Донъя баҙарында –  үҙ урыныбыҙБашҡорт балы. Башҡорт бал ҡорто. Хәҙер был төшөнсәләр республиканың визит карточкаһы һымаҡ ҡабул ителә. Умартасылыҡтың тамырҙары меңәр-меңәр йыллыҡ тарих тәрәнлегенән һут ала. Төп халыҡтың ғына түгел, Башҡортостан ерлегендәге барыһының да мәҙәниәте, көнкүреше, социаль үҫеше йылдан-йыл ошо тармаҡҡа бәйләнә бара. Умартасылыҡтың бөгөнгө хәл-торошо, үҫеш кимәле, өлкәләге яңы асыштар тураһында һөйләүен үтенеп, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге дәүләт учреждениеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Минәхмәт улы ИШЕМҒОЛОВҠА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
— Һуңғы ун биш йыл эсендә умар­тасылыҡ өлкәһе һиҙелерлек уңыштарға ирешеп килә. Халыҡ араһында умарта һаны, етештергән продукция күләме артып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Был ерҙәрҙең байлығы – һеҙҙең ҡулда” ­Көтөп алған йәйге канику­лығыҙҙың бер өлөшөн һоҡ­ланғыс тәбиғәт мөйөшөндә, йәмле Ағиҙел буйында үткә­рер инегеҙме, дуҫтар? Әл­биттә, тиерһегеҙ.Ә бына Бөр­йән райо­ны уҡыусылары бындай хозурлыҡта йыл да кинәнә.
Ундағы Күҙәмбәт туғайын­да урынлашҡан “Ағиҙел” балалар лагеры йәй да­уа­мында гөрләп эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙипкә мин дә эйәрҙем Июлгә тиклем почта йәшнигемә гәзит-журнал­дарҙы урыҡ-һурыҡ, онотҡанда бер килтерҙеләр. Йыш ҡына яңылыҡтар менән танышыуҙан, баш­ҡа төрлө ҡыҙыҡлы мәҡәләләр уҡыуҙан мәхрүм ҡалдым. Бының нимәгә бәйле икәнен — почта етәкселегенең эште дөрөҫ ойоштормауынамы, әллә бүтән сәбәпкәме — аңламаным. Һорашһам да, аныҡ ҡына яуап биреүсе табылманы.Бер көндө “Башҡортостан”ды ҡараштырып ултырғанда, яҙыусы Барый Ноғомановтың яҙмаһы иғтибарымды йәлеп итте. “Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналға йортома яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киоскыһында яҙылам, унда бер һаны ла юғалмай. Ҡасан теләйем, шул ваҡытта барам да алам”, — тигән ул. Уның өлгөһөнә мин дә эйәрҙем һәм яңылышманым. Хәҙер баҫманың һәр һаны үҙ ваҡытында ҡулыма эләгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Изгелек теләп үтә көндәрем” Борай районының Әжәк ауыл биләмәһендә ошо йылдарҙа ғына өс кеше 100 йәшкә етте. Уларҙың икәүһе Әжәктән булһа, береһе – Алдар ауылынан.
Уҙған быуаттың 14-се йылында Ал­дар ауылында Тә­ғәри­фулла ағай ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә.Һөйөнөстәренең иге-сиге булмаған ата менән әсә уға “юғары, өҫтөн” тигәнде аңлатҡан Миңлемәрфуға исемен ҡуша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 787 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Нескәбилдәр” егәрлене һөйә Ҡабатланмаҫ бер кинәнес бит ул – башҡорт балы. Уның тәмен бер татыһаң, икенсе тапҡыр ҙа ауыҙ итке килеп тик тора. Ә шифаһы хаҡында һөйләп торорға ла түгел. Был хаҡта хәҙер хатта бөтә ғәләм белә. Ошо татлы, шифалы, файҙалы тәмлекәс өҫтәлебеҙҙең түрендә икән, йыл әйләнәһенә тир түккән умартасыға рәхмәт кенә әйтәһе ҡала.Бөгөн һеҙҙең менән таныштырырға теләгән геройым Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирә-яғыма күҙ һалам:
Ниндәй матур был донъя!
Урман шаулай, шишмә йырлай,
Ҡояш йылмайып ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙҙың мәңге уңалмаҫ йөрәк яраһын оноторға хаҡыбыҙ юҡ: арҙаҡлы шәхестәребеҙ Салауат батырҙың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм уларҙың көрәштәштәренең Рогервик ҡәлғәһенә оҙатылыуына нисәмә быуаттар уҙыуға ҡарамаҫтан, бөгөн дә тәндәрең зымбырлап китерлек! Тарих биттәренә күҙ һалыу менән йән өшөткөс мәғлүмәттәргә тап булабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хазина
Бал – Хоҙай тарафынан беҙгә бүләк ителгән хазина. Ул йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Республикабыҙ ошо татлы ризыҡты етештереү күләме, умарталар һаны һәм был тармаҡты фәнни үҫтереү буйынса илебеҙҙә алдынғы урындарҙы биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал ҡорто ағыуы тураһында әлегә тиклем тулыһынса өйрәнелмәгән. Шуныһы бәхәсһеҙ: ул йоҡоно, кәйефте, аппетитты, эшкә һәләтлелекте яҡшырта. Бөйөр өҫтө биҙенә ыңғай тәьҫир иткәнгә күрә, организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы күпкә арта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
12 августа иртәнге сәғәт 10-дан Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүл­мәһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, “Үҙәк баҙар” туҡталышы) шәхескә ҡаршы ҡылынған һәм мөлкәт енәйәттәрен асыу, шулай уҡ наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш мәсьәләһе буйынса аңлатма алырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына