Аренда квартиры: посуточно или длительно?Многие туристы предпочитают гостинице квартиру, которая сдается посуточно. Спрос на такой вид аренды есть всегда. Если вы еще не сдавали свою квартиру посуточно, но такая идея вас посетила, вам необходимо знать, что это совершенно иная деятельность, чем длительная аренда. Нет, я не хочу вас пугать и отговаривать. Отличия:
// Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамғаланған хыял артынан Һәр кешене Хоҙай яратып бар итә. Күктәр, әйтерһең, һәр кемдең йөрәгенә хыял һала, зиһенен үткәндәр менән бәйләй һәм ҡатмарлы ла, серле лә, мауыҡтырғыс та тормош юлында аҙашмаҫ өсөн бәндәләренә тамғалар ебәреп тора. Ғүмерҙең ағышы, көндәлек ығы-зығы менән алданып, кемдәрҙер ул билдәләрҙе танымай ҙа башлай, икенселәр бөтөнләй күңел тәҙрәләренә илһам шаҡыуын ишетмәй, өсөнсөләр, йөрәк ауазын тыңлау – ул йомшаҡлыҡ, тип иҫәпләй.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1148 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йырым минең — йөрәгемдән  Осоп сыҡҡан шатлыҡ ҡошо...” Бөтә донъя әҙәбиәтендә күренеш булырлыҡ һүҙ даһийы Рәшит Назаровтың тыуыуына 70 йыл тулған был көндәрҙә алтынға бәрәбәр мөғжизәләрҙән торған ижады хаҡында тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп алыу артыҡ булмаҫ. Һоҡланғыс ижады инде тиҫтә йылдар элек раҫланған хәҡиҡәт. Уның хаҡында яҙылған мәҡәләләрем, бигерәк тә Рәшит әҫәрҙәренән тупланған айырым китаптарын, күләмле ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәрен донъяға сығарыу – быға асыҡ миҫал.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1151 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышын да һөт кәмемәй “Ашаған белмәй, тураған белә” тигән әйтем тап килә “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү буйынса директоры Евгений Пожидаевтың (һүрәттә) һүҙҙәренә. “Һуңғы йылдарҙа республикалағы һауа торошо үтә үҙенсәлекле, хатта техниканы уға ҡулайлаштырырға мәжбүрбеҙ”, – ти ул. Ысынлап та, бөгөн хужалыҡтың ҡәҙимге сәскестәрен ҡоролоҡ мәлендә яҡшы эшләй торғандарына алыштырып, яңы тракторҙар һатып алып, заман менән бергә атлаған көндәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аты барҙың – даны бар Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу, үрсетеү, яҡшы шарттарҙа тәрбиәләү маҡсатында эшләй республикабыҙҙың Өфө дәүләт йылҡысылыҡ заводы коллективы.
Төрлө хужалыҡтар буйлап таратылған ҡолонсаҡтарҙың хәл-торошо даими тикшерелә, тейешле ярҙам күрһәтелеп, үҫтереп алына. Хужалыҡта барлығы 345 баш мал, улар араһында юртаҡ, йөк, менге төрҙәге 100 айғыр иҫәпләнә. Һуңғы 10 ай һөҙөмтәләре буйынса, завод эшселәре 794 ҡолон алыуға өлгәшкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...” “Ҡаҙ ҡанаты” тигән моңло йыр хаҡында ишетеп-белмәүсе һирәктер. Ҙур табында нәзәкәтләп бешерелгән ҡаҙ итенән ауыҙ итмәгән кеше лә табылмаҫ, ай-һай. Һәр юҫыҡта ла лайыҡлы баһаланған тауар етештереүсе “Башҡорт ҡаҙы” предприятиелар төркөмө тап ошо йүнәлештә эшләй, юғары уңыштарға өлгәшә. Мәскәүҙә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә 10 көмөш миҙал яулауы – быға асыҡ миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алексеевка” тауарын  кем белмәй?! “Алексеевка” совхозы, Мәскәү ҡалаһында “Алтын көҙ” ХVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, бер алтын, өс көмөш миҙал яуланы.
Башҡортостандың иң ҙур агросәнәғәт предприятиеһы булараҡ, совхоз күп төрлө йәшелсә, ауыл хужалығы тауарҙары етештерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тоғролоҡҡа ант бирҙеләр Илебеҙҙә суд приставтары тураһында беренсе яҙмалар Рәсәй феодаль тарҡаулыҡ осоро документтарында осрай. XVI – XVII быуаттарҙа Рәсәйҙә берҙәм суд системаһы ойошторола. Тап ошо осорҙа суд приставтарының хоҡуҡи статусы аныҡ билдәләнә, ә уларҙың функциялары закон тарафынан нығытыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 607 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисәгең дә, бөгөнгөләй,
Күңелемә яҡын минең.
Мостай Кәрим.

Бөгөнгөләй, уның үткәне лә
Уйылып ҡалған Урал ташына...
Ҡурай осонан һыҙылып тамған моңо
Ал ҡан булып ташҡа яғылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1201 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хуш еҫле кәрәҙле бал Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланғыс күренеш, бөйөк шағир. Ул – башҡорт халҡының шиғри фекерләү ҡеүәһен юғары кимәлдә сағылдырған талант. Бындай ижадсы, билдәле, тиҙ өлгөрә, шиғриәт йондоҙона осоп ҡына түгел, атылып менә. Ер-Һыуҙы, тәбиғәтте, күк есемдәрен, кеше күңелен, тормошто — бөтә әйләнә-тирәне образдарҙа күҙәтеү, үҙенсәлекле фекерләү аша сағылдыра алыу маһирлығы уға, әлбиттә, тәбиғәт бүләк иткән илһам да, көс тә, яҙмыш та. Шағир быны үҙе лә яҡшы белгән, юҡҡа ғына бер шиғырында:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1203 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына