Боронғо ҡомартҡылар ере Үзбәкстан – Урта Азияның үҙәк өлөшөндә барлыҡҡа килгән дәүләт. Илдең көнсығышында – Ҡырғыҙстан, төньяғында – Ҡаҙағстан, көньяғында – Төркмәнстан, Афғанстан һәм көньяҡ-көнсығышында Тажикстан урынлашҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ: Үзбәкстан – «стан» һүҙе менән тамамланған илдәр менән күрше булған донъялағы берҙән-бер дәүләт. Тап ошо республика буйлап бөтә донъяға билдәле Амударъя һәм Сырдаръя йылғалары аға. Был ил еренең өстән ике өлөшө тигеҙ ерҙәрҙән, мәҫәлән, Амударъя, Сырдаръя, Зарафшан йылғалары буйҙарынан һәм Туран уйһыулығынан,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1058 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылдар,  аралар аша... Билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың исеме республикабыҙҙа күптәргә таныш. Үткер күҙле фото оҫтаһы йәнтөйәгебеҙҙә уҙғарылған һәр мөһим сараның үҙәгендә ҡайнай. Беҙ күрмәгән матурлыҡты, ҡабатланмаҫ күренеште ул шунда уҡ шылт иттереп төшөрөп тә ала. Был хеҙмәттәрҙе ябай фото тип атап булмай. Уларҙың һәр береһе – юғары сәнғәт өлгөһө. Рәмил Исмәғил улы, рәссам күҙе менән күреп, эләктереп өлгөргән кадрҙарында республикабыҙҙың, илебеҙҙең тарихы сағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәй Күренекле шағирә Зарема Әхмәтйәнованың, ҡартлыҡ бик күп нәмәләрҙең ҡәҙерен белер саҡтыр, тигән һүҙҙәре Ленин ордены һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Фәнир РАФИҠОВҡа ҡарата әйтелгән, тиерһең. Иң мөһиме — донъяларҙың имен тороуын теләй хеҙмәт ветераны, илебеҙҙәге тыныс тормошҡа шатланып бөтә алмай, балаларының оло ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр шатлыҡ-ҡыуанысын үҙенекеләй ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Виноград  ашарға килегеҙ! ...Тәбиғәттә йәй аҙағы,
Донъя бик матур әле.
Баҡсаларҙа виноградтың
Балланып бешкән мәле.
Тыуған ерем Кушнаренко,
Бармы икән һиңә тиңдәр?!
Виноградлы Ватанымды
Ташлап кем ситкә китәр?!

Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кем  ун төп ағас ултыртһа... Урман хужалығы бинаһына килеп ингәндә иртәнге кәңәшмә бара ине. Шуға бер аҙ сабыр итергә ниәтләп, иғтибарҙы икенсе мәсьәләгә йүнәлттек. Ул арала барыһы ла сығып, йәһәт кенә таралышырға өлгөрҙө. Ярай әле етәкселәре Юламан Кейекбирҙин урынында ҡалды.
— Эшебеҙҙең ифрат тығыҙ сағы, шуға һәр кем бурысын атҡарырға ашыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әхмәт-Зәки Вәлиди эҙҙәренән “...Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе
һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына сығарыр һәм алға өндәр...”
(З. Вәлиди, “Хәтирәләр”).

Минең бер хыялым бар ине – Рәсәй составында иң беренсе булып федерализм нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәтен төҙөгән Зәки Вәлиди эҙҙәренән сәйәхәткә сығыу. Башҡортостанда уның булған күп ерҙәренә сәфәр ҡылдым. Бына олуғ шәхестең һуңғы төйәгенә әйләнгән Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ошо маҡсат менән ике тапҡыр булырға тура килде. Хыялым тормошҡа ашты.
Бындай сәйәхәткә сығыуымдың тағы ла бер сәбәбе бар. Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең тәүге баш ҡалаһы Темәстә урынлашҡас, Әхмәт-Зәки Вәлиди йыш ҡына беҙҙең ауылға – Байымға килеп йөрөгән. Унда ул үҙенең фекерҙәше һәм көрәштәше Байым ишан нәҫеленән булған олатайыбыҙ Әхмәтғәзи Хаммат улы Байымовта туҡтап, тарихи мәғлүмәттәрҙе белешә, беҙҙең яҡтағы ҡәбер таштарындағы боронғо яҙыуҙарҙы өйрәнә. Олатайыбыҙҙың рухына бағышлап оло юлда йөрөп ҡайттым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1281 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙың мәртәбәле премияһына тәҡдим ителгән “Аҡтамыр”, “Өн һәм һан” романдарының авторы Ғәлим Афзал улы Хисамов әҙәбиәт мөхитенә үҙенсәлекле хикәйәләре һәм күләмле повестары менән килеп инде. Тәүге һөйләменән үк уҡыусының бар зиһенен ялмап алған сюжет линияһы, образдар теҙмәһенең камиллығы менән башҡа әҙәби әҫәрҙәрҙән айырылып торҙо улар. Шуға ла сағыштырмаса ҙур булмаған ваҡыт арауығында Ғәлим Хисамов уҡыусы тарафынан көтөп алынған, яратып уҡылған прозаик булып танылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иген иккән икмәк ашар “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһының киң, мул башаҡлы баҫыуҙары ҡеүәтле “Акрос”тарҙың тауышына күмелгән. Бер-бер артлы теҙелгән ун комбайн иген даръяһын гиҙә. Ауыл хеҙмәтсәндәренең һөҙөмтәле эшенә ҡарауы үҙе бер кинәнес. Күҙ алдына балалыҡ йылдарым, гөрләп торған ауыл килә… Бына бункеры тулған комбайн янына тағылмалы йөк автомобиле барып туҡтаны. Тирә-яҡҡа ел ыңғайы саң таралды, ашлыҡ сүбе һибелде.
Эргәбеҙгә хужалыҡтың йәш агрономы Рәүил Мәүлитов килеп етте. Унан райондың иң шәп комбайнсыларының береһе – Алик Әбғәлимов хаҡында һорашам. “Бына үҙе лә беҙгә яҡынлай”, – тип агроном рацияһына үрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Востокнефтезаводмонтаж”дың Өфөләге 2-се монтаж фирмаһы монтажсыһы Вәлиәхмәтов Рәсим Рәшит улы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иллә “күңелле” юлаевсылар менән! Көйәрмәнде уттан алып һыуға һалыуҙы дауам итәләр. Ныҡлыҡҡа һынайҙар, ахыры.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына