2014 йыл, 25 июль № 86/2 – 5

Өфө

Сухарев Иван Константиновичты Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү тураһында
Ком: 0 // Уҡынылар: 354 тапҡыр // Тотош уҡырға
2014 йыл, 25 июль № 86/4 – 5

Өфө

Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улын Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү тураһында
Ком: 0 // Уҡынылар: 434 тапҡыр // Тотош уҡырға
2014 йыл, 25 июль № 86/1 – 5

Өфө

Бикбаев Илдар Зиннур улын Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү тураһында
Ком: 0 // Уҡынылар: 416 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттарға таныҡлыҡтар тапшырылды. Сараны Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшҡыуарлыҡҡа ныҡлы иғтибар кәрәк Хәбәр итеүебеҙсә, Нефтекамаға эш сәфәре барышында республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡаланың бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булды, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән йүнселдәр менән осрашты, Президент ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының тәүге ултырышын үткәрҙе. Күптән кәрәк булған мөһим һөйләшеүгә республика Хөкүмәте етәкселегенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, кесе һәм урта бизнес вәкилдәренең Нефтекамала йыйылыуы бер ҙә осраҡлы түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур үтһен ялығыҙ
Ник боҫтоғоҙ?

Эй баш эймәҫ ғорур башҡортом,
Йөрәгендә һүнмәҫ ут ҡото.
Тере һыуҙай бөркөр ырыҫын,
Үҙенә ҡалмаҫ эсәр бер йотом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙе лә урап үтмәне Һуғыш ҡур­ҡыныс һүҙ. Бала саҡта күп михнәт­тәр күреп үҫкән­гәлер, был һүҙҙе ишетеү менән тәндәр сымырлап китә. Беҙҙең ғаиләне лә уның шауҡымы урап үтмәне. Ир-егет­тәребеҙ яу яландарында һәләк булды, йәрәхәт­ләнеп ҡайтты. Улар тураһында бәйән итмәксемен.
Атайым Хөснуриял Хөс­­нулла улы Ишмөхә­мәтов Благовар райо­нында тыуған. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашып, революция ал­дынан ғына ҡайта ал­ған. Әсәйем Рәхиләгә өйләнгән. Ул ваҡытта ҡар­татайым Йәшекәй ауы­­лына нигеҙ һалып йөрөүселәрҙең береһе булған. 1917 йылда был ауылда 11 ғаилә төплән­гән.Атайым ҡайтыу ме­нән ең һыҙғанып эшкә то­тонған. Колхоз ойошто­ролғас, ферма мө­­­ди­ре, ветеринар эшен баш­ҡара. Йәш ғаилә ишәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 518 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алыу өйрәтмәй, һатыу өйрәтә Кешенең хәтере ғәжәпләнерлек инде. Ул һинең тәбиғәтеңә хас булмаған хәлдәрҙе лә әллә ҡайһы төпкөлдәрендә һаҡлай ҙа, мөҙҙәте еткәс, “уян, ана, һорап килгәндәр”, тигәндәй, хәтерҙе яңыртып ебәрә. Тик улар, ваҡыт иләгенән үтеп, беҙҙең аңға бүтәнсә төҫ-буяу, икенсерәк мәғәнә йөкмәп әйләнеп ҡайта.
Ауылыбыҙҙың үрге осондараҡ йәшәгән Хәмзә олатайҙың оло улы Ишҡол ағай, фронт юлдарын үткәндән һуң, әсә-ата йортонда бигүк тотҡарланмай, даланын ситтән эҙләргә сығып киткән икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 664 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫта китте – моңо ҡалды Үҙе иҫән саҡта бик сығарғыһы килде был китабын. «Ҡайҙа баҫтырырға була?», «Күпмегә төшә?» тип миңә шылтыратып та кәңәшләште. Ул өлкәлә тәжрибәм юҡлыҡтан, әллә ни ярҙам да итә алманым. Һүҙ күренекле композитор, бер йыл элек арабыҙҙан киткән Салауат Низаметдинов һәм уның «Тәүбә» исемле китабы хаҡында бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҙаҡҡа һуҙылған ғазап Был ваҡиға — иң фажиғәле, ҡан ҡойғос бәрелештәрҙең береһе. Биш йылға (1914 – 1918) яҡын дауам иткән хәрби низағ Европа ғына түгел, Рәсәй, донъя халыҡта­рына ҙур бәлә-ҡаза килтерҙе. Мәғәнәһеҙ был һуғыш донъя халыҡтары­ның 80 процентын ялмап ала. Һөҙөмтәлә унда 10 миллион кеше һәләк була, 20 миллионы зәғифләнә. Әллә күпме ауылдар яндырыла, ҡалалар емерелә, бихисап балалар етем ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 42 Алға
Бит башына