Ғүмерҙең илаһи мәле –  күбәләктәй бала саҡ Бала хәтере аҡ ҡағыҙ кеүек. Унда тормошондағы бөтә ваҡиғалар ынйы кеүек бер-бер артлы теркәлеп бара. Бәхетле мәлдәренең күберәк булыуы иһә беҙгә, өлкәндәргә, бәйле. Тиҙҙән ошо күбәләктәй осоп, һикереп уйнаған, йылға-күлдәрҙә балыҡтай сумған, йәне теләгәнсә йоҡоһон туйҙырған ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн яңы уҡыу йылы етә. Кемдер беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асһа, икенселәре йәйге каникулдан һуң тағы белем эстәй башлаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 719 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡойҙо Моратыңа еттең инде, Харис Йосоп,
Даның бик ҙур — Ер шарында йөрөй осоп.
Тере саҡта үҙ-үҙеңә һәйкәл һалдың,
Батырҙарҙың араһына кереп ҡалдың.

Бер ҡараһаң, ул яҡын барып булмаҫтай ҙур ҡая кеүек, икенсе яҡтан – бала күңелле аҡһаҡал, күңел күҙе менән ҡараһаң, тормош тигән сәхнәлә үҙенең ролен һәр саҡ “бис”ҡа башҡарып, нисәмә йыл буйына тамашасыны аяғүрә баҫып алҡышларға мәжбүр иткән актер ҙа, балаларын ҡурсалап торған, уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына йыйған атай ҙа ине. Юҡҡа ғына уны меңдәрсә кеше яратып, үҙ итеп “Ю атаҡай” тип йөрөтмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 493 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәт каруанының солтаны Ҡайһы берҙә үҙ-үҙеңде аңлар өсөн, өйрәнгән мөхитеңдән айырылып, үҙеңә бигүк хас булмаған хәл-ваҡиғалар эсенә инеп, булмышыңды ысынбарлыҡтың зәһәр утында һәр яҡлап яҡтыртып дөрөҫлөктө табырға тура килә. Ғәҙеллек хаҡына, киләсәгенең дөрөҫ йүнәлеш алыуы хаҡына бара ошондай аҙымға әҙәм балаһы. Айырым кеше яҙмышына ғына түгел, тотош халыҡ яҙмышына ла ҙур йоғонто яһай ала бындай ғәмәл. Ә инде халыҡтың мәҙәни кимәле, әҙәбиәте күҙ уңында тотолғанда — улар ғәҙеллектән, тимәк, киләсәктәге үҫештән тыш бөтөнләй йәшәй алмайҙыр.
Әхиәр Хәкимдең “Каруан” романында төп геройҙы яҙмыш елдәре Мәскәүҙә уҡып йөрөгән еренән алыҫ тарафтарға — Урта Азияға – алып китеп, бик күптәнге дәүерҙәрҙе өйрәнгән даирәләргә индереп ебәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул әле лә тормошомдо нурландыра 1912 – 1913 йылдарҙа бер-бер артлы атаһы һәм әсәһе вафат булғас, Рәхим тағы алты туғаны менән бергә ағаһы Мөтиғулла ғаиләһендә көн күрә. Ул 1919 йылда вафат булғас, Австриянан әсирлектән ҡайтҡан Һибәтулла ағаһында йәшәй башлай. 1921 йылғы аслыҡта биш ағаһы ла үлеп, Рәхим япа-яңғыҙ тороп ҡала. Ун алты йәшенән Ырымбур өлкәһенең Петровск ауылында урыҫ байы Курилиндарға батрак булып яллана, унда өс йыл эшләй, урыҫ теленә лә шунда өйрәнә.Баҙарҙа осраған бер һалдаттың кәңәше буйынса, Рәхим һалсы булып эшкә урынлаша. Шулай ике йыл Йылайыр, Һаҡмар йылғаларында ағас ағыҙыу кәсебендә йөрөй. Ҡышын Абҙанға ҡайтып, ликбезда уҡый, йәштәр иттифағына инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшләһәң, эш ҡарышмай Бүздәк районы республикала йылдам үҫешеүсе төбәк һанала. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереү, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу буйынса ла тәүгеләр рәтендә. Райондың инвестициялар йәлеп итеү үҙәгенә әүерелә барыуы ла ысынбарлыҡ. Сәсеүлек майҙаны арта, заманса технологиялар, алдынғы техника киң ҡулланыла. Район хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Радик ХӘЗИЕВ менән ҡорған әңгәмәлә төбәктең социаль-иҡтисади тармағындағы ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылдыҡ.
– Радик Әнүәр улы, һуңғы йылдарҙа инвестиция проекттары хаҡында һүҙ йыш алып барыла. Ғөмүмән, был мәсьәләгә иғтибар көсәйҙе. Белеүебеҙсә, Бүздәк районында ла тормошҡа ашырылған өҫтөнлөклө программалар бар. Төбәгегеҙ инвесторҙарҙы нимәһе менән йәлеп итә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дана ВӘЛИЕВА, Мишкә районындағы 1-се Мишкә
лицейына уҡырға бара:
– Йәйҙе сағыу ҡояшы, йылы көндәре, тәмле емештәре өсөн яратам. Был осорҙа ял итеүе шул тиклем рәхәт! Үҙебеҙҙең бассейн бар. Эҫе көндәрҙә унда рәхәтләнеп һыу индем, ҡояшта ҡыҙындым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле генә башланған йәй тамамланып килә. Быйыл ул эҫе, ҡояшлы көндәре менән артыҡ иркәләмәһә лә, бик үҙенсәлекле булды. Хатта ҡайһы бер райондарҙа халыҡ еләк-емеш йыйғанда ҡар яуҙы, көслө ел иҫте. Әммә тәбиғәт көйһөҙлөктәре тиҙ онотола. Ә балалар уларға хатта иғтибар ҙа итмәй. Йәйге ялды нисек үткәргәндәр икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалала йәшәп: “Туғанҡайҙар, ауылдан китмәгеҙ, йәшәгеҙ шунда түҙеп, һаҡлағыҙ туған телде, ата-бабаларҙан ҡалған йола­ларҙы”, — тип кәңәш биреүе еңел ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Ата-әсә өсөн тест)
1. Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ мәктәпкә барырға теләйме?
2. Уны белем усағында күп нәмә беләсәге, уҡыуҙың ҡыҙыҡ икәнлеге йәлеп итәме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса илдең Спорт министрлығы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу буйынса бер нисә тәҡдим әҙерләне. Үҙгәрештәрҙе “Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында”ғы Федераль законға төҙәтмәләр рәүешендә индерергә тәҡдим ителә. Араларында ГТО-ның “Алтын отличие билдәһе” өсөн юғары стипендия билдәләргә тигәне лә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына