“Мәҡәлә яҙыу ҡыйын түгел,  журналист булыу ауыр” Әй, елде йүгәнләрҙәй, Ҡош юлынан йүгереп үтерҙәй булып йөрәкһеп йөрөгән йәш саҡтар! Эх, ғүмер бураҙналарына һибелмәй, һибелһә лә, шытым да, орлоҡ та бирмәй ҡалған йылдар!.. Әҙәм балаһы һәр даим хыял менән генә йәшәмәй. Тормош, ҡәтғи ысынбарлыҡ маҡсаттарыңды ла үҙгәртеп ебәрә, йылдар үтә килә эшләгәндәреңә баһа ла икенсерәк. Ҡайһы бер ғәмәлдәрең өсөн үкенәһең, яҙмыш осраштырған бәғзе кешеләр менән аралашыу күп йылдар үткәс тә күңелеңә рәхәтлек бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күсеп килгәндәрҙе лә һыйындырабыҙ” Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаларына урынлаштырыу мәсьәләһе республикала һуңғы йылдарҙа йылдам хәл ителә башланы. Был, нигеҙҙә, учреждениеларҙың күпләп асылыуына бәйле. Шәхси балалар баҡсаларының, ғаилә төркөмдәренең эшләүе лә ыңғай һөҙөмтә бирә. Был йәһәттән Сибай ҡалаһында хәлдәр нисегерәк? Кескәй дуҫтарыбыҙҙың барыһы ла балалар баҡсаһына урынлаша аламы? Ҡалала сират ҙурмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл йәшәргә лә, эшләргә лә өйрәтә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк урындағы үҙидараларҙың, муниципалитеттарҙың съезы алдынан Бүздәк районына юл тотоуыбыҙ һис тә юҡҡа түгел. Бында ысын мәғәнәһендә күптәргә өлгө булырлыҡ ауыл Советтары биләмәләре лә, ер ҡәҙерен белгән хужалар ҙа, халыҡтың ихтыяжын аңлап эш иткән етәкселәр ҙә етерлек.
— Ҡайһы ауыл хакимиәтенең эш тәжрибәһен таратыу яҡшыраҡ булыр ине? Һүҙ ҙә юҡ, һеҙҙә абруйлы, предприятие һәм ойошмалар менән иңгә-иң терәп хужалыҡ эштәрен башҡарған, муниципаль бюджетты төрлө ысулдар менән байытыуға өлгәшкән башлыҡтарҙың күплеген беләбеҙ, — тигән үтенесебеҙгә район хакимиәте башлығы Радик Әнүәр улы Хажиев уйланып та торманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир маҡтана, ҡорал эшләй Торғаны ахырызаман машинаһы был! Ҡарап та, һоҡланып та туймаҫлыҡ. Ғәжәп бит, әй: трактор тағылма ҡорамалды тартып бара, артынан бер юлы ҡамылы ла һөрөлә, дөрөҫөрәге, тәрән итеп бураҙна һыҙыла, шунда уҡ һауа баҫымы орлоҡ менән ашламаны нәҙек кенә торбалар буйлап сәскескә ҡыуа, аҙаҡ иһә агрегат үткән ер катукланып та ҡуя.
– Катук бураҙнаны ғына тығыҙлай. Әгәр ҙә традицион алым буйынса үтһә, бар баҫыуҙың тупрағы тығыҙланыр ине, — тип аңлата ауыл хужалығы фәндәре докторы Хәлил Сафин. — Йәғни сүп орлоҡтарына ла үҫергә мөмкинлек асыла. Ә былай улар өҫтә ҡала, сығышын юғалта төшә. Тығыҙланған бураҙналағы иген тиҙ шыта, көсәйеп китә. Етмәһә, сәсер алдынан яланға гербицид һиптерелә. Элек беҙ орлоҡто күпме сәсһәң, шунса яҡшыраҡ, ти инек. Ләкин был бигүк дөрөҫ түгел. Орлоҡ тигеҙ ятырға, шытыр өсөн бер үк төрлө шарттар тыуҙырылырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
“...Ярам бөтәшкәндер,  Моғайын да, берәү эстән генә Миңә, кисер, тиеп өндәшкәндер...” Бер матур халыҡтың балаһы һин

Бер матур халыҡтың балаһы һин,
Бер аҫыл халыҡтың балаһы.
Урал урмандары йөрәгеңдә,
Күңелеңдә – башҡорт далаһы.

Бер матур халыҡтың дауамы һин,
Бер аҫыл халыҡтың дауамы.
Торна сыңрауҙары – әрнеүеңдер,
Ҡурай моңо – йәнең дауаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли асылыбыҙҙы сағылдырыр Бөйөк Пушкиндың “Урыҫ рухы бында, урыҫ еҫе” тигән һүҙҙәренә ҡушылып, былай тип әйтке килә: “Башҡорт рухы бында, башҡорт еҫе”. Эйе, быуаттар буйына изге еребеҙҙе ҡурсалап, меңдәрсә ҡорбан биргән халҡыбыҙҙың ғәзиз төйәгенән милли рухиәтебеҙ аңҡып торорға тейеш.
Үкенескә ҡаршы, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә лә Ватаныбыҙға исем биргән төп милләттең асылы бик үк сағылып бармай. Ҡайҙа ҡарама, сит телдәрҙәге рекламалар тулған, милли ризыҡ тәҡдим иткән ашханаларҙың юҡлығы ла эсте бошора...
Шулай ҙа бер шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеп, күңел ҡыуаныс хистәре кисерҙе. “Уфанет” компанияһы Өфө ҡалаһы мэрияһы менән берлектә “Ижади ҡала” тигән реалити-шоу ойоштороп ебәрҙе. Унда ҡатнашҡан рәссамдар Менделеев урамындағы йорттарҙың стенаһына башҡорт ҡыҙының рәсемен төшөрә. Милли кейемдәге оҙон толомло бейеүсе һылыуҙың һүрәте 30 метр бейеклектә буласаҡ. Рәссамдар төнөн проектор ярҙамында һындың контурҙарын эшләп тә ҡуйҙы инде, әле уны буяу менән мәшғүлдәр.
Өс команданан торған рәссамдар бәйгеһе сентябрь айында тамамлана. Еңеүселәр донъяның теләгән тарафына путевка менән бүләкләнәсәк, икенсе урынды яулағандарға – телевизор, өсөнсө баҫҡысты биләгәндәргә планшет бирелә.
Әлбиттә, был изге сара милли асылыбыҙҙы сағылдырыуҙа башланғыс аҙым булыр, киләсәктә “башҡорт рухы бында, башҡорт еҫе” тип ауыҙ тултырып әйтерлек эштәр башҡарылыр, тип ышанғы килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миһырбанлы ла, бәғерһеҙ ҙә заман Атайым төш ваҡытында бик борсолоп ҡайтты ла әсәйемә һуғыш башланғаны хаҡында әйтте. Мин, дүрт йәшлек кенә бала, ҡайғы-хәсрәт килтергән был хәлде ғәҙәти хәбәрҙәй ҡабул иттем...

Тәүге ауырлыҡтар
Атайым Абдрахман Мозафар улы Ғүмәров (1909 йылғы), бер туған ағаһы Мотаһар һәм дүрт ауылдашы менән бергә 1941 йылдың 22 авгусында фронтҡа алынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүселәргә йәнә бер яңылыҡ әҙерләгән. Бынан ары һайлаусылар кандидаттарҙы исемле участкаларҙа һайлаясаҡ. Дәүләт, йәмәғәт, сәйәсәт, хәрби эшмәкәрлеге юғары баһаланған йә булмаһа иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә лайыҡлы күрһәткестәргә өлгәшкән милләттәштәребеҙҙең тормошон, ҡаҙаныштарын, батырлыҡтарын барлауға, уларҙы иѕкә алыуға матур бер сәбәп кенә был.
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһының белем биреү учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерме? Хәүефһеҙлек мәсьәләләре хәл ителгәнме? Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов матбуғат конференцияһында, нигеҙҙә, ошо мәсьәләләргә өҫтөнлөк бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гуманитар ылау – Луганскиҙа Украинаның Луганск ҡалаһына Рәсәйҙән юлланған гуманитар ылау үткән шәмбе бәлә-ҡазаһыҙ әйләнеп ҡайтты.

Илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, автомашиналарҙағы йөк Рәсәйҙең һәм Украинаның таможня, сик хеҙмәте тикшереүҙәрен үтеп, билдәләнгән урынға алып барып еткерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына