Табиптар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙҙың алты табибы еңеү яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 815 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли асыл асҡан әҫәрҙәр Ошо көндәрҙә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған саралар үткәрелде. Әлбиттә, әҙип иҫән саҡта донъя яҙыусыларын үҙендә йыйыусы Кендектең тыуған яғы ла бындай тантаналарҙан ситтә ҡалманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 889 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғөрөф-ғәҙәт оҡшаш, ниәттәр уртаҡ Быйыл августа Венгрияның Бугац ҡасабаһы янында, Кишкуншаг милли паркында, төрки халыҡтарҙың V Оло ҡоролтайы уҙҙы. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолған был байрам ике йылға бер тапҡыр үткәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡлы-ҡаралы  яҙмыштың төҫө Элегерәк беҙ бындай кисәләрҙе үҙәк телевидение каналдарынан күргәнебеҙ бар ине. Фекерҙәштәр, дуҫтар, ижадсылар йыйылышып, сынаяҡ артында бенефис үткәрә. Хәҙер инде Мәскәүҙә лә уларҙың форматы үҙгәрҙе. Бына шундай яңы, заманса стилдәге аралашыу, моноспектакль формаһында үткәрҙе шағир Азамат Юлдашбаев үҙенең ижад кисәһен. Үҙебеҙҙә, Өфөлә, төнгө клубта...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡымыҙы, һыуы, һауаһы – йәнгә булыр дауаһы Иң гүзәл йылғаларыбыҙҙың береһе булған Дим буйында урынлашҡан был шифахана – Башҡортостанда йыл әйләнәһенә ҡымыҙ менән дауалаусы берҙән-бер һаулыҡ үҙәге. Күптән түгел уның биләмәһендә 80 йыллыҡ юбилейға арнап яңы аллея ултыртылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 929 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күстәнәстәре йыр-моңдан  һығылып тора Гәзитебеҙ иғлан иткән
“Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсына йәлеп итеү өсөн берәй өлгөлө, матур ғаилә менән таныштырығыҙ әле”, — тип үтенгәс, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә оҙаҡ уйланып торманылар – Низаметдиновтарҙы тәҡдим иттеләр. Икеһенең дә байтаҡ ваҡыт хаҡлы ялда икәнлеген ишеткәс, “йәшерәк ғаилә һәйбәтерәк булыр ине лә” тигән уй үтте баштан. Шулай ҙа ризалашып, өйҙәренә юл тоттоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш етә. Сирләмәҫкә ине... Ҡышҡы осорҙа сирҙәрҙән нисек һаҡланырға? Киҙеү эпидемияһы быйыл буласаҡмы? Эбола хәүефе беҙгә янаймы? Иң һау-сәләмәт граждандар Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә йәшәй?
Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева
“Берҙәм Рәсәй” сайтында халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Шуларҙың бер нисәһен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешелектең  рәхимһеҙ юлдашы Сабыйына прививка яһатмаған ата-әсәне аңлауы ауыр
Һәр замандың, һәр быуаттың — үҙ сире, үҙ зәхмәте. Сәсәк ауырыуы, трахома, тағун (чума), тиф, ваба (холера) кеүек йоғошло сирҙәрҙе кешелек еңеп сығыуға тағы ла рәхимһеҙерәктәре, мәкерлерәктәре ҡалҡып сығып тора. Улар рәтендә СПИД, ҡош киҙеүе, Эбола... Кеше йыш ҡына, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, үҙенең күҙгә күренмәгән хәүефле вирустар, микробтар араһында йәшәүен онота. Бәлки, шуғалыр ҙа сирләп китеп, тамам аяҡтан йығылмай тороп, сәләмәтлекте даими хәстәрләү хаҡында уйлап та ҡарамайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яһалма бөйөр” – Сибайҙа Сибай, Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге булыуҙан тыш, һаулыҡ һаҡлау буйынса алдынғы төбәккә лә әүерелә бара. Күптән түгел үҙәк дауаханала ошоға тиклем эшләгән гемодиализ бүлексәһе үҙгәртеп ҡоролғандан, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылғандан һуң ҡайтанан эш башланы. Уны асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, “Экома” йәмғиәте директоры Нәркәс Ғарифуллина, “Нефролайн” диализ селтәре вәкиле Василий Рощин һәм башҡалар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Микроген” ғилми-етештереү берекмәһендә терәк-хәрәкәт ағзаларында тән туҡымаһы тарҡалыу сирҙәрен дауалау өсөн препарат уйлап табылды. Предприятиеның Өфө филиалында етештерелгән яңы дарыу “Хондролон-про” тип атала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына