Эш йәшәртә лә, йәшәтә лә Көмәрле ауылына килеп инеү менән тәбиғәт хозурлығына, урындағы төҙөк ихата-ҡура, береһенән-береһе матурыраҡ йорттарға ҡарап, халыҡтың йәшәйеше хаҡында яҡты уйҙар ярала. Тимәк, эшһөйәрҙәр көн итә бында, шуға ла тирә-яғын һәр кем үҙ зауығына ярашлы төҙөкләндергән. Яр буйы урамындағы йорттарҙың береһендә ғүмер буйы ҡара эштә тир түккән, әммә ауыр йылдарҙың шауҡымына бирешмәгән, дәһшәтле осорҙоң михнәтен үҙ елкәһендә етерлек татыған тыл һәм хеҙмәт ветераны Хәлит Хәсәнов менән осрашып әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Сафлыҡ һирпелеп торған өйгә үтеү менән тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙең сағыу сәскәләре күҙгә ташланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт ярҙам итһә... Элек-электән ауыл кешеләренең төп эше — иген үҫтереү, мал ҡарау. Шуның өсөн дә уңдырышлы ергә төрлө яҡтан меңәр саҡрым уҙып килеп ултырыр булғандар. Башҡортостанда әүәл башҡорттар ғына йәшәһә, төрлө милләт вәкилдәренең бында ер алыуы һөҙөмтәһендә республика күп милләтлегә әүерелгән. Барыһын да уңдырышлы башҡорт тупрағы үҙенә тартҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡтан “алтын батҡаҡ” кисеп Ишембай нефтенең иң урғылған сағына тура килә Сергей Кочкуровтың үҫмер йылдары. Көн дә тиерлек “ҡара алтын” сығарыусылар менән аралаша, яндарынан китә белмәй ул. Атап әйткәндә, әлеге һөнәр эйәләренә ғашиҡ булып үҫә. Атаһы ла бит 40 йыл ғүмерен илгә яғыулыҡ килтереүгә арнай. Шуға үҫмерҙең нефтсе булып китеүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 682 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер кешеһе түҙемле Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бөгөн ураҡта бүтәндәргә үрнәк күрһәтә. Әйткәндәй, хужалыҡ малсылыҡ һәм үҫемлекселектә лә һынатмай, шулай уҡ тәүгеләрҙән булып “500 ферма” өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашыра.
Райондың баш агрономы Радик Рәхмәтуллин менән Уҫаҡ түше тигән урындағы арпа баҫыуына юл тоттоҡ. Бер-береһе менән уҙышып, 160 гектар майҙанды өс баҫыу карабы гиҙә,
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем хаҡлы? Һаумыһығыҙ! Ике йылға яҡын инде бер уй башымда ҡайнай. Ҡайнап ҡына ҡалмай, барлыҡ хис-тойғомдо, йәшәү көсөмдө һура. Ул серҙе апай-еңгәйҙәр менән генә уртаҡлашып, ниндәйҙер кәңәш алып булалыр. Башҡа кешегә һөйләргә оялам. Булған проблемаларымды күңелемдә һаҡлап, бәлки, яңылыш та эшләйемдер, әммә шунһыҙ булмай. Кешегә – бер төрлө, ә үҙем икенсе булып күренеү ялҡытты.
22 йәштәмен, кейәүҙә түгелмен, башҡорт районынанмын. Өфө ҡалаһында бер егет менән таныштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Енестәр араһында айырма юғала Гөрләп торған тормошто күҙәтәм тәҙрәмдән. Ә ул баш ҡалабыҙҙың иң ҙур урамдарының береһенә ҡарай. Бар халыҡ, йәғни йәйәүлеһе лә, “тимер ат”та елдереүсеһе лә, ҡайҙалыр ашыға, бер туҡтауһыҙ ваҡытын, аҡсаһын, уйҙарын һәм аҙымдарын барлай. Өфөнөң әлеге йөҙө бер нисә йыл элеккеһенән ҡырҡа айырыла. Күҙ асып йомған арала бейек йорттар ҡалҡып сыға,
Ком: 0 // Уҡынылар: 558 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йорт төҙөгән уҡытыусы Ул башланғыс мәктәбе генә булған Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған. 5-6 саҡрымда ятҡан Ҡаҙаҡҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, бер йыл Яңы Байрамғол ете йыллыҡ мәктәбендә эшләй. 1955 – 1960 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Унан да ҡыҙыл диплом тотоп сығып, Белорет педучилищеһына эшкә ҡайта. Ике йылдан Мәскәүҙәге Милли мәктәптәр институтының аспирантураһында белем эстәй.1965 йылда БДУ-ла профессор Жәлил Кейекбаев етәкселегендәге кафедрала ассистент булараҡ хеҙмәт юлын башлай.Беренсе йылда уҡ уны факультет партбюроһының секретары итеп һайлайҙар. Икенсе йылда университет профкомы рәйесенең урынбаҫары булып китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теүәл фән  теүәллекте ярата Йөҙө һәр саҡ йылмайыуҙан балҡып торған йәш сырайлы был гүзәл зат вәкиленең өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажы барлығына ышанырлыҡ та түгел. Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған барлыҡ уҡытыусылар ҙа шундай һоҡланыу тыуҙыра шул.

Асҡын ҡыҙы Фатима Имаеваның күңеленә был һөнәргә һөйөү тойғоһо башланғыс кластарҙа белем алған сағында уҡ һалына. Хыялына тоғро ҡалып, ҡыҙ урта мәктәптән һуң Бөрө дәүләт педагогия институтына (хәҙер – БДУ-ның Бөрө филиалы) уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, районда эшләй, унан баш ҡалаға күсә. Әле Фатима Фазылбәк ҡыҙы – Өфөләге 84-се татар гимназияһының юғары категориялы математика уҡытыусыһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, Ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен, телерадиотапшырыуҙарҙы, матбуғатты, элемтәне үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра доценты Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы, агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Дүртөйлө районындағы Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы малсыһы Шәрипова Гүзәлиә Фәүәрис ҡыҙы II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендың миҙалы менән бүләкләнде;
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡсыллығы менән отошло Бөгөн халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү – күп район-ҡалала иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта көнкүреш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында республика кимәлендә төрлө маҡсатлы эш башҡарыла, яңы проекттар тормошҡа ашырыла, заманса технологиялар һәм ҡорамалдар сафҡа индерелә.
Был йәһәттән Хәйбулла районында һыу биреү системаһында юғары йышлыҡтағы үҙгәрткес ҡорамал ҡулланыла башланы. Заманса йыһаз үҙенең уңайлы һәм отошло булыуы менән айырыла. Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең “Ресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Аҡъяр, Степной, Маҡан, Таштуғай, Ергән, Иҫәнгилде, Сиҙәм ауылдарында һәм Ғәлиәхмәт мәктәбендә ошо яңы ҡорамалды ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына