Һарытауҙан төшкән Бәхет Һыу – йәшәйешебеҙҙең нигеҙе һәм иң мөһим тәбиғәт ресурстарының береһе. Күренекле ғалим Дмитрий Менделеев быуаттан ашыу ваҡыт элек үк уның бер тамсыһы алмастан да ҡиммәтерәк буласағы хаҡында яҙып ҡалдырған. Бөгөн, белеүебеҙсә, донъяла йөҙҙәрсә миллион кеше эсәр һыу етмәүҙән интегә, шул уҡ мәлдә Рәсәй йылға-күлдәренең һаны һәм күләме йәһәтенән планетала икенсе урынды биләй, уның эсендәге Башҡортостан да был ресурсҡа ҡытлыҡ кисергәндәр иҫәбендә түгел. Тик был беҙҙең республикала һыуға бәйле мәсьәләләрҙең киҫкен тороуын инҡар иттермәй – тәү сиратта эсәр һыуҙың сифатына һәм йылға-күлдәрҙең һәр төбәктә мул булмауына иғтибар итергә кәрәк
Ком: 0 // Уҡынылар: 733 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яралы яҙмыш
Һәр әҙәби әҫәр – үҙе бер дәрес. Аңлағандар өсөн, уҡығандар өсөн. Үҙ әҫәре менән яҙыусы уҡыусыларына дәрес бирә. Ул дәрестең уңышлылары ла, ҡайһы бер кәмселектәре лә барҙыр. Әммә һәр әҫәр яҙыусының ныҡлап әҙерләнгән асыҡ дәресе булып ҡала килә. Ана шул дәресте хәтер күҙе менән ҡарап, уҡып тормош һабаҡтары алабыҙ. Яҙыусы үҙ заманының уҡыусыларын әхлаҡи яҡтан тәрбиәләп кенә ҡалмай, ватансыл, көслө рухлы, милли үҙаңлы шәхес итеп үҫтерә лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1032 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур донъя көтә  Байым ишан вариҫтары Байым – Бөрйән ырыуының (Баймаҡ районы) иң боронғо ауылдарының береһе. Ауылға тәүге нигеҙ ташын аталы-уллы Ыҫтымғол менән Йомағол һалған. Уларҙан – Динебәк, Динебәктән Байым тыуған. Байым ишанды үҙе иҫән саҡта уҡ хөрмәтләп, изгеләрҙән-изге һанап, ауылды Байым тип йөрөтә башлағандар.
Байым ишан Динебәков тураһындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул үҙ төйәгендә генә түгел,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1046 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтә мосолман донъяһы изге Ураҙа байрамын билдәләгән көндә, шағирә Зарема Ғәлиуллина мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо... Әҙәби мөхиттә уның исеме әллә ни яңғырап тормаһа ла, шиғырҙарына яҙылған йырҙар меңәрләгән күңелде әсир итте. “Атай йорто”, “Ҡолон”, “Солтанай”, “Ташкисеү” кеүек тәрән мәғәнәле йырҙарҙы ишетмәгән кеше юҡтыр. Зарема Мәрҙән ҡыҙы, һөнәре буйынса әҙәбиәт кешеһе булмаһа ла, ғүмере буйына шиғриәт менән йәшәне. Яҙғандарын китап итеп баҫтырам тип тә йөрөмәне. Әммә уның шиғырҙары халыҡ яратҡан йырҙарға әүерелде. Үҙе яҡты донъянан китһә лә, йырҙары беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Мәрхүмәнең яҡты рухына бағышлап, ошо йырҙарҙың һүҙҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаталаныу ярамаған  Һөнәр
Башҡортостанда үткәрелгән “Йылдың иң яҡшы табибы-2013” конкурсында “Медицина өлкәһендә яңы йүнәлеш булдырған өсөн” номинацияһында еңеү яулаған Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлеге мөдире Урал Мөхәмәтов менән осрашыр алдынан бер аҙ шөрләй инем. Көнөнә ике-өс ауыр операция эшләгән хирургтың ваҡыты ла ҡыҫынҡылыр, әңгәмәбеҙ һорау-яуап кеүек кенә килеп сыҡмаҫмы икән? Борсолоуым юҡҡа булған — йәш табип беҙҙе ихлас ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Мин һеҙгә ышанам» Июлдең ғәҙәти булмаған һалҡын көндәре, мыжыҡ ямғырҙары, әсе еле – бөтәһе лә тамам ялҡытты. Кисә иртән дә шулай ине. Әммә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелгән тантанаға барғас, кәйеф күтәрелде, тәбиғәт көйһөҙлөктәре онотолдо. Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡырҡтан ашыу хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урал батырҙың билбауы  кемгә ярар,
Башҡортостандың гүзәллеген шағир, яҙыусылар әҫәрҙәрендә данлай, рәссамдар һүрәттәрҙә һынландыра, композиторҙар йырҙарға һалып мәңгеләштерә. Һис шикһеҙ, республикабыҙ — ҡабатланмаҫ тәбиғәт ҡомартҡыларына, тарихи-мәҙәни урындарға бай төбәк, шуға ла беҙҙең тарафҡа туристар ағымы артҡандан-арта. Башҡортостанға килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшыртыу мәсьәләһенең йылдан-йыл мөһимерәк була барыуы ла тыуған төйәгебеҙгә иғтибарҙың ҙурлығына бәйле.
Туристарҙы ылыҡтырыуҙың ни тиклем файҙалы икәнлегенә етәкселегебеҙ, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, алдараҡ төшөнә алды һәм 1997 йылда уҡ Башҡортостан Республикаһында Туристик эшмәкәрлек тураһында закон ҡабул итте. Был документ туризм индустрияһын үҫтереү, сәйәхәт итеүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1291 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҡсам бар,  диплом һатып алам!”
Гәзиттең быйылғы 17 июндәге һанында “Әҙәм булһаң, аҡсаға ялынма, тауарға табынма” тигән мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны. Уны әҙерләгәндә үк ҡайһы бер хеҙмәттәштәр, бигерәк тә йәшерәктәре: “Нисек инде бөгөн аҡсаға табынмаҫҡа?” – тигән һорау бирҙе. Донъяһы шулай ҡоролған бит: аҡсаң булһа, бөтә нәмәне лә һатып алырға мөмкин!
Ысынлап та, көндәлек тормош та ошоно раҫлап торған һымаҡ. Бөгөн күптәр аҡсаны бөтә нәмәнән дә панацея тип иҫәпләй. Бушлай ярҙам (өмә) тигән нәмә юҡҡа сығып бара: һәр кем аҡса өмөт итеп тора, хатта туғанынан да.
Ком: 0 // Уҡынылар: 688 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәр һәм сәнғәт әҙәбе
Эшегеҙҙе ашыҡмайынса, матур һәм тейешлесә, һәр нәмәһен үҙ ваҡытында башҡарығыҙ. Феке­ре­геҙ­ҙе боҙасаҡ әйберҙәрҙән һаҡ­ланығыҙ һәм сара күрегеҙ. Бер эшкә тотонғас, матурлап тамам­ларға тырышығыҙ, сөнки, башлап та ҡалдырыуға ҡарағанда, һис башламай тороу тағы ла хәйерлерәк.
Бер сәғәт эсендә бер нисә төр­лө эшкә керешмәгеҙ, сөнки былай итеү башланғандарҙың һәр бере­һенән мәхрүм ҡалыуға сәбәп була.
Ком: 1 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дипломлы ҡарауылсы
Элегерәк юғары белемлеләргә эш хаҡы ла ярайһы булды. Был – ныҡлы ҡанун, үҙгәрмәҫе бәхәсһеҙ һымаҡ ине. Ләкин заман башҡа хәҙер. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, дипломлы белгес булһам да, эш хаҡы ла, шәхси тормош өсөн ваҡыттың әҙ ҡалыуы ла мине ҡәнәғәтләндермәне. Шуға күрә һөнәрҙе үҙгәртергә тура килде. Йорт һалырға ваҡыт кәрәк ине. Шулай итеп, бер ай эсендә һаҡсы (охранник) һөнәрен үҙләштереп, икенсе эшкә тотондом. Иң аптыратҡаны шул булды: 30 көн эсендә алған белемгә биш йыл уҡығанына ҡарағанда күберәк түләйҙәр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына