Әҙәбиәт донъяны биҙәй Был бүлектән яҙыусылар һис өҙөлмәй. Уҡыусылар көтөп алған художестволы әҫәрҙәр нәҡ ошонда баҫмаға әҙерләнә. Нәфис әҙәбиәт редакцияһы өс бүлектән тора: китаптар урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә сығарыла. Халыҡты, уҡыусыларҙы матур әҙәбиәт менән тәьмин итеү – редакцияның иғтибар үҙәгендә. Ваҡытлы матбуғатта донъя күргән ижад емештәрен уҡып барыу һәм һайлап алыу, халыҡҡа ниндәй әҫәрҙәр кәрәк, ниндәй китаптар һатыласаҡ – шуларҙы өйрәнеү ҙә төп эштәребеҙҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1283 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫмаларыбыҙҙы һәр ерҙә таныйҙар Китап кешене ғаләмдең хужаһы итә, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, ул – беҙҙең тормошта иң аҡыллы кәңәшсебеҙ. Нәҡ ошо тылсымлы баҫма һәр кешегә хеҙмәттә ярҙам итә, кешеләрҙе бәләнән ҡотҡара, тормошто танып белергә өйрәтә. Китап әҙәм балаһына һәр яҡлап үҫергә, аңын байытырға мөмкинлек бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешелектең иң бөйөк асыштарының һәм табыштарының береһе – китап. Ул тормошта икмәк менән бер ҡаптарҙа таралыр. Юҡҡамы ни “Кеше икмәк менән генә йәшәй” тиҙәр. Йәшәр өсөн матди ризыҡ менән бергә рухи аҙыҡ та мотлаҡ кәрәк. Ошо йәһәттән рухи аҙығыбыҙҙың береһе ул – китап. Берәгәйлеһе! Оҙон-оҙон һәм ғәйәт ҡатмарлы үҫеш юлы үтеп, беҙгә килеп еткән китаптың бөгөнгөһө, йәшәйешебеҙҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул кескәй балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем кәрәк. Ҡулына китап алмаған кеше юҡтыр донъяла. Әгәр ундайҙар бар икән, был Ер йөҙөндәге һирәктән-һирәк ғәйре тәбиғи күренеш: тимәк, китапһыҙ йәшәү кешенең йә тормош шарттарына, йә физик һәм аҡыл торошона бәйле булыуы ихтимал. Былары осраҡлы хәл генә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Mин янырмын  һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!” Ғүмер дуҫтар икән

— Кешеләр араһындағы аралашыуҙы халыҡ әллә нисәмә һүҙ менән исемләй: таныш, белеш, знакум, иптәш, дуҫ... Дауам итәйемме? “Ил хазинаһы — иҫке һүҙ, уның сырағы — иҫке дуҫ” тигән әйтем дә йөрөй. Тапалғаныраҡ тема булһа ла, дуҫлыҡ тураһындағы фекерҙе яңыртып алайыҡ әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
lЕр йөҙөндә иң боронғо китап булып Присс папирусы иҫәпләнә. Ул беҙҙең эраға тиклемге 3350 йылда яҙылған. Мысырҙың Фивы пирамидаһында табылған ҡомартҡы әле Париждың милли китапханаһында һаҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәреф уйлау, нәшриәттәр эшләү —
Кешелектең иң ҙур табышы.
Шунан кеше юлы билдәләнгән,
Был донъяның алға барышы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға
Электр сымдарын епшек ҡар йәбешеп өҙөү һөҙөмтәһендә райондың 23 ауылы утһыҙ ултырҙы. 18 октябрҙән 19-ына ҡарай төндә яуған ҡарлы ямғыр, көслө ел ағастарҙы ауҙарҙы. Уҙған тәүлектә яуым-төшөм октябрҙәге уртаса айлыҡ норманы тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте киләһе йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнөн билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡала Советында Өфөнө үҫтереүгә тос өлөш индергән граждандар бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡаланың Республика рус драма театры алдындағы майҙанда Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Алексей Клугка өр-яңы 44 автобустың асҡыстарын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына