Һағынып ҡайттыҡ ауылдаштарҙы... Юлыҡтар был көндө түҙемһеҙләнеп тә, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды. Ни тиһәң дә, ауыл тарихында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы беренсе тапҡыр үтә бит. Шуға ла уға әҙерлек етди барҙы: йорт-ҡуралар, урамдар төҙөкләндерелде, нәҫел тамырҙары барланды, төрлө тарафҡа саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелде.

Ком: 0 // Уҡынылар: 1043 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әүҙемлеге таң ҡалдыра “Китап – белем шишмәһе” тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе бала саҡтан ишетеп үҫтек. Рухи донъяһын байытырға ынтылған һәр кем ҡулына китап ала. Яратып уҡыған әҙәби әҫәр геройҙарының донъяһын гиҙеү үҙе ни тора! Беҙҙе бына ошо сихри байлыҡ менән тоташтырған нурлы күпер ул – китапхана. Бер үк ваҡытта төрлө йүнәлештәге мәғлүмәт биреү үҙәге лә, халыҡтың ялын файҙалы итеп үткәреү урыны ла. Китапханасылар үҙҙәре лә — бай күңелле, бар яҡтан да әүҙем заттар. Был һүҙҙәр Красный Холм ауылы китапханаһы мөдире Рәшиҙә апай Шәймөхәмәтоваға ла ҡағыла.
Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу учи­лище­һының театр бүлеген тамамлаған Әлшәй районы һылыуы өс тиҫтә ярым йыл ошо белем йортонда эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шишәмбе илебеҙҙең баш ҡалаһын ҙур фажиғә шаңҡытты. Мәскәү метроһында техник сәбәптәр арҡаһында ҙур авария булып, 23 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанға Украинанан ҡасаҡтар килеүен дауам итә. Әле ошо көндәрҙә генә тағы йөҙ кешене ҡабул иттек. Уларҙың өстән бер өлөшө – балалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
Благовещенда Ҡала көнө, шулай уҡ меңдәрсә кешенең һөнәри байрамы булған Металлургтар көнө билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 449 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сафакүл районында “Аҡ сәскәле бәхет” тип исемләнгән матур байрам үтте. Ул Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды.

Был көндә тамашасылар алдында “Ләйсән” ижади коллективы, Нәркис Ғәлиев, Юлиә Яхина, Зинфира Закурдаева сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кесе йома тағы бер ҙур фажиғә булды. Ярай әле, уныһы илебеҙҙә түгел, һәм һәләк булғандар араһында Рәсәй граждандары юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 384 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәм тауыш биреү көнөндә – ваҡытынан алда Башҡортостан Президентын, муниципаль район Советына өҫтәмә депутат һайлаясаҡбыҙ. Был сараға әҙерлек, һайлау комиссияһы алдында торған маҡсаттар хаҡында һөйләүен үтенеп, Йылайыр районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сабир Ғәндәлиф улы Зөлҡәрнәевкә мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
2006 йылдың 6 декабрендәге Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 63-сө статьяһындағы 6-сы өлөшкә ярашлы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы 2014 йылдың 16 авгусынан 13 сентябренә тиклем һайлау алды агитацияһы материалдарын урынлаштырыу өсөн майҙан биреү хаҡында белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға

“Йәшел яр” торлаҡ комплексының 200-ҙән ашыу алданған өлөшсөһө Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итте. Уларҙың хатында былай тиелә:

“Беҙ, 200-ҙән ашыу кеше, “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2009 йылдан төҙөгән “Йәшел яр” торлаҡ комплексының алданған өлөшсөләре инек.
Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан, республика власы оҙаҡ ваҡыт мәсьәләне хәл итеү сараһын күрмәне. 2010 йылда Һеҙ республика етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс кенә, ыңғай үҙгәреш башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 405 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡтыкүлдә тыуған яҡты уйҙарЯҡтыкүл 1816 йылдағы VII ревизиянан һуң ошондай уҡ атамалы күл янында барлыҡҡа килә. Икенсе исеме Иманғол була. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 15 йортта 96 кеше иҫәпләнһә, бер аҙҙан 20 ихатала 106 йән теркәлгән. 1929 йылдағы мәғлүмәттәр 42 өйҙә 189 кеше йәшәүен күрһәтә. Ҡотлосура Ейәнбаев менән Ҡотлозаман Мөбикәев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Халыҡтың төп шөғөлө – малсылыҡ. 17 ихатала (1839 йыл) 126 ат, 149 һыйыр, 53 һарыҡ, 23 кәзә аҫралған.
Бөгөн ауылда 17 йорт бар. Бәләкәй булһа ла, халҡыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ өсөн файҙалы кешеләр, мәртәбәле шәхестәр үҫтергән бәрәкәтле төбәк ул Яҡтыкүл. Республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең төрлө яҡтарында бында тыуып үҫкән алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр кешеләрҙе йыш осратырға мөмкин. Төрлө йылдарҙа Зиннәт Муллағолов, Әнүәр Муллағолов, Әсҡәт Шәмсетдинов, Мөхәммәт Ҡоломбәтов, Фәтхетдин Муллағолов, Азамат Ҡоломбәтов, Камил Ҡоломбәтов,
Ком: 0 // Уҡынылар: 859 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала көнө сиктәрендә был төбәктә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған байтаҡ сара уҙғарылды.
Бында, йәғни элекке Рогервик ҡәлғәһендә, батыр 25 йыл ғүмерен һөргөндә үткәргән. Урындағы халыҡ яугир-шағирҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Эстондарҙың яратҡан паркында 1989 йылда уға һәйкәл ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙең кешеләр менән тау аҡтарырға була!”“Беҙҙең кешеләр менән тау аҡтарырға була!”
— ти предприятиеның генераль директоры
Зәкәриә Ғибәҙуллин

— Зәкәриә Рәфғәт улы, һеҙ Учалы ҡалаһын барлыҡҡа килтергән һәм Рәсәйҙә иң ҙурҙар рәтендә булған предприятиеға етәкселек итәһегеҙ. Үҙегеҙҙе тормош хужаһы, ҡаланы ашатып-эсереп тороусы кеше итеп тояһығыҙмы?
— Элек тә, бөгөнгө шарттарҙа ла үҙебеҙҙе бөтә нәмәгә лә хужа итеп күҙ алдына килтергәнебеҙ булманы. Һәр хәлдә, теге йәки был предприятиены, шул иҫәптән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын да, төҙөү тураһындағы ҡарар ил Хөкүмәте һәм Төҫлө металлургия ми­нистрлығы кимәлендә ҡабул ителгән, йәғни был комбинатты беҙ — бөгөнгө етәкселек һәм коллектив — барлыҡҡа килтермәнек. Шуны ғына әйтә алам: комбинаттың һәр етәксеһе Ватан ышанып тапшырған бурыс өсөн ғәйәт ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. Теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә лә һайланып торорға тура килмәй, сөнки төп бурыс — илгә баҡыр һәм цинк биреү. Ә улар, белеүебеҙсә — стратегик ресурс.
Ком: 0 // Уҡынылар: 776 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был мөһиттәКүп нәмәләр миндә мөхиттән бит,
Бар осоштар, барҙыр яҙлығыуҙар.
Көнлөксөнән әммә өҫтөн күңел,
Хәләл булды кискән, эскән һыуҙар.
Тормош алдаҡсыл ул. Белмәй уны,
Үҙ-үҙемә артыҡ ышандым мин.
Эйелмәҫ тә башты ҡылыс мәгәр
Сапмаһа ла, аҙмы тышалдым мин.
Үҙ мәйелем, үҙ бәйелем менән
Үҙ иркемдә, иҫәр, мин көн иттем.
Бөгөп алмаҡ булды бөгәрмәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 921 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Батша хәҙрәттәре һәм  Тыуған ил хаҡына!”“Беренсе империалистик һуғыш”.
10 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен яу яландары йотҡан, 20 миллиондан күберәген теге йәки был дәрәжәлә ғәрипләндергән ҡанлы ваҡиғаға совет тарих фәне таҡҡан был атаманың хәҡиҡәтте сағылдырыуына шик белдереү өсөн ныҡлы дәлилдәр юҡ. Ләкин, күптән булып үткән ваҡиғаларға яңы осор күҙлегенән баһа биреп, мөһим даталарға, айырыуса ҙур һуғыштар менән бәйлеләренә ҡарата, уны булдырмаҫҡа ла мөмкин ине бит,
Ком: 0 // Уҡынылар: 867 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 28 Алға
Бит башына