Хөрмәтле дуҫтар! Башҡорт милли сәнғәтен үҫтереү, яңы таланттарҙы табыу маҡсатында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә иғлан иткән “Талантлыны данлай “Башҡортостан” исемле ижади конкурс ҡыҙғандан-ҡыҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иглиндә “500 ферма” программаһы буйынса семинар-кәңәшмә булды.
Бөгөн үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу хаҡында һүҙ алып барғанда программаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 2012 – 2016 йылдарға тәғәйенләнгән был йүнәлеш – малсылыҡтың һөт етештереү тармағын үҫтереү йәһәтенән ҙур этәргес көс. Программала ҡатнашырға теләүселәрҙең йыл һайын арта барыуы ла шул хаҡта һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсирҙәр бәйете

Юҡ-бар нәмәләр ташып,
Сейләнде елкәләрем.
Арҡаларым бөкөрәйеп,
Ҡороно теңкәләрем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған яҡ ҡәҙерлерәк Сит яҡтарҙың һауаһын һулаһаҡ та, һыуын эсһәк тә, ерен тапаһаҡ та, тыуған төйәктән ҡәҙерлерәк төбәк юҡ. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына Әбйәлил районы­ның Ишбулды ауылында ойошторолған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡайтҡандар тағы бер тапҡыр инанды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов:  “Ышаныс менән алға барабыҙ” 22 июлдә Рөстәм Хәмитов “Рәсәй 24” телеканалына интервью бирҙе. Унда киләһе йыл Өфөлә үтәсәк саммиттарға әҙерлек мәсьәләһе иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.

— Башҡортостан — илдең иң ҙур һәм иҡтисади яҡтан алға киткән төбәктәренең береһе, шуға күрә Өфөнөң саммиттарҙы үткәрә алырына ҡарата Рәсәй Президентында ла, ил Хөкүмәтендә лә шик тыуманы, — тине республика етәксеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн мәсеттәргә сәфәр ҡылыу, дин белгестәре менән осрашыу, улар менән фәһемле әңгәмә ҡороу матур йолаға әүерелә бара. Ҡырмыҫҡалы районының Аҡташ мәсетен ҡарауҙан башланған изге йола яйлап киңәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәйшә инәй байрамды  ҡайҙа ҡаршылар? Арабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары көндән-көн кәмей бара, ә иҫәндәренә һаман да иғтибар һәм ихтирам етешмәй. Шулай булмаһа, тиҙҙән һикһән һигеҙ йәшен билдәләйәсәк Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйшә Хәйбуллина алыҫ туғанында көн күрер инеме?!
Ветеранға тейешле торлаҡ сертификатын юллаусы ла, уңайлы фатирға лайыҡлы булыуы хаҡында әйтеүсе лә табылмаған. Инәй ошоғаса бер үҙе йәшәгән һәм ҡасандыр торлаҡҡа, бәлки, мохтаж да булмағандыр. Әммә йылдар үҙенекен ала, ҡасандыр “ҡорос ат”тарҙы йүгәнләгән ун биш йәшлек ҡыҙыҡайға бөгөн еңелдән түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миәкәлә икән ураҡтың ҡыҙған ере “Туҡтамаған ямғыр үҙәккә үтте инде, күктең төбө тишелгән, тиерһең”. Быйылғы яуым-төшөм менән бәйле һүҙҙәрҙе кем генә һөйләмәй хәҙер. Матбуғат йорто тупһаһы аша сығып барғанда ла эшкә ашыҡҡан кешеләрҙән ошо турала ишеттек.
Июлгә хас булмаған көндәр сентябрҙе лә хәтерләтеп ҡуя ҡайсаҡ. Ҡыҫҡаһы, һауа торошо көйһөҙләнеп торһа ла, Миәкә тарафтарына юлландыҡ. Дим яҡтарында халыҡтың көнитмеше нисек? Ысынында, ҡайһы ғына районды алып ҡараһаң да,
Ком: 0 // Уҡынылар: 501 тапҡыр // Тотош уҡырға
Учалыла 24 һәм 25 йәшлек ике егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар элекке класташын үлтереүҙә ғәйепләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше йылдар буйы  көтөргә тейеш түгел Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов үткәргән Хөкүмәт кәңәшмәһендә республикала йәшәүселәрҙең шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын бушлай алыуға хоҡуҡтарын күҙәтеү, 2015 – 2019 йылдарҙа төбәктә электр энергетикаһының үҫеше һәм дәүләт, муниципаль һатып алыуҙар өлкәһенә контракт системаһын индереүҙең тәүге һөҙөмтәләре кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Беренсе ярты йыллыҡта республикала 1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Был, былтырғы күр­һәткестәр менән сағыштырғанда, 8 про­центҡа күберәк. Һөҙөмтәлә Башҡортостан торлаҡ йорттарҙы, шулай уҡ һәр кешегә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына