Белянкаға түгел, Биләнгә ҡайтҡым килә... Быйылғы йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Иң мөһиме — уларҙың күбеһе тыуған яҡтарым менән бәйле. Май урталарында, мәҫәлән, Билән ауыл китапханаһында (мөдире — Асия Мөхәррәмова) «Между Азией и Европой» тигән китабымдың исем туйы үтте. Яҡташтарым менән осрашыу йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Тыуған яҡтарыма икенсе ҡайтыуҙың сәбәбе лә изге ине — Өпө (Өфө) йылғаһы буйы башҡорттары йыйынында ҡатнаштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙ яңғыҙ түгел, тиһәк тә… Стәрлетамаҡтағы инвалидтар эштәре буйынса координация советының сираттағы ултырышында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һаулығын хәстәрләү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу һәм буш ваҡыттарын ойоштороу мәсьәләһе хаҡында һүҙ барҙы.
Бөгөн ҡаланың медицина ойошмаларында 18 меңдән ашыу инвалид иҫәптә тора. Шуларҙың 1107-һе – балалар. Ғөмүмән, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҡала халҡының 6,6 процентын тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төп бурыс – халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү” Көҙгә ныҡлап аяҡ баҫтыҡ. Хужалыҡтарҙа уңыш йыйыу тамамланып, мал ҡышлатыу осорона әҙерлек бара. Һәр ҡайҙа эш ҡайнай. Йыл аҙағы яҡынлашҡанға күрә барлыҡ тармаҡтарҙа ла йылдамлыҡ, хеҙмәт сәме тойола. Район хакимиәте башлығы Александр АНДРЕЕВ менән әңгәмәбеҙ, ғөмүмән, баҡалыларҙың көнитмеше хаҡында.
— Александр Георгиевич, быйыл ауыл хужалығы тармағында ниндәй уңыштарға өлгәштегеҙ?
— Ауыл хужалығында иң табышлы тармаҡтарҙың береһе – малсылыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәфәр тәрән уйландырҙы Үҙҙәренә хас әүҙемлек һәм ихласлыҡ менән ҡаршы алды беҙҙе әбйәлилдәр. Осрашыу иртәнге сәғәт 10-ға билдәләнгәйне, шуға ҡарамаҫтан, халыҡ йыйылып өлгөргән. Залда ултырған “Ағинәйҙәр” клубы ағзаларының күбеһен шунда уҡ таныныҡ, улар тураһындағы мәҡәлә һәм фотолары гәзитебеҙҙә күптән түгел генә донъя күргәйне бит. Милли кейемдәге “Урал ҡыҙҙары” ансамбле ағзаларын күреп: “Әбйәлилдәр булһын да, шартына ла килтермәһен!” – тип һоҡланып ҡуйҙыҡ хатта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һарыҡ йөнө файҙалы Халҡыбыҙҙың тарихын тәрәндән белеү, уның нигеҙендә йәш быуынды тәрбиәләү, милләтебеҙҙең онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, йолаларын күрһәтеү буйынса районда матур башланғыс барлыҡҡа килде. Мәҙәниәт йылында һәр ауыл киләсәктә үҙенең милли бренды булырлыҡ боронғо йолаларҙы тергеҙеп, уны халыҡҡа таныта. Күптән түгел ергәндәр картуф ҡаҙыу йолаһын атҡарһа, мәмбәттәр һарыҡ йөнө ҡырҡыуҙы күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындай Орск – Башҡортостанға ут күрше Ырымбур өлкәһенең, 1735 йылда ҡәлғә булып нигеҙләнеп, бөгөн илебеҙҙә ныҡлы танылыу алған ҡалаһы. Ул халҡыбыҙҙың бихисап йырҙарында данланған Урал (тарихи исеме — Яйыҡ) ярҙарында, Ҡаҙағстан биләмәләренә терәлеп тиерлек урынлашҡан. Орск ике ҡитғала ята: Европа менән Азия араһында географик сик булып иҫәпләнгән йылға ҡаланы ла ике өлөшкә бүлә. Сәнәғәт күләме һәм халыҡ һаны буйынса Орск – Ырымбурҙан һуң өлкәлә икенсе.
Өс административ райондан тороп, биләгән майҙанының ҙурлығы менән (621,3 квадрат километрҙан ашыу) Рәсәйҙәге ун ҡала иҫәбендә. Бында 235 меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың 80 проценттан ашыуы – урыҫтар. Һан буйынса ҡаҙаҡ, татар һәм украиндар уртаса 3,7-нән 4,2-гә тиклем процент, немец һәм башҡорттар – 1,6-шар, мордвалар – бер, белорус һәм сыуаштар яртышар процент тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге ынтылыш менән йәшәйҙәр Юлдар торошо — илдәрҙең иҡтисади, мәҙәни һәм хатта сәйәси үҫешенең дә сағылышы, көҙгөһө ул. Ҡырмыҫҡалы аша республика әһәмиәтендәге Өфө — Магнитогорск, Өфө — Сибай юлдары үтә. Уларҙан көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы айырыуса ҙур файҙа күрә. Юлдарҙы йәшәү артерияһы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Президент программаһына ярашлы, һуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районында юл төҙөлөшө йылдам бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала халҡы — аҙыҡлы, ауылдыҡы аҡсалы булды Әбейҙәр сыуағының хозурлығы менән һоҡландырған был көндә дәртле йыр-моң үҙәк майҙанда оҙаҡ яңғырап торҙо. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн ойошторолған сираттағы көҙгө йәрминкә Нефтекамала бик йәнле үтте. Яңы ғына һуйылған итте, төрлө йәшелсә-емеш, башҡа ризыҡты ҡала халҡы бик теләп алды: кемдер көндәлек аҙыҡҡа килһә, бәғзеләр ҡышҡылыҡты ла ҡайғыртты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған илгә ҡайтыу — үҙе бер ҙур ваҡиға. Быйыл йәй Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү темаһына семинар үткәрҙе. Башта, тыуған яҡтарҙан саҡырыу килеп төшкәс, бер аҙ ҡаушап ҡалғайным, һуңынан тиҙ генә йыйынып, самолетҡа билет алып, ҡатыным Рәйлә менән Мәскәү аша Өфөгә остоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәҡәтһеҙ  хаким йәки  Волюнтаризм нимә ул? Ватаныбыҙҙың егерменсе быуаттағы тарихын тәфсирләп барыусылар был эшмәкәр тураһында бер-береһенә оторо торған фекерҙәр әйтә килә. Йәнәһе лә ул Сталин хакимлығы йылдарында тонсоҡтороп тотолған йәмғиәттең тынын иркенәйткән. Америка Ҡушма Штаттарын ҡыуып уҙып, донъя империализмының “атаһын танытырға” ниәтләнгән, ил менән идара итеү структураһын әүеш-тәүеш итеүҙән ялҡмаған. Ҡыҙыу баштан кешелекте ядро һуғышы хәленә еткергән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына