Кисә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреүгә арналған сираттағы кәңәшмә булып уҙҙы. Был юлы ул ошо мөһим сараға транспорт системаһын әҙерләүгә арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан бер нисә йыл элек, заман шауҡымына бирелеп, иҡтисад, һанлы технологияларҙы өҫтөн күреп, һөнәрселек училищеларын, техникумдарҙы бөтөрөп ташланыҡ, һөҙөмтәлә хәҙер эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ошолар хаҡында уйландым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дауылһыҙ көндә дау барын онотма 1 сентябрь – Икенсе донъя һуғышы башланған көн

Әгәр кеше үҙен самаһыҙ яратһа, уның хәтере лә уңайлы мәғлүмәтте генә һаҡлай, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа, йөрәгеңде тетрәткән, күңелең ҡабул иткән хәл-ваҡиға зиһен дәфтәрендә ташҡа уйып яҙылған кеүек һаҡлана. XX быуаттың иң ҙур ҡораллы алышы булып рәсәйҙәр өсөн Бөйөк Ватан һуғышы иѕәпләнә. Ул 1941 йылдың 22 июнендә башланып, ғәмәлдә 1945 йылдың 2 сентябрендә тамамланған. Ләкин тарихта Икенсе донъя һуғышы тигән төшөнсә киңерәк мәғәнә һаҡлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙең һуған әсерәк “2016 йылға тиклем республика үҙе етештергән йәшелсә менән тулыһынса тиерлек тәьмин ителәсәк”, – ти БР Хөкүмәте вице-премьеры Эрнст Исаев
Ком: 0 // Уҡынылар: 553 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элек-электән интернаттарҙа ауыл ерендә йәшәгән күп балалы йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнә ине. Хөкүмәтебеҙ алдында уларҙы кәрәкле кейем-һалым, йәшәү шарттары менән тәьмин итеү бурысы торҙо. Төпкөл ауылдан булған балаларҙы аҙна һайын алып барыу, кире килтереү өсөн тәғәйен автобус бүленде. Тап шулай күптәр юғары белемгә эйә булды, тормошта үҙ юлын тапты. Һуғыш йылдарында ла Өфәләге Ленин исемендәге интернат ябылманы, барлыҡ райондарҙан етем балаларҙы йыйып, һабаҡ бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1190 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәмлектең сағыу өлгөһө Тыуған төйәк, әсәй менән атай кеүек, берҙән-бер. Ул ошо ерҙә тыуған, уның һауаһын һулап, һыуын эсеп, гүзәллегенә һоҡланып буй еткергән, аҙаҡ төрлө яҡҡа таралған балаларын һағынып көтөп ала, туплай, тормоштоң, бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү мөһимлегенә инандыра. Ошондай тойғоларҙы ауылдаштар менән осрашҡанда, бала саҡ хәтирәләрен барлағанда һәр беребеҙ кисерәлер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 765 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер аҫты “батшалығы”на  сәйәхәт “Бүребайҙыҡы – тимәк, шахтерһың!” тигән лаҡап бар Хәйбулла төбәгендә. Ысынлап та, бында халыҡтың элек-электән ер аҫты ятҡылығында эшләп, мәғдән табыуға ҙур өлөш индергәне билдәле. Шуныһы ҡыуаныслы: шахтерҙар быуыны бөгөн дә дауам итә, ҡасандыр атай-олатайҙары башлаған һөнәргә улдары менән ейәндәре тоғро ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек...” – Ҡул суғындағы биш бармаҡ кеүек, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, берҙәм йәшәнек беҙ, — тине Фәрхейыһан Әхмәтйәнова, ғүмер йомғағын һүтә-һүтә. — Биш бер туғанбыҙ, барыбыҙ ҙа пенсионер хәҙер. Ҡустым менән һеңлем ауылда донъя көтә, аралашып, кәңәшләшеп йәшәп ятҡан мәл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 783 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл уңғандарҙы ярата Башҡортостан муниципаль берәмектәренең V съезы алдынан тармаҡтағы мәсьәләләргә, ауыл тормошона хас проблемаларға, уларҙы хәл итеү юлдарына, ғөмүмән, биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үѕешенә бер ни тиклем асыҡлыҡ индереүен һорап, республика Президенты кәңәшсеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Рәсүл ҒОСМАНОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Рәсүл Үзбәк улы, бөгөн бөтә дәүләттәр ҙә тәү сиратта үҙ төбәктәренең социаль үѕеш мәсьәләһен хәстәрләй. Был илдәрҙең идеологик ҡараштарындағы айырмалыҡ нимәнән ғибәрәт?
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләкәйҙәрҙең  теләге ҡабул булһын!Мәсет бар ерҙә иман булыр, тигән боронғолар. Шуныһы һөйөнөслө: районыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа Аллаһ йорттары күпләп төҙөлә, өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа дингә тартыла башланы.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Теләкәй ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ҡоролдо. Ҡыуаныслы ваҡиғаны күрергә һәм унда ҡатнашырға ауылда йәшәгән барлыҡ халыҡ йыйылды. Ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа бар ине. Һәр кем төҙөлөштө башлау өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтте. Аҙаҡ ҡорбан салынды, аш әҙерләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 41 Алға
Бит башына