“Агросәнәғәт  үҫешенә өмөт тыуҙы” Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, агросәнәғәт комплексы — төбәкте һәм тотош илде үҫтереүҙең иң өмөтлө йүнәлештең береһе. 14 августа ИТАР-ТАСС-ҡа биргән интервьюһында ул республиканың сит ил тауарҙарынан башҡа ла йәшәй алыуы, шулай уҡ мегафермалар хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡеүәтле Башҡортостанға – һәләтле Президент Быйыл 14 сентябрҙә, 2003 йылдан алып тәүге тапҡыр, Башҡортостан халҡы тағы ла төбәк етәксеһен һайлай. Беҙҙең республика – президент һайлаған берҙән-бер субъект: башҡа төбәктәрҙә губернаторҙарҙы һәм хакимиәт башлыҡтарын һайлаясаҡтар. Башҡортостанда туранан-тура президент һайлауы (2005 йылда ғәмәлдән сығарылғанға тиклем) 1993, 1998, 2003 йылдарҙа уҙғарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 844 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Минең ниндәй кәбеҫтә үҫтергәнемде күрһәгеҙ...” йәки Ни өсөн Рим императоры властан ваз кискән?
Тормошоң нимәнән ғибәрәт, унан нимә көтәһең һәм үҙең был донъяла ниндәй роль үтәйһең – былар хаҡында Яңы йыл алдынан уйланмай, тағы ҡасан уйланаһың инде. Журналист Сара Бан Бреатнах та 1991 йылдың 31 декабрендә “Вашингтон Пост” журналында донъя күргән мәҡәләһендә ошо юҫыҡтағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Ҡәләм оҫтаһы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында киң тарала башлаған күренеш – дауншифтинг – тураһында яҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрамда  тыуған уйҙар – Ойоштороу эшендә ҡатнашыуығыҙҙы те­ләйбеҙ, тиҙерәк ҡайтығыҙ, Гөлфиә апай. Киләһе ял көнө «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы була. Көтәбеҙ!
Был байрамды уҙғарыу һәр ауылдаштың яҡ­ты хыялы инде. Баҡсаларҙы, урамдарҙы, йорт-ҡураларҙы тәртипкә килтереү уҙған йылдан бирле башҡарыла килде. Тик нисек теләкте тормошҡа ашырырға?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 685 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт балаһы ине Кеше ғүмере – күҙ асып йомғансы үткән бер мәл, атылған йондоҙ кеүек кенә. Ләкин балҡышы сикһеҙ ғаләмдәге ҡараңғылыҡта, билдәһеҙлектә юғалмаған, кешеләр күңелендә илаһи нур булып ҡалған йондоҙҙар бар. Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл улдарының береһе, ҡыҫҡа, әммә ифрат йөкмәткеле ғүмерен ғәҙеллектең тантана итеүенә арнаған остазыбыз Ратмир Вәкил улы Аҙнабаевтың яҙмыш балҡышы йөҙҙәрсә йөрәкте яҡтыртҡан йондоҙҙо хәтерләтә.Бәләкәйҙән һәр ҡайҙа беренсе була ул: ауыл малайҙары менән кемуҙарҙан йүгерешкәндә лә, уҡыуҙа ла. Мәктәпте уңышлы тамамлаған егет Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында белем алғанда һоҡлан­ғыс һөҙөмтәләр күрһәтә. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән башҡорт егете шунда уҡ студенттар араһында ла, уҡытыусыларҙа ла ҙур ихтирам ҡаҙана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өн һәм һан ғилләһе Ғәлим Хисамов – бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең проза жанрында танылған, уңышлы ижад иткән әҙиптәрҙең береһе. Уның тормош-көнкүреш, хеҙмәт темаһын сағылдырған әҫәрҙәрен дә, фантастик һәм детектив формалағы ижад емештәрен дә китап һөйөүселәр яратып ҡабул итә. Яҙыусы тарихи теманы ла урап үтмәй. Документаль ерлектәге “Аҡтамыр”, “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Өн һәм һан” романдары – шуға асыҡ миҫал. Бөгөн һүҙебеҙ Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә иткән әҫәрҙәрҙең береһе “Өн һәм һан” хаҡында булыр.Яҙыусы әҫәрен роман-фараз тип билдәләгән. Унда һәр кемде ҡы­ҙыҡ­һындырырҙай донъяуи һорауҙар ҡу­йылып, шуларға яуаптар фаразлана. Шуныһы менән әҫәр уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, роман­дың исемен билдәләгән өн һәм һан­дың ҡайһыһы алданыраҡ бар­лыҡҡа килгән? Йәки донъяны Алла бар ҡыл­ғанмы, әллә үҙенән-үҙе бар­лыҡҡа килгәнме? Шулай уҡ кеше йәненең сығанағы хаҡындағы мәғ­лүмәттәр ҙә ҡыҙыҡлы. Яҙыусы баш­ҡорт атама­һы­ның килеп сығышына,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1006 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указдарына ярашлы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең бүлек мөдире Хөс­нөтдинова Эльза Камил ҡыҙы — Халыҡтар дуҫлығы ордены, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Незнанов Владимир Николаевич — Салауат Юлаев ордены,
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бер, ике, өс! Беҙҙә бөтә көс!” Мораҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Спорт байрамы ысын мәғәнәһендә халыҡ йыйынына әйләнде. Сәхнәлә спортты һәм физкультураны үҙенең тормош юлы итеп һайлағандар, был өлкәлә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән спортсылар тәбрикләнде. Район етәксеһе Фәрит Мырҙагилде улы Мусин физкультура уҡытыусыларын, спорт һөйөүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ер аҫты тураһындағы Башҡорт­остан Республикаһы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законы ошо Кодекстың айырым положениеларын федераль ҡану­ниәт­тәге үҙгәрештәр менән яраштырыуға йүнәлтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Хөкүмәте һәм төбәктең Мәғариф министрлығы ярҙамында Башҡортостандан 300 етем Ҡырымға ял итергә юлланды. Делегация составында Өфөнөң Калинин районындағы 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына