Бала саҡ хыялы ҡанатында Данлыҡлы башҡорт ҡыҙы, батыр осоусы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова 1912 йылда Бәләбәй ҡалаһында хәлле ғаиләлә донъяға килә. Йәшел сиҙәмле, алмалы, тыныс урамлы ҡалала бәхетле балалыҡ кисерә, шундағы мәктәпте тамамлай, ҡанаты нығынғас, осоп та китә. Ҡала халҡы мәшһүр яҡташтарының бала саҡ эҙҙәрен дә, күктәрҙә һыҙған батырлыҡ юлдарын да ҡәҙерләп һаҡлай.Мәктәптә музей эшләп килә. Элекке йылдарҙа ул тотош 46-сы гвардия авиация полкы тарихына бағышланып, иҫ киткес бай материал һаҡлана ине унда. Һуңынан ни сәбәптәндер ул яңынан төҙөлдө һәм Советтар Союзы Геройы М. Сыртланованың шәхесенә, уның хәрби батырлығына ғына бағышланған булып ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төпкөл икмәге Ҡайҙа, ҡайҙа, Кананикольскиҙа бешкән икмәкте яратып алалар. Төпкөлдә урынлашҡан был ауылда эшҡыуар Людмила Медведева шәхси икмәк цехы асып һис тә отолмаған. Район үҙәгенән килте­релгән икмәкте көтөп интекмәй ауыл халҡы, яңы ғына мейестән сыҡҡан хуш еҫле, тәме лә, сифаты ла күпкә юғарыраҡ әпәкәйҙе һайлай.Һөнәре буйынса бухгалтер Людмила Медведева, ауылда урман хужалығы бөтөрөлөп, эшһеҙ тороп ҡалғас, шәхси эш асыу тураһында уйлана. Ире лә риза булғас, үҙҙәре икмәк бешереү цехы төҙөй. Бөгөн бында биш кешегә эш урыны булдырылған.Икмәк бешереүсе Ирина Леонова ла был тарафтарға ире менән Күмертау ҡалаһынан килгән. Надежда Корнева оҫта итеп, “һә” тигәнсе төрлө фигуралар яһап, бәлештәрҙе йылы мейескә ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 463 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡҡа ғашиҡ Лилиә Ниндәй генә ҡатын-ҡыҙҙың матур булғыһы, ҡәҙерлеләренә иң һөйкөмлөһө булып күренгеһе килмәһен?! Элегерәк ауылда йәшәгәндәргә был йәһәттән бер аҙ ауырыраҡҡа тура килһә, бөгөн ундай мәсьәлә хәл ителмәҫлек түгел. Мәҡәлә геройы — Ниғәмәт ауылында “Лилиә” матурлыҡ салонын асып, гүзәл заттарҙың тағы ла сибәрерәк итеүҙе хәстәрләгән оҫталарҙың береһе, шәхси эшҡыуар Лилиә Иҫәнбаева.Күрше Иҫән ауылында йәшәүсе Лилиә Язар ҡыҙы мәктәп ябылып, эшһеҙ тороп ҡалғас, үҙ бизнесын булдырырға ҡарар итә. Бәләкәйҙән тегергә, сәс ҡырҡырға, төрлө прическа яһарға яратҡан ҡатын һис бер икеләнеүһеҙ матурлыҡ салоны аса. Йәш саҡта парикмахер, тегенсе һөнәрҙәрен үҙләштереүе лә бик ярап ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хыял толпарын йүгәнләгәнЙылҡы малы борон-борондан башҡорт халҡы тормошонда айырым урын тотҡан. Башҡорт тоҡомло аттар оҙаҡ йылдар буйы формалашҡан. Улар аҙыҡ һайламай, иң сыҙамлыларҙан иҫәпләнә. Шулай уҡ талымһыҙ, һыбай йөрөгәндә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә һынатмай. Йыл әйләнәһенә тибендә йөрөгән малҡайҙың файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъябыҙҙың йәме бит һеҙ! Һеҙгә Ташаҫты ауылында йәшәүсе атайым һәм әсәйем – Таңгөл менән Рәил Ҡа­ранаевтар тураһында һөйләгем килә. Бы­йыл улар үҙҙәренең ҡыҙыл ағас туйын билдәләй.
Атайым Йәмилә менән Ғәбделхай Ҡа­ранаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән атаһына эйәреп ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ шөғөлдәрен үҙ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙарып еләк бешкән айҙа Йәй – ҡыҙарып еләк бешкән, бесән өлгөргән иң матур һәм шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә осор. Йәйге көн йылды туйҙыра тигәндәй, ауыл халҡы ең һыҙғанып эшкә егелә. Аҙаҡ ҡыш буйы хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеүе үҙе ни тора! Эштең ҡыҙған мәле булыуына ҡарамаҫтан, тоғро уҡыусыларыбыҙ яратҡан баҫмаһын онотмай, әленән-әле матур йөкмәткеле хаттары менән ҡыуандыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 742 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Киләсәктә чемпион булабыҙ!” Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 6 миллион самаһы бала йәйге лагерҙарҙа ял итә. Шуларҙың 70 проценты – үҙебеҙҙең ял үҙәктәрендә. Стәрлетамаҡ районындағы һауыҡтырыу лагеры ла сираттағы ҡунаҡтарын ҡабул итте.
Бер урында малайҙар мыш та мыш ки­леп бокс менән шөғөлләнә, икенсе ерҙәрәк бөтә зиһенен туплап ҡыҙҙар уҡтан ата. Ауыр атлетика, самбо, спорттың уйын төр­ҙәре…Әллә спорт мәктәбенә эләктемме икән, тип аптырап киттем. Баҡтиһәң, район­дың физик культура менән әүҙем шөғөл­ләнгән үҫмерҙәре (икенсе төрлө әйткәндә, иң-иңдәре) “Башаҡ” балалар лагерына ял итергә килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гараж әллә күпме яйланмалар, ҡорамалдар, деталдәр менән тулы. Һәр нәмә йыйнаҡлап ыҫпай кәштәләргә теҙелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, Илһамдың өйҙәге эш кабинетында ла бындай тәртип юҡ. Ә бында, ҡәҙимге гараждағы кеүек, сүп-сар, ту­ҙы­шып ятҡан тимер-томорҙоң әҫәре лә юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең халыҡ борон йәйләүҙә йәшәгән, аҙаҡ ауылдарға туплана башлаған. Тәби­ғәт балаһы булғанға күрә башҡорттоң ер-һыуҙан, йәшеллектән айырылғыһы килмәй. Шуға ла ауыл уның төп йәшәү урыны, ни­геҙе булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шундай күренеште күҙ алдына килтерәйек: ғаилә хужаһы йыш ҡына яңы кәсеп менән шөғөлләнергә йыйыныуы, ләкин төрлө сәбәптәр, шул иҫәптән аҡса еткерә алмауы арҡаһында ниәтенең тормошҡа ашмауы хаҡында һөйләргә ярата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына