыһы– Ур-раа! Бөтәһе лә “бишле”! – имтихандарҙы уңышлы тапшырған Рәйлә түбәһе күккә тейерҙәй булып йөрөй. Шатланмаҫлыҡмы ни?! Өфө һынлы Өфөнөң сәнғәт инс­титутына уҡырға инде бит! Ә ул был хаҡта күптән хыялланды. Биш йәштән үк ауыл клубының сәхнәһенән төшкәне булманы. Ололар, ҡыҙҙың моңло тауышын ишетеп, киләсәктә нәҡ артист тормошон юрай ине...
Тик уҡырға килгән Рәйләнең был ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы. Шаулап торған таш ҡаланы үҙһенмәне ҡыҙ. Ай үттеме-юҡмы, тыуған ауылы Ташкисеүҙе юҡһынып бер булды. Эйе, Әлшәй районындағы был күркәм төйәкте һағынырлыҡ та шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 763 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова, территориаль һайлау комиссияһы рәйестәре – Өфөнөң Дим районынан Айрат Сөләймәнов һәм Бөрө районынан Юрий Казимиров Ҡырым Республикаһының Белогорск районында коллегалары менән осрашып, тәжрибә уртаҡлашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына