“Татлы тамыр” мул булмаҡсы Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәшкә етәрәк йәм-йәшел сөгөлдөр баҫыуын иңләгән ҡеүәтле комбайндарҙы күргәс, татлы тамыр уңышы хаҡында белешергә булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 614 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып... Бынан бер нисә йыл элек ҡулыма 1911 йылда Ҡазан ҡалаһында баҫылған “Тарих Ислам үә мәле” тигән ғәрәпсә китап килеп эләкте. Ныҡ ҡына туҙһа ла, уҡырлыҡ ине ул. Китаптағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға еткермәксемен.
Беренсе фасыл
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм баҡыйлыҡҡа күскәс...
Пәйғәмбәребеҙ вафат булғас, сәхәбәләр Исламды һаҡлау, таратыу эшен дауам итә. Дин юлында малын да, йәнен дә аямай улар. Барлыҡ ғәмәлде “Ҡөрьән” ҡушҡанса башҡаралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир ҡанаты ат булыр... Өфөнән иртә ҡуҙғалғандай булһаҡ та, Яңы Яппарға килеп ингәндә, ауыл халҡы мал-тыуарын көтөүгә ҡыуып, ҡош-ҡортон тәрбиәләп бөтөрөп, урамда бер аҙға һиллек урынлашҡайны инде. “Һеҙҙең төбәккә юл төшөргә тора, район үҙәгенә килешләй үк һуғылып, күреп китербеҙ әле”,— тип Филүс Ғәлиуллинға алдан хәбәр иткәйнек. Шунлыҡтан, ят автомобилде шәйләп, ҡапҡа алдына сығып уҡ ҡаршы алды ул беҙҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлфис ҒАЯЗОВ: “Мәғарифтың үҫеше –дөйөм хәстәребеҙ” Белем биреү тармағы киләсәктең нигеҙен билдәләй. Ниндәй генә ауырлыҡтар тыуҙырмаһын, унда барған бөгөнгө реформаларҙың, үҙгәрештәрҙең аныҡ маҡсатҡа йүнәлтелгәнен, ыңғай һөҙөмтәне бурыс итеп алғанын халыҡ аңлай башланы кеүек. Тармаҡтың асыҡлығы, төрлө мәсьәләне хәл иткәндә йәмғиәттең фекеренә таяныу, ата-әсә менән тығыҙ бәйләнеш, һүҙ иреклеге белем биреүҙең, тәрбиәнең үҫеш юлында сағылыш тапмай ҡалмай. Республика мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВтың “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар менән аралашып тороуы ла
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптәр үҙебеҙҙең тауарҙы һайлай Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, атап әйткәндә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы контролдә тотоу буйынса эш төркөмө ағзалары, эш кабинеттарын ҡалдырып ҙур сауҙа селтәрҙәренә ҡараған магазиндарға юлланды. Уларҙың маҡсаты – ҡайһы бер сит илдәр тарафынан Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкцияларҙың баш ҡалалағы хаҡтарҙа сағылыш тапҡанмы-юҡмы икәнен тикшереү. Хәйер, депутаттар быға тиклем дә хаҡтарҙы ауыҙлыҡлауға күп көс һалған,
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моң ҡанаты – “Аманат” 1989 йылда, ҡапыл ҡалҡҡан йәйғорҙай балҡып, тәрән мәғәнәле «Аманат» исеме менән республикабыҙ тарихында беренсе тапҡыр ғәййәр башҡорт егеттәренән торған ансамбль барлыҡҡа килде. Уның ойоштороусыһы, етәксеһе – Өфөнөң 20-се мәктәбен тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡып йөрөгән Илдар Айрат улы Ғафаров. Ошо уҡ факультетта белем алған, шулай уҡ 20-се мәктәпте бөткән бер туған ҡустыһы Алмас әрменән ҡайтҡас, Илдар уға музыкаль төркөм төҙөргә ниәтен әйтеп кәңәшләшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 788 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп осто моң-йырҙар …90-сы йылдар башы. Илдә – үҙгәрештәр. Сәйәсәт өлкәһендә барған реформалар менән бер рәттән, халыҡ аңында ла яңы уйҙар, ынтылыштар, донъяға яңы ҡараш барлыҡҡа килә. Йәштәр мөхитендә Виктор Цойҙың “Мы ждем перемен!” тигән һүҙҙәре йышыраҡ яңғырай һәм нығыраҡ көскә эйә була башлай. Оло быуын, элекке ҡоролоштан арына алмай, билдәһеҙлек алдында бер аҙ ҡаушап ҡалһа, шул билдәһеҙлектең тәмен татырға теләгән йәштәр алға – яңы офоҡтарға табан ҡыйыу атларға әҙер була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәлләһәң, йәлләмә Ҡартлыҡ ғәләмәт ҡыҙыҡ икән ул. Үҙең ҡыл да ҡыбырҙата алмаһаң да, күңелеңдә йығылмай ҡалған ағастарҙы йығып, үтелмәгән юлдарҙы үтеп, донъяны теүәлләйһең. Был хаҡта элек уҡып, ишетеп белһәм дә, иғтибарҙы ныҡ бүлмәй торғайным.
Ә хәҙер, ғүмеремдең туҡһанынсы тупһаһына баҫҡас (быйыл миңә 82 йәш тулды), халыҡ араһында ҡайнарлыҡ элекке кеүек хәл ҡалмағас, исмаһам, йәштәрҙең ҡолағына бер аҙ кәңәш төшөрәйем тигәйнем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 512 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе уңған, үҙе һылыу... Һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы ул. Йылы һүҙен бер ҡасан да йәлләмәй: олоно — оло, кесене кесе итеп хөрмәтләй белә. Шуға ҡасандыр хеҙмәт юлын Балтас районының Иванай ауылында һатыусы булып башлаған Вәзирә Саҙретдинова район үҙәгендәге универмаг мөдире вазифаһына тиклем үрләй.
Вәзирә Фаҡай ҡыҙы — Балтас районының Шишмә ауылынан. Уның уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә таң ҡалырлыҡ. Тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, күп тапҡыр район Советы депутаты итеп һайланған.
Тормош иптәше Данис — ҡатынының ныҡлы терәге. Әле хаҡлы ялда булһалар ҙа, баҡса тултырып йәшелсә, еләк-емеш ултырталар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Ихаталары тулы сәскә, донъялары төҙөк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярты быуат бергә Уларҙың ике ҡатлы матур йорто әллә ҡайҙан күҙгә салына. Ихата тулы сәскә. Баҡсаларындағы еләк-емештең төрлөлөгө лә хайран ҡалдыра, хатта виноград та үҫә унда.
Өфө районының Зубов ауылындағы Тәлиғә менән Марат Кирәевтәрҙең татыу йәшәүенә тиҙҙән 50 йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә ниҙәр генә кисермәгәндәр! Ғүмеренең күп өлөшөн Баймаҡ районындағы “Ирәндек” колхозында намыҫлы эшләгән Марат Сөләймән улы хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 42 Алға
Бит башына