Берҙәмлектең сағыу өлгөһө Тыуған төйәк, әсәй менән атай кеүек, берҙән-бер. Ул ошо ерҙә тыуған, уның һауаһын һулап, һыуын эсеп, гүзәллегенә һоҡланып буй еткергән, аҙаҡ төрлө яҡҡа таралған балаларын һағынып көтөп ала, туплай, тормоштоң, бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү мөһимлегенә инандыра. Ошондай тойғоларҙы ауылдаштар менән осрашҡанда, бала саҡ хәтирәләрен барлағанда һәр беребеҙ кисерәлер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер аҫты “батшалығы”на  сәйәхәт “Бүребайҙыҡы – тимәк, шахтерһың!” тигән лаҡап бар Хәйбулла төбәгендә. Ысынлап та, бында халыҡтың элек-электән ер аҫты ятҡылығында эшләп, мәғдән табыуға ҙур өлөш индергәне билдәле. Шуныһы ҡыуаныслы: шахтерҙар быуыны бөгөн дә дауам итә, ҡасандыр атай-олатайҙары башлаған һөнәргә улдары менән ейәндәре тоғро ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек...” – Ҡул суғындағы биш бармаҡ кеүек, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, берҙәм йәшәнек беҙ, — тине Фәрхейыһан Әхмәтйәнова, ғүмер йомғағын һүтә-һүтә. — Биш бер туғанбыҙ, барыбыҙ ҙа пенсионер хәҙер. Ҡустым менән һеңлем ауылда донъя көтә, аралашып, кәңәшләшеп йәшәп ятҡан мәл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл уңғандарҙы ярата Башҡортостан муниципаль берәмектәренең V съезы алдынан тармаҡтағы мәсьәләләргә, ауыл тормошона хас проблемаларға, уларҙы хәл итеү юлдарына, ғөмүмән, биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үѕешенә бер ни тиклем асыҡлыҡ индереүен һорап, республика Президенты кәңәшсеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Рәсүл ҒОСМАНОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Рәсүл Үзбәк улы, бөгөн бөтә дәүләттәр ҙә тәү сиратта үҙ төбәктәренең социаль үѕеш мәсьәләһен хәстәрләй. Был илдәрҙең идеологик ҡараштарындағы айырмалыҡ нимәнән ғибәрәт?
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләкәйҙәрҙең  теләге ҡабул булһын!Мәсет бар ерҙә иман булыр, тигән боронғолар. Шуныһы һөйөнөслө: районыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа Аллаһ йорттары күпләп төҙөлә, өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа дингә тартыла башланы.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Теләкәй ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ҡоролдо. Ҡыуаныслы ваҡиғаны күрергә һәм унда ҡатнашырға ауылда йәшәгән барлыҡ халыҡ йыйылды. Ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа бар ине. Һәр кем төҙөлөштө башлау өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтте. Аҙаҡ ҡорбан салынды, аш әҙерләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош асылы — мөхәббәт һәм хеҙмәт Йәй — ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн тынғыһыҙ миҙгел. Әленән-әле умарталарҙы ҡарарға, бал ҡорттарының татлы ниғмәт ташыуын даими күҙ уңында тоторға кәрәк. Сәскәле осорҙа тулы кәрәҙҙәрҙән балды ваҡытында алып тороу мөһим. Был тәңгәлдә егәрлеләргә эш етерлек.Шакир ауылында йәшәгән Садиҡовтар, күпләп умарта тотҡанлыҡтан, бигерәк тә йәй уртаһында еңде нығыраҡ һыҙғанып ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярҙам итәйекме, ярҙан этәйекме? Ғүмер арбаһы елдерә. Уны бер нисек тә туҡтатып булмай – тормош ҡанундары шулай ҡоролған. Йәшлек үтеп, ҡартлыҡтың һағалай башлауын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Кемдер ғүмеренең алтын миҙгеле менән осрашҡан һәм үткәндәренән ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй бирә. Ә икенселәр, киреһенсә, һынауҙарға дусар булған, яңғыҙлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан, һыҙланыуҙарҙан яфалана. Ҡәҙер-хөрмәт күрмәйенсә, яҡты донъя менән хушлашҡандар ҙа күп.
Ысынлап та, һуңғылары арабыҙҙа бихисап. Тотош илде алғанда, бындай кешеләрҙең күп булыуына йән өшөй, йөрәк әрней. Улар араһында исемдәре бер кемгә лә таныш түгелдәре лә, тотош донъяға танылғандары ла бар. Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен йөрөткәндәренең күңелен иһә үҙҙәре ҡасандыр башҡарған ролдәр халыҡ хәтерендә ҡалыр тигән уй йылыталыр, бәлки. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ғүмеренең һуңғы көндәрен яңғыҙлыҡта, хәйерселектә үткәреүе күптәрҙе ҡыҙыҡһындырмай, хафаға һалмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡул ҡаушырып ултырманыҡ...” Йәйҙең ҡояшлы бер көнөндә сираттағы сәфәр беҙҙе Көмәрле ауылына илтте. Күптәрҙең район гәзитен алдырыуын, яратып уҡыуын ишетеүе күңелгә дәрт өҫтәп ебәрҙе. Бейек кирбес йортҡа инеүебеҙ ҙә ошоно раҫланы. Йылмайып ҡаршыбыҙға сыҡҡан Зөбәйҙә инәй Ямансарова күптәнге уҡыусыбыҙ икән.
Ололарҙың матбуғаттан, хеҙмәттән айырылмай йәшәүе уларға көс-ҡеүәт бирәлер тип уйлайым. Рухиәт бит тормошҡа илһам өҫтәп кенә ҡалмай, ә һәр эште күңел һалып башҡарырға этәргес тә ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ун йәше тулған Зөбәйҙә Мәхәмәтгәрәй ҡыҙына бөгөн — 83 йәш. Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, уға ҡарап, бары һоҡланырға, үҙеңә фәһем алырға була. Оло һынауҙарға бирешмәгән инәйгә ана шул рух, ихтыяр ныҡлығы, изге уйҙар маҡсаттан тайпылмай йәшәргә көс биргәндер. Дәһшәтле һуғыш йылдары балаларҙы арманһыҙ эшләтеп, хеҙмәттә сыныҡтырғанға күрә, улар бөгөн дә аһ-зарһыҙ донъя көтә, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет тәхете – хеҙмәттә Яҡын кешеләрен ниндәйҙер бер мәсьәлә борсоһа, тыныс ҡала алмай ул: һәр береһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Өҫтәүенә үҙе яуаплы һәм ышаныслы, һис ҡасан һынатмаҫ, эшен дә ваҡытында атҡарыр. Һүҙем – Бөйөк Ватан һуғышы, мәғариф ветераны Сабир Йыһаншин тураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙы данлаған яҡташыбыҙ Күренекле дәүләт эшмәкәре Әхмәт Ғата улы Әминевте яҡташтары бөгөн дә һағынып телгә ала. Шәхесте белгең килһә, тыуған яғына барырға кәрәк, тиҙәр. Беҙ шулай эшләнек тә: редакция шоферы менән данлыҡлы Тарҡаҙы ауылына юлландыҡ. Һибәләп торған ямғыр ҙа кәйефте төшөрмәне. Маҡсат – ошо яҡтарҙа донъяға килгән күренекле яҡташыбыҙ, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әхмәт Ғата улы Әминевтең тормош юлына туғандары, ауылдаштары, шулай уҡ ике туған ҡустыһы, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәлғил Исмәғил улы Әминевтең хәтирәләре аша күҙ һалыу ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡустыһының ҡаты сирләгәнен белдек.
Эйе, был донъяла үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған ғәжәп һоҡланғыс кешеләр, дөрөҫөрәге, шәхестәр булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 824 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына