Командировкаға йыш сығырға тура килә. Һуңғы йылдарҙа ҡайындарҙың ҡороуы ныҡ күҙгә ташлана. Бының сәбәбе нимәлә?

Исмәғил Килдеғошов.

Өфө ҡалаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1246 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуаплылыҡ талап иткән һөнәр Металлургтарҙан тыш иҡтисадтың бер тармағы ла үҫешә алмай. Тимәк, ауыр һәм еңел сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлеге, шулай уҡ һәр кешенең көндәлек тормошо ла ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең ҡатмарлы һәм кәрәкле һөнәренә бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғри йәнле Ғәскәри Рим Ғәскәров менән осрашһам да, телефондан һөйләшеп алһам да, йә булмаһа китаптарын ҡулыма алһам да, һәр саҡ йәшлегебеҙ иҫкә төшә. Йәркәйҙә уҙған иң матур һәм самими cаҡтарым нәҡ бына Рим менән дә бәйле булғандыр, күрәһең... Улай ғына ла түгел, ул — миңә Ҡазан университетына уҡырға инергә ярҙам иткән кеше. Хикмәт шунда: имтихандар ваҡытында татар теле һәм әҙәбиәтенән инша яҙырға кәрәк. Унда бер нисә вариант бирелә. Мин ирекле теманы һайланым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европа төркиҙәре Тел мәсьәләһенә ни өсөн диҡҡәт бүлдем, сөнки ғағауздарҙың үҙ яҙмалары булмай, кириллицала алфавиттары ни бары 1957 йылда ғына төҙөлә. Шуға ҡарамаҫтан, улар барыбер элекке ғәҙәт буйынса урыҫ телендә уҡый. Ә инде Молдова хөкүмәте талап иткәс, ике тиҫтә йыл элек латин графикаһына күсәләр. Бына шунда ғына туған телдә уҡыу-уҡытыу мәсьәләһе ныҡлап ҡалҡып сыға. Уҡыу әсбаптары төҙөүҙә төрөктәр ярҙам итә. Иртәгәһен Донъя ғағауздары конгресы делегаттарын Башкан Михаил Формузал ҡабул итте.
Һүҙ Ғағаузияла төҙөләсәк яңы епархия тураһында башланып китте. 1200 кешегә иҫәпләнгән сиркәү һалынасаҡ. Һөйләшеү тик дини ҡәрҙәшлеккә генә йүнәлеш алғас, мин бер аҙ юғалып ҡалдым, бәғзеләр Рәсәйҙең дә күп конфессиялы булыуын онотоп та ебәрҙе шикелле был мәлдә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төп табыш – һөттән Бөгөн баҙар иҡтисады шарттарына яраҡлашып, үҙ эшен булдырғандар һаны арта. Айырыуса ауылдарҙа эшһеҙлек арҡаһында йәки лайыҡлы эш хаҡы түләнгәнен таба алмаған йәштәр, тәүәккәлләп, үҙ юлын һайлай. Сыңғыҙ ауылынан Ураҙбаевтар ғаиләһе – тап шундай йүнселдәрҙән.
Нияз ­­Ураҙбаев эшҡыуарлыҡҡа 2006 йылда килә. Үҙ эшен булдырып, таҡта ярыу цехы асып ебәрә. Ошонда эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, бизнес алып барыуҙың нескәлектәренә төшөнә, ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә тәүге сынығыу ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал ҡортоноң наҙы бар Һут йыйыу осоро

Төп бал йыйыу мәле – умартасының хеҙмәтенә йомғаҡ яһау ул. Ләкин был һәр умарталыҡта ла бер төрлө булмай. Ҡайһы бер умартасылар һәр күстән йөҙәр килограмлап бал алған йылда бүтән күстәр үҙҙәрен ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ менән дә тәьмин итә алмай.

Ком: 0 // Уҡынылар: 865 тапҡыр // Тотош уҡырға
Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы... Ҡымыҙына ни етә!Дөб-бөррр... Ҡапыл ғына болот ҡаплаған күкте ҡылыстай йәшен телеп үтте. Халыҡса әйтһәк, биҙрәләп ямғыр ҡойҙо. Картуфҡа бик кәрәк ине, тип шатланды бәғзеләр. Бесән йыйылған, иген тулышыр өсөн ямғырһыҙ булмай, тине икенселәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 908 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәни усаҡтар һүнмәһен Илеш халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында һәр ауылда тиерлек мәҙәниәт йорто эшләп килә. Ниндәй генә ауыр финанс шарттары булыуға ҡарамаҫтан, береһе лә ябылмаған. Мәҙәниәт йорттарында буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн йыр, бейеү, баян, фольклор, вокал, театр, шашка, шахмат, теннис, бильярд түңәрәктәре эшләй. Унда теләге булған һәр кем йөрөй ала.

Ком: 0 // Уҡынылар: 1363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украиналағы хәлдәр ҡырҡыулашҡандан-ҡырҡыулаша. Был берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Шул иҫәптән мине лә, сөнки тормошомдоң иң матур йылдары – йәшлегем – тап Ҡырымда, Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәттә үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һағынып ҡайттыҡ ауылдаштарҙы... Юлыҡтар был көндө түҙемһеҙләнеп тә, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды. Ни тиһәң дә, ауыл тарихында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы беренсе тапҡыр үтә бит. Шуға ла уға әҙерлек етди барҙы: йорт-ҡуралар, урамдар төҙөкләндерелде, нәҫел тамырҙары барланды, төрлө тарафҡа саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелде.

Ком: 0 // Уҡынылар: 934 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына