Әҙәплелек Бәләкәйҙән аҡыллының-аҡыл­лыһы булып үҫте Әғзәм. Ата-әсәһенең, уҡы­тыусыларҙың рөхсәтһеҙ улай итергә ярамай, былай эшләп ҡуйма тигәнен ҡолағына уның һымаҡ та ныҡ һең­дергән бала булмағандыр. Шуға ла бөтә ерҙә әйләнгән һайын үҙен маҡтанылар. Мәктәптә башҡаларға юл күрһәткән маяҡ булды, һәр ваҡыт унан өлгө алырға саҡырҙылар.
– Ана, Әғзәм кеүек булығыҙ! Ысын уҡыусы шулай булырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт йолаһы
Ҡыҙ йәшереү
Кейәү йортонда ки­ленгә ҡайһы мө­йөштә урын бирһә­ләр, шунда шаршау тоталар. Киндер һуҡ­ҡандан ҡалған ептән матур итеп бау үреп, йоҙроҡтай суҡ ҡуя­лар. Ул бер билдә була. “Суғы ла юҡ­мы?” — тип һорап ҡуялар ҡайһы саҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Арҡа терәр ағайым бар Һәр кемдең таяныр таянысы, ауырлыҡтарҙа арҡа терәр кешеһе булһа, тормош ҡыйынлыҡтары кесерәйеп ҡалғандай тойола һәм ваҡыт үтеү менән бөтөнләйгә юйыла.


Яҡты донъяға килеп, биш туғаным ара­һында ҡайнап үҫкән бала сағым хәтирәләре һис онотолмай. Атай-әсә­йемдең хәстәр­лекле мөнәсәбәтен­дә, ҡайнар һөйөүендә, татыу ғаилә ҡоса­ғында буй еткереүем, ту­ғанда­рым­дың күңел йылыһын,
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәрттәренә иҫең китер! Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең ветеран ойошмаларын эшлекле дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Былтыр республика­быҙ­ҙың ошо хәрәкәт вәкил­дәре Екатеринбургта булғайны, әле күршеләр­ҙең 25 кешенән торған делегацияһы беҙгә килде. Нефтекама ҡалаһында ике төбәктең ветеран ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Тәжрибә уртаҡлашыу менән бер рәттән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миһырбанлыға бәрәкәт артыр Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Украинаны мәжбүри ҡалдырған кешеләрҙе урынлаштырыу һәм уларҙы социаль-көнкүреш йәһәтенән тәьмин итеү мәсьәләһенә арнап үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты.
Федераль миграция хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡа­рағанда, әле ҡасаҡ статусы биреүҙе һорап 144 мең кеше мөрәжәғәт иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 387 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҡсарлаҡ”та ҡунаҡта Көнө-төнө тигәндәй йәш-елкенсәктең күңелле тауышына күмелгән, тәмле шашлыҡ еҫенә тулған яр буйы бөгөн “Катюша”, “Варшавянка маршы”, “Священная война” кеүек күҙ йәштәрен сығарырлыҡ һуғыш хәтирәләрен уятҡан, онотолмаҫлыҡ йыр-моңға сумды.
Ағиҙел ярына килеп терәлгән “Аҡсарлаҡ” теплоходы үҙенең пассажирҙарын сабыр ғына көтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 526 тапҡыр // Тотош уҡырға
26 июлгә тиклем Башҡортостандың көньяғындағы урмандарҙа янғын хәүефе юғары булып ҡала. Ундай биләмәләр Баймаҡ, Йылайыр, Мәләүез һәм Федоровка райондарына ҡарай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көрәк-һәнәк тотҡан да юҡ” Иҫке Ҡороста оҫта ҡуллы ир-ат йәшәмәгән йорт юҡтыр ҙа. “Әйҙәгеҙ, һеҙҙе шуларҙың береһе менән таныштырайым әле”, — тип, ауыл Советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәйлә Зарипова беҙҙе Ләбибә менән Булат Хәкимовтар йортона ыңғайлатты.

— Ашарға инергә әллә күпме са­ҡырҙым, һаман да өйгә ашыҡмай, — тип ирен шелтәләп ҡаршыланы Ләбибә ханым. — Шул гаражында көнө-төнө соҡона ла соҡона. Тимер “ене” ҡағылғандыр уға, моғайын. Һиҙеп торабыҙ инде, хужабикә тормош иптәшенең булдыҡлылығы, эшсән­леге менән ғорурланып әйтә был һүҙҙәрҙе. Айыҡ аҡыл, хеҙмәт һөйөү­сәнлек, тырышлыҡ менән йәшәгән ғаилә башлығын нисек хөрмәт итмәйһең?
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға

Был һүҙҙәрҙе мин, һуғыштан ике йыл алда тыуып, атайһыҙ ҡалған, замандың ауырлыҡтарын күреп, әсе-сөсөһөн татып үҫкән кеше, Тыуған илемә, халҡыма, тормошомда юл күрһәткән кешеләргә бағышлайым. Улар – Йомағужа һәм Стәрлетамаҡ балалар йорттарының тәрбиәселәре, етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәйек әле! Бер көлдөрөп, биш илата торғас, ғүмер тигәнең матур ғына бер түңәрәк һанды ҡыуып еткән. Ул юбилей тип атала. Улай тиһәң, егерме биш, илле биш йәште лә юбилей тиҙәр. Йәш үрҙәренең ҡайһыһы көмөш, ҡайһыһы алтын төшөнсәһе менән бәйле. Ғүмеренең үткән өлөшөмө, әллә ҡалғанымы алтын-көмөштәргә тиң икән? Ҡалғанылыр, сөнки ул аҙайған һайын ҡәҙерлерәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 42 Алға
Бит башына