Ырыуҙарҙы берләштергән “Йәйләү”ҙә...Камил шәхес тәрбиәләү нигеҙе

1998 йылдан алып эшләп килгән “Йәйләү” һәләтле балаларға белем биреү һәм һауыҡтырыу йүнәлешен­дәге ял итеү үҙәгенең сираттағы ябыу тантанаһы шулай башланды. “Туған телемдә һөйләшәм” тигән яҙыулы аҡ футболка кейгән балалар теҙелеп баҫҡан. Йөҙҙәрендә күтә­ренке кәйеф тә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоулыҡ та сағыла: ҡыҫҡа ва­ҡыт эсендә дуҫлашып, яҡынайып өлгөр­гән иптәштәре менән хуш­ла­шырға ваҡыт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1695 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бәләкәй” апайҙың  оло йөрәге Бәләкәй кәүҙәле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән был ханымды Хәйбулла тарафтарында йыш осратырға тура килә. Тәү күреү менән уға ҡарата йәлләү тойғоһо уянһа, аҙаҡ уның сәхнәлә тәрилкәләр менән сығыш яһауын белгәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Артабан Фирҙәүес Федоренконың Киевта лилипуттар циркында 15 йылдан ашыу эшләүе, кейәүгә сығып, ҡыҙ балаға ғүмер бирергә батырсылыҡ итеүе хаҡында ишеткәс, оло йөрәкле ҡатын, оҫта ҡуллы хужабикә менән танышып, уның ҡыҙыҡлы ла,
Ком: 0 // Уҡынылар: 815 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төньяҡ ҡапҡа” һәр кемгә асыҡ Горький тимер юлының Ижевск бүлексәһенә ҡараған “Яңауыл” тимер юл станцияһына тәүге поезд килеүгә 2016 йылда бер быуат тула. Әле бынан тәүлек әйләнәһенә ике яҡ йүнәлештә бер нисә тиҫтә йөк составы, шулай уҡ урындағы һәм йыраҡ араға йөрөгән 50-гә яҡын пассажир поезы үтә. Туҡталҡа өсөн бирелгән ике минут эсендә килгәндәр вагондан төшөп, китеүселәр уға инеп өлгөрөргә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1059 тапҡыр // Тотош уҡырға
1941 йылдың ҡояшлы июнь айы. Бер төркөм йәш үҫмер, Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлап, Күгәрсен районындағы ауылдарына йүгерә-атлай ашығып ҡайтып килә. Улар — Юлдыбай ауылынан Абдулла Ниғмәтуллин, Әхмәт Хәбибназаров, Миңзаһир Мырҙабаев, Закир Ҡыпсаҡбаев, Ыуары (Богдакин) ауылынан Мөхәмәҙей Зәйетов, Мөхтәр менән Зәки Ишморатовтар, Һатлыҡтан Хәйепҡолой менән Шәрифйән Һөйөндөковтар, Төпсәндән Искәнйәр Айытҡолов, Халиҡ Фәсхетдинов, Мораҙымдан Зәбих Хоҙайғолов, Ҡотлоғәлләм Ҡотлогилдин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәлә-ҡаза һорап килмәй Был төн башҡаларынан әллә ни айырылмай. Бары көнө буйы ҡыҙҙырғандан һуң, ниһайәт, күптән көтөлгән ямғыр яуыуы эҫенән йонсоған ауылды һиллеккә сорнаны. Һәр кем көндәлек мәшәҡәттәрен барлап, утын һүндерҙе. Иҫәнғол ауылындағы Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһендә лә йоҡоға талалар…
Таң һыҙылыуға Василина нин­дәйҙер тауышҡа тертләп уянып китә. Йоҡоһонан уяныр-уянмаҫ ҡыҙ өй эсенә әсе төтөн таралыуын һиҙә. “Янғын!” – 15 йәшлек Васи­линаға оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт булмай: һәр секунд, һәр минут ҡәҙерле икәнен аңлаған ҡыҙ әсә­һен, кескәй туғандарын уята. Лариса янғын хеҙмәтен саҡырырға уйлап, ҡулына телефон ала, әммә уның сымы янып өҙөлгән була. Әлдә кеҫә телефоны янында. Шылтыратып хәбәр итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихсының өй тарихы Клара апай менән Әнүәр ағайҙың яҙма дәфтәрҙәрен, блокноттарын ҡарайбыҙ. Береһенең башына ул: “Алтын алма, доға, рәхмәт ал!” тип яҙып ҡуйған. Һүҙем атаҡлы ғалим, иҫ киткес нескә күңелле шәхес, тәбиғәттән бирелгән мәртәбәһен, зыялылығын ғүмер буйына һаҡлап ҡала алған данлыҡлы замандашыбыҙ Әнүәр ағай Әсфәндиәров һәм уның ҡатыны, көндәлек һәр эшендә ярҙам ҡулы һуҙыусы,
Ком: 2 // Уҡынылар: 954 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының контроль-иҫәп палатаһында “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһындағы тикшереү йомғаҡтары иғлан ителде. Һөҙөмтәләр етәкселек өсөн аҡланырлыҡ булмаһа ла, ултырыш ҡыҙыу барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ћуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы системаһының эшмәкәрлеге тураһында һүҙ ҡуйырғандан-ҡуйыра. Ошо сәбәпле, баш ҡаланың Ленин районындағы ашығыс ярҙам подстанцияһында матбуғат кәңәшмәһе үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бында Украинанан тәүге ҡасаҡтарҙы урынлаштырҙылар. Районға йәмғеһе 110 кеше килергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өсөнсө махсус самолетында “Өфө” халыҡ-ара аэропортына Украинаның 101 гражданы, шул иҫәптән 29 бала килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына