Кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарап… Сәнғәттең бер төрө булған, мәҙәниәттең айырып алғыһыҙ өлөшөн һәм нигеҙен тәшкил иткән әҙәбиәт туҡтауһыҙ үҙгәреш кисерә. Был уның йөкмәткеһендә лә, идея-тематик йүнәлешендә лә, хатта ниндәйҙер кимәлдә формаһында ла сағыла. Үҙгәреш тәбиғи, сөнки һүҙ сәнғәте йәмғиәттән һәм заманға ярашлы яңырыу кисергән рухи ҡиммәттәрҙән тыш йәшәй алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашҡынып килеүҙең сәбәбе ниҙә? Малай һәм ҡыҙҙарҙың йәйге ялын ойоштороуға өлкәндәр күп көс һала: районда төрлө саралар уҙғарыла, лагерҙар эшләй. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урын­лашҡан «Орленок» ял һәм һауыҡ­тырыу лагерында өс сменала 400-ҙән ашыу бала ял итте. Улар араһында төбәктең төрлө ауылдарынан, күрше райондарҙан тыш, Өфө, Нефтею­ганск, Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан да уҡыу­сылар бар.
– Был лагерҙа беренсе тапҡыр ял итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шишмә һандуғасыБашҡорт һандуғасы Фәриҙә Ҡудашева башҡарған йырҙар – халҡыбыҙҙың йөрәк моңо ул. Ут-һыуҙарҙы кискән йылдарҙа быуаттар буйына килгән хазинаны һаҡлап, уны йән дауаһы итеп кенә ҡалманы, ә халыҡтың күңелен, рухын, зауығын үҫтерҙе. Был моңдо, бөртөкләп йыйған еләктәй, яңы көйҙәр, заман аһәңдәре менән байытты. Башҡортостан һәм Татарстан халҡы ғына түгел, бөтә төрки донъяһы уны йыр пәйғәмбәре, алиһәһе итте.Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортос­тан­дың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. Йәмле Дим буйында ултырған бәрәкәтле был төйәктән исемдәре Баш­ҡор­т­останда ғына түгел, Рәсәйҙә, донъяла билдәле шәхестәр сыҡ­ҡан:
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткәндәре үкендермәй Үҫмер саҡтан уҡ маҡсат ҡуйып йәшәргә ынтылған кешеләр була. Теремек, баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөгән Нәзимә лә бәләкәйҙән үк хыял диңгеҙендә йөҙә. Ете балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килә ул. Етмеш йортло Яссы-Ҡаран (Алға) ауылында тыуып, гүзәл Ыҡта һыу ҡойоноп үҫкән, ошонда башланғыс белем алған. Һуңынан Ырымбур өлкәһенә ҡараған, өс саҡрым алыҫлыҡтағы Ғабдрахман ауылындағы мәктәпкә йөрөй.Елеккә үткәне яҙғы ташҡын була. Ыҡ йылғаһының ярһып, шашып аҡҡан саҡтарында ла, боҙ ҡуҙғалған осор­ҙарҙа ла уҡыусылар уны төрлө әмәлен табып кисеп сыға, әммә дәрес ҡалдыр­май. Уҡырға һәр ваҡыт әҙерләнеп бара улар.
Үҫә төшкәс, әсәһенең кис ултырып ҡул эштәренә тотонғанын ҡыҙыҡ­һынып күҙәтә Нәзимә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 607 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Чапай мыйыҡлы” Әхмәт Бөйөк Ватан һуғышы һәр Совет кешеһе өсөн ҙур һынау булды. Фронттағылар бөтөн яу ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрһә, тылдағылар, аслыҡ, яланғаслыҡҡа ҡарамайынса, Ҡыҙыл Армияны ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында көнө-төнө тир түкте. Ул саҡта тылда, нигеҙҙә, ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр эшләне.Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер һөнәр эйәләрен, фронтҡа ебәрмәйенсә, Дәүләт оборона комитетының ҡарары буйынса бронь менән ҡалдыралар ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йән дауаһы Украина менән Башҡортостанды күптәнге иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни мөнәсәбәттәр бәйләй. Украиндар хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр хәҙерге республикабыҙ биләмәһендә ХVII быуат башында теркәлгән. ХIХ быуат аҙағы — ХХ быуат башында улар башҡорт еренә күпләп күсә. Украиналағы һуңғы ваҡыттағы хәл-ваҡиғалар унда йәшәгәндәрҙе генә түгел, бөтә донъя йәмәғәтселеген борсой. Неофашистарҙың ҡылған вәхшилектәре бар украин халҡының йөҙөн күрһәтмәй,
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүеӘҙәбиәтебеҙҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин кеүек уңышлы эшләгән әҙип һирәк тип икеләнмәй әйтергә була. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә уның әҫәрҙәренең 9-сы томы сығыуы – быға асыҡ дәлил. Был томға “Һайлап алған яҙмыш” романы, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Шайтан ҡуласаһы”, “Еҙ ҡыңғырау” повесы тупланған.Ноғман Мусин – халыҡ һөйөүен яулаған яҙыусы. Уның китаптарын, гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуҙарын хәтерләйем. Әҙиптең «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда ул «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 929 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәк диңгеҙенең мәрйендәре...
Рәхмәт, йөрәк!


Йөрәк диңгеҙенең мәрйендәре
Хәтер һандығына юл ала.
Йөрәклеләр мәңге һаҡлай уны,
Йөрәкһеҙҙә хәтер юғала.

Аҡыл күрһә, йөрәк кенә аңлай
Ҡайғы-шатлыҡтарҙың ҙурлығын.
Аҡыл бер хәл, тик тоймаһа йөрәк
Ғорурлығын, бәлки хурлығын
Ком: 1 // Уҡынылар: 1470 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аныҡ ҡарарҙар көтәбеҙ” Бөгөн ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡтың күп мәсьәләләре урындағы власть органында хәл ителә. Ошо йәһәттән үҙидараның мөмкинлектәре һәм проблемалары буйынса Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Фәниә ВАХИТОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Фәниә Ғиләж ҡыҙы, ауыл биләмәһе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп китһәгеҙ ине.
– Алты ауылды үҙ эсенә алған Ниғәмәт ауыл Советы биләмәһендә дүрт меңгә яҡын кеше йә­шәй. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ныҡ үҫеште, 25 сауҙа нөктәһе бар, ете таҡта ярыу цехы ха­лыҡты төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә. 2012 – 2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы, Бикеш – Икенсе Этҡол юлы һалына. Шулай уҡ Иҫән – Түбә юлына асфальт түшәү планлаштырылды. Билдәле булыуынса, колхоз-совхоздар тарҡалыу менән барлыҡ проблемалар ауыл биләмәһенең иңенә ятты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һарыш ауылы көйөнә
Уйна әле, дуҫҡайым.
Йәмле Димдең буйҙарында
Ҡушылып йырлар ҡуш ҡайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына