Бейергә лә, уҡырға ла ваҡыт табалар Дуҫтар табыуы еңел түгел, бигерәк тә ышаныслыларын. Ауыр саҡта терәк-таяныс һәм рухташ булырҙайҙарын. Әбйәлилдең “Урал ҡыҙҙары” ла, “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылып, иң яҡын фекерҙәштәр икәнлеген раҫланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илаһи көсө –  ишле ғаиләнән Сөйөмбикә менән Барый Нурғәлиндәр – ҙур ихтирамға лайыҡ кешеләр. Ғаилә башлығы заманында ауыр һуғыш юлдарын үтеп, орден-миҙал тағып ҡайтһа, ҡатыны – тыл ветераны, Герой әсә. Нурғәлиндәр ғаиләһендә ун бала үҫкән, барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Араларынан Хәлиҙә Барый ҡыҙы бөгөн – БДУ-ның Сибай институтында сит телдәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, профессор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанаттар бында нығый Һәләтте ваҡытында аса белеү мөһим. Малаяҙ ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары ошо хәҡиҡәткә таянып эш итә. Учреждение 1967 йылда асылған. Мәктәпкә уҡырға килергә теләгәндәрҙең йылдан-йыл күбәйеүенә бәйле яңы йүнәлештәр булдырыла, филиалдарға нигеҙ һалына. Янғантау, Арҡауыл ауылдарындағы бүлексәләр әле лә уңышлы эшләй.
Балалар сәнғәт мәктәбендә бөгөн 220 самаһы уҡыусы фортепиано, баян, ҡурай, саксофон, һуҡма музыка ҡоралдары, һынлы сәнғәт, хореография серҙәренә төшөнә. Бында ике оркестр ҙа ойошторолған. Мәктәптә эшен мөкиббән яратҡан юғары квалификациялы 16 уҡытыусы белем бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт һынауында ниндәй үҙгәрештәр бар? Октябрҙә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2015 йылда уҙасаҡ БДИ-ға әҙерлек кампанияһының башланыуы хаҡында иғлан итте. “Быйылғы кеүек үк, алдағы һынау ҙа асыҡ, ғәҙел үтергә тейеш”, – тине ведомство етәксеһе Сергей Кравцов. Мәғлүм булыуынса, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2015 йылда Берҙәм дәүләт имтиханында ниндәй үҙгәрештәр көтөлөүе хаҡында 1 сентябргә тиклем белешмә бирҙе,
Ком: 0 // Уҡынылар: 935 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡтарҙың теҙгене юҡ... Коммуналь хеҙмәттәрҙең һаман ҡиммәтләнә барыуы – беҙҙең илдә ғәҙәти күренеш. Инде бер хаҡҡа өйрәнеп кенә китһәң, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр кеүек, түләүҙәр йәнә күтәрелә. Быйыл 1 июлдән алып коммуналь хеҙмәттәр шаҡтай ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, эҫе һыуға сығымдар – 44, һыуыҡ һыуға – 42,5, ә йылытыуға 17,4 процентҡа артты. Хаҡтарҙы теҙгенләргә ваҡыт та бит...
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ ереңә хужа булырға ваҡыт! Пай ерҙәренә бәйле һорауҙар хәҙер күптәрҙе борсой. Берәүҙәр үҙенә ер бүленгәнен белә, ә уныһы дәүләт теркәүен үтмәгән. Ҡайһы берәүҙәр, тейешле ҡағыҙы булып та, әлеге мөлкәте менән ни эшләргә белмәй баш вата. Халыҡ уны-быны төшөнөп өлгөрмәгән саҡта, шул пайҙарҙы осһоҙға ғына һатып алып, байырға теләүселәр ҙә етерлек. Әйткәндәй, Башҡортостанда 350 меңдән ашыу кеше ер пайына эйә. Шуларҙың 28 меңе генә үҙ участкаһын ыҙанлап (межалап) хосусилаштырған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҙан тауышын  ишеттеләр, иншалла Был ауыл халҡынан көнләшмәү мөмкин түгел: тәбиғәттең матурлығы булһынмы, тормош көтөү өсөн шарттармы – һәммәһе лә услап бирелгән уларға. Юҡҡамы ни республиканың йөҙөн билдәләрҙәй әллә күпме шәхес тәрбиәләнгән бында! Әле ҡайһы бер ауылдарға юҡҡа сығыу янаһа, Смаҡтың тормошо элеккеләй гөрләй. Ауылда мәктәп тә, мәҙәниәт йорто ла бар, күмәк хужалыҡ эшләй. Иман йорто ғына юҡ ине, был бушлыҡ та тултырылды: “Сәғирә” мәсете асылды. Ауыл халҡы мәсетле булыу хаҡында күптән хыялланған. “Республиканың төрлө төбәгендә Аллаһ йорттары ҡалҡҡанда, беҙ һаман да аҙан тауышын ишетеү бәхетенә өлгәшә алмайбыҙ”, – тип әсенгән улар. Һөҙөмтәлә халыҡ күмәкләп мәсет төҙөргә ҡарар ҡылған. Ярҙам һорап, ауылдан сыҡҡан шәхестәргә лә мөрәжәғәт иткәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мираҫ” тарих тергеҙә Баш осондағы тыныс күкте мираҫ итеп ҡалдырған ветерандарҙы хөрмәтләп, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле 24 октябрҙә Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған миҙгелен асты. “Ветерандарҙы онотмайыҡ”, “ветерандарҙың сафы һирәгәйә”, тибеҙ. Тик ни күрәбеҙ?.. 9 Май байрамы һәм шул арала ғына ойошторолған осрашыуҙар, заказ буйынса ваҡытына тап килтереп йырланған йырҙар. Нисәмә йыл шулай дауам итә килә: тарихҡа күҙ йомола, батырҙар онотола...
Ком: 0 // Уҡынылар: 887 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәшәгеҙ гел бүләк булып...” Арабыҙҙан иртә киткән күренекле башҡорт шағиры, драматургы, прозаигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Тойғонов әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанрында әһәмиәтле мираҫ ҡалдырҙы. Ул 13 йыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары булды, ғүмеренең һуңғы йылдарында ошо ойошманың рәйесе вазифаһында әҙәби ижадты йәнләндереү йәһәтенән онотолмаҫ эштәр башҡарҙы.
Октябрь аҙағында, шағирҙың тыуған көнөндә,
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һиндә уҡымаһам, кем булыр инем?..” Етмеш йыллыҡ тарихы булған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Тырыш, фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанғандар уҡыу йортоноң да шөһрәтен арттыра. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң аяныслы хәлдә ҡалған ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кеүек ауыр, мөһим бурыстарҙы янып-көйөп атҡарған белгестәрҙең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Факил Хәкимов та заманында ошо уҡыу йортона килеп, ғилемле, алдынғы ҡарашлы, оло йөрәкле педагогтарҙан яҡшы белем, тәрбиә алыу бәхетенә өлгәштергән яҙмышына сикһеҙ рәхмәтле. “Аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән йылдарҙа 9-сы мәктәп-интернатҡа барып эләкмәһәм, кем булырымды күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын”, – ти туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған хеҙмәт ветераны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына