Өс көн буйы “Туймазы-Арена” балалар тауышынан гөрләп торҙо. Һигеҙ йәшлек малайҙар араһында район хакимиәте башлығы кубогына Бөтә Рәсәй асыҡ хоккей турниры уҙҙы унда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Халыҡ дошманы улына вазифа бирмәгеҙ!” Бөгөн тарих биттәре беҙгә дөрөҫлөк шаршауын бер аҙ асҡандай. Һүҙем – золом ҡорбандары тураһында. Уларҙың балаларына “халыҡ дошманы балаһы” тигән ҡара мөһөр һалынған, ғүмер буйы эҙәрлекләгәндәр. Был шанлы йылдарҙа халҡыбыҙҙың терәге булған белемле, уңған кешеләренә төрлөсә яла яғып, мөлкәтен тартып алғандар, үҙҙәрен йә атып үлтергәндәр, йә мәңгелеккә Себергә оҙатҡандар. Ошо исемлектә Ғафури районының Һабай ауылынан ике кеше бар. Беренсеһе — олатайым Мансур Мостафа улы Дауытов.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1012 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ еренең солтаны улар! Заманында районыбыҙҙың башҡорт ауылдары Юрматы олоҫоноң Тәтегәс түбәһенә ҡараған. Шуларҙың береһе – Оло (Иҫке) Сытырман – XVII быуатта барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Был ауылда 1713 йылда уҡ мәҙрәсә асылған. 1816 йылда Сытырмандан өс ғаилә Бала Сытырман ауылына нигеҙ һала.
...Ваҡыт тәгәрмәсе алға елә. Илебеҙҙәге һәр ауыл кеүек үк, Иҫке Сытырман да тарих һынауҙарын байтаҡ кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, уның халҡы элеккеләй ғорур, берҙәм йәшәй, тырышып эшләй, күмәкләп осрашып алырға ла ваҡыт таба. Мәҫәлән, күптән түгел ойошторолған сара, йәғни Солтанғоловтар нәҫеленең шәжәрә байрамы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Алдан урамдар таҙартылды, һәр кем йорт-ихатаһын йүнәтте. Солтанғоловтар өҫтәүенә үҙ иҫәбенә мәҙәниәт йортона косметик ремонт яһаны. Һөҙөмтәлә былай ҙа ҡупшы, йыйнаҡ ауыл тағы ла йәшәреп киткәндәй, яңы һулыш алғандай булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлдә Флүрәбеҙ бар... Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында Бөрйән районындағы көнкүреш хеҙмәте йорто гөрләп эшләп торҙо. Ике ҡатлы бинала төрлө кейем-һалым тегеү, сәс алдырыу, аяҡ кейемен ремонтлау, сәғәт, телевизор йүнәтеү, прокатҡа әйберҙәр биреү, фотоға төшөрөү, быйма баҫыу һәм башҡа бүлектәр булдырылды.
Баймаҡ ҡалаһындағы 39-сы һөнәрселек училищеһының тегенселәр бүлеген тамамлаған Флүрә Дауытова Бөрйән районына шул осорҙа эшкә ебәрелә. Бик тырыш һәм оҫта ханым үҙ эшен яратып башҡара, шуның арҡаһында тиҙ арала танылыу яулай. Күптәр кейем тектереү өсөн уға сиратҡа баҫа. 1977 йылда Флүрә Реваль Хәкимов атлы егет менән тормош ҡороп ебәрә. Ике ул үҫтерәләр. Көнкүреш комбинатының тегеү бүлегендә эшләгән Йәмилә Хужина, Фрида Үтәбаева, Тәнзилә Ҡәҙерғолова, Нәфисә Көҫәпҡолова, Зилә Сәйетбатталова, Флүрә Йәнсурина, Вәлиә Мәхмүтова, Асия Шаһивәлиева, Клара Мостафина, Мәрйәм Баязитовалар үҙ эшенең оҫтаһы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылайырҙар тыуған көн үткәрә Һуңғы осорҙа Йылайыр ауылының тыуған көнөн билдәләү районда матур йолаға әүерелде. Быйылғыһы ла иҫтә ҡалырлыҡ күркәм булды: көнө буйы үҙәк урамда йәрминкә барҙы, йыр-моң өҙөлмәне, спорт һөйөүселәр бәйгеләрҙе күҙәтеп кинәнде. 6 500 кеше йәшәгән 266 йәшлек тарихи ауыл икенсе һулышын кисерә бөгөн.
Үҙәк майҙандағы байрам тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин,
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ожмахта йәшәйбеҙ”, — ти Рафаэль ағай Ноғомановтарҙың ҡапҡаһын асып инеү менән гөл баҡсаһына юлығаһың. “Етмеш төрлө сәскә үҫтерәбеҙ ағайығыҙ менән, — ти хужабикә Вәсилә апай ҡәнәғәт төҫтә. — Иртән торам да, ошо аллы-гөллө баҡсаға бағып, кәйефемде күтәрәм. Үкенес, ҡышын бындай хозурлыҡ менән хушлашып торорға тура килә инде”.
Ғүмер буйы колхозда эшләп, өс бала үҫтереп, бәхетте тыуған мөхиттә тапҡан ветерандар әле лә баҡса тултырып йәшелсә ултырта, мал-тыуар тәрбиәләй һәм, әлбиттә, яратҡан шөғөлдәре — күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫтерә. Ауылда үткәрелгән конкурстарҙа Ноғомановтар ихатаһының беренсе урынды яулауы ғәжәп тә түгел. Эй, хәҙер иҫән-һау кешегә тормош көтөү ауырмы ни? — ти Рафаэль ағай. — Ожмахта йәшәйбеҙ ҙә баһа. Пенсияны өйгә килтереп бирәләр, улдарым хәл белешеп, ярҙамлашып тора. Урам һайын магазин, йәнең теләгәнде һатып ал. Медицина хеҙмәтләндереүенә лә дәғүә юҡ, Күҙәй табиптары өлгөрҙәр, йыш ҡына килгеләп, ярҙам күрһәтеп йөрөйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт Арабыҙҙа бер-береһенә ныҡлы терәк булып тормош һуҡмағынан үткән парҙарҙың йыш осрауы – ғәҙәти күренеш. Улар гөрләтеп донъя көтөүҙәре, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүҙәре менән бәхетле. Ауылдаштарының оло ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ ғаиләләрҙең береһе Әбйәлил районының Хәлил ауылында көн итә. Венера менән Закир Ниғмәтуллиндар күптән түгел тормош ҡороуҙарының 60 йыллығын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һис тә юҡҡа түгелдер Институтта уҡыған егет дуҫлашып йөрөгән һабаҡташ ҡыҙын ата-әсәһе һәм туғандары менән таныштырырға алып ҡайта. Теләктәре береккәненә баҫым яһап, өйләнешергә уйлауҙарын да әйтеп һала. Буласаҡ килендең урыҫ милләтенән булыуы егеттең өләсәһенә бигүк оҡшап етмәй. Яратҡан ейәненең яҙмышын ят бауыр менән бәйләргә йыйынғанын өнәмәгән әбей тураһын әйтә. Быға тиклем һүҙгә артыҡ ҡыҫылмаған ҡунаҡ ҡыҙының: “Мин башҡортса ла беләм”, – тип белдереүе оло кешегә аяҙ күктә йәшен атҡандай тәьҫир итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 591 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аға шишмә  сылтыр-сылтыр... Һыу – тормош сығанағы. Уның йәшәү көсө тураһында элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө легендалар ижад иткән. Бына алтынсы йыл инде Илеш районында шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Был сараларға ауыл хакимиәте генә түгел, халыҡ та ҙур теләк менән ҡушыла.
Бөгөн төбәктә 19 шишмә һәм ҡоҙоҡ төҙөкләндерелгән, киләсәктә был эште дауам итеү планлаштырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киндерлегә хәүеф янай Республикабыҙ мәмерйәләргә бай. Әммә, үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе үҙенең билдәле булыуҙары арҡаһында зыян күрә лә инде. Ошондай уҡ проблема бөтә Уралға танылған Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге Киндерле мәмерйәһен дә урап үтмәне.
Ғафури районындағы был тәбиғәт ҡомартҡыһын өйрәнеү тарихы уҙған быуаттың 70-се йылдарына барып тоташа. Заманында мәмерйәнең боҙлоғонда бер һунарсы ит һаҡлар була һәм ошо урынды спелеологтарға күрһәтеп бирә. Был хаҡта урындағы гәзиттә яҙылып сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына