“Башҡорт йөрәге” тарих тергеҙә, сафландыра, рухландыра Өфөлә Президент грантына башҡорт бейеүе фестивале тамамланды
– Һис бер һүҙ ҙә әйтмәй,
Телмәр тотмай
Була икән тарих һөйләргә!
Фәйзи ағай, бейеү атын
Ҡулығыҙҙан килгән
Быуаттарҙан быуаттарға,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхеттең тулышҡан мәле Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеү барыһына ла тәтемәй шул: мыҡты кәүҙәле, сос егеттәрҙе генә алалар унда! Стәрлетамаҡ урамдарынан күкрәктәрен киреп атлаған моряк Фаатҡа ҡарап, барыһы ла шундай уйҙа һымаҡ. Тик отпускка ҡайтҡан егеттә маһайыуҙың әҫәре лә юҡ. Ҡапыл ғына ҡалалағы һырғалаҡ яғына боролоуы ла ирекһеҙҙән килеп сыҡты. Тауҙан шау-гөр килеп шыуған, уйнап-көлгән йәштәр араһында һөйкөмлө бер ҡыҙҙы күреү менән бөтә уйҙары тарҡалды ла ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдарҙағы “һуғыш”ты  кем туҡтатыр? Тәүге тапҡыр Өфө менән танышыуымды әле булһа хәтерләйем. V класта уҡығанда экскурсияға килгәйнек. Тик, ни сәбәптәндер, ул саҡта мине баш ҡаланың матурлығы ла, бейек-бейек йорттары ла, йәшеллеккә мансылған ял итеү урындары ла түгел, ә машиналарҙың күплеге хайран итте. Баш ҡалаға уҡырға килгәс, Өфө тормошона өйрәндем, күп нәмәне шулай кәрәк тип ҡабул итә башланым. Ләкин транспорт сараларының йылдан-йыл арта барыуы бала саҡта тыуған ғәжәпләнеүемде баҫманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетен Район хакимиәте башлығының һәр эш көнө уҙған осорҙа атҡарылырға тейешле сараларҙың үтәлеү-үтәлмәүен ҡарауҙан, бөгөнгә билдәләнгәндәрен тағы бер тапҡыр барлауҙан башлана. Өфөгә кәңәшмәгә саҡырылған йәки башҡа мөһим сәбәп тыуған осраҡта ғына аҙыраҡ үҙгәрә. Райондағы ведомство һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашҡан кәңәшмәгә, ғәҙәттә, дүшәмбе йыйылалар.
Йома көндө лә башлыҡ бүлмәһендәге ут күнегелгән ваҡытта, иртәнге сәғәт һигеҙ тулмаҫ элек ҡабынды. Зәйнулла Хәбибулла улының урынына ултырыуын ғына көткәндәр тиерһең – телефондарға “йән” инде. Береһен һалыуға икенсеһе “тел”гә килде. Тауыштар тынып торғанда үҙе лә бер нисә урынға шылтыратып өлгөрөргә ашыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 558 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ашҡаҙар таңдары” балҡышы Төпкөлдәрҙән ысын таланттарҙы эҙләп табыу маҡсатында ойошторолған “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамы 2006 йылда Стәрлетамаҡта башланғыс алғайны. 2008, 2011 йылдарҙа ла ул беҙҙең ҡалала гөрләп үтте. Мәҙәниәт йылында, ниһайәт, халыҡ көтөп алған рух, ҡот байрамы ҡалабыҙҙа йәнә тантана итте. Гала-концертҡа иң сағыу сығыштар һайлап алынды, бер концерт программаһына барыһын да һыйҙырып булмағанлыҡтан, улар ҡыҫҡартылып күрһәтелде. Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңелдән бирелмәгәндер, сөнки һәр коллектив үҙенсә эҙләнгән, сығышына ниндәй ҙә булһа яңылыҡ, үҙенсәлек индерергә тырышҡан.
Фестивалде йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар ҡартлығы өсөн хәүефләнмәй Израиль
Рәсәйҙән Израилгә күсеп килгән пенсионерҙар бында ҡартлыҡ буйынса пособие ала.
Был илдәге пенсия системаһын аңлатыу өсөн “пенсия” һәм “ҡартлыҡ буйынса пособие” төшөнсәләрен аңлау кәрәк. Ошоға ҡәҙәр бөтә граждандарға пенсия тәғәйенләнгән тип әйтеп булмай. Ә ҡартлыҡ буйынса пособиены 67 һәм 62 йәшкә еткән һәр кем ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ шағирынан  шәп бүләк Әбйәлил районында гәзит уҡыусылар менән осрашыу ваҡытында кемдер һәр райондың Өфөлә йәшәгән арҙаҡлы шәхестәре үҙ туғандарына һәм яҡташтарына гәзиткә яҙылып бүләк итһә ине тигән тәҡдим яһағайны. Был турала әсәйемдең бер туған ағаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа шылтыратып әйтеүем булды, апам (беҙҙең яҡта әсәйҙең ағаһын шулай тип йөрөтәләр) шунда уҡ минең тәҡдимде хупланы. Студент саҡта миңә күптәр кеүек китапханаларҙан кәрәкле әсбап эҙләп йөрөргә тура килмәне. Әҫәрҙәрҙе апаларҙың шәхси китапханаһынан алып уҡыным, Маһиҙә инәй эшләгән нәшриәттән яңы ғына баҫылып сыҡҡан китаптар ҡулыма килеп эләгә ине. Ә инде улар яҙҙырған гәзит-журналдың ниндәйе генә килмәй ине?! Аҙна һайын бүлмәлә йәшәүсе ҡыҙҙар өсөн матбуғат баҫмалары ташығанымды осрашҡанда әле лә хәтерләп алабыҙ.
Ғүмере буйы илем, халҡым, телем тип йәшәгән шағирҙың бөгөн дә үҙенең яратҡан гәзите өсөн янып-көйөүе аңлашыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 476 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ күңелле аҡһаҡал Быйылғы май иртәләренең береһендә фатирыбыҙҙа көтмәгәндә телефон шылтыраны. Трубканы алһам, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында йәшәп ятҡан, хәҙер инде өлкән йәштәге Сөнәғәт Яҡупов олатайҙың тауышын ишетәм.
— Рәшит туған, “Башҡорт халҡының тарихы” тигән ете томлыҡ ғилми хеҙмәт сыҡҡан икән, шуны алдырмаҡсы инем. Беҙҙең өсөн шунан да ҡәҙерлерәк тағы нимә бар инде! Ҡайҙа һатыла икән, шуны хәбәр ит әле, хаҡын да белеш, — тине ағай. — Берәй “ГАЗель” машинаһын яллап, Урал улымды ебәреп алдырыр инем. Бер айлыҡ пенсия аҡсаһы етер әле. Улымдың алтмышы тула, пенсия йәшенә етте. Ваҡыты бар...
Ком: 0 // Уҡынылар: 434 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү йәме — татыулыҡта Ошо көндәрҙә Белорет районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 50 һәм 60 йыл татыу ғүмер иткән 16 парҙы хөрмәтләү тантанаһы үтте. Үҙенсәлекле сарала тормош юбилярҙарының балалары, яҡындары ҡатнашты. Күпте күргән, донъяның әсе-сөсөһөн татыған ололарҙың йөҙөндә тулҡынланыу сағыла. Шулай булмай ни! 50 йәки 60 йылдан һуң тағы ла ЗАГС-ҡа кил әле!
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу Яңы Таулар ауылында йәшәүсе Ғабдрахмановтар менән яҡындан аралашҡас, яҡты донъянан иртәрәк киткән ғаилә башлығының ғына түгел, хужабикәнең хеҙмәт кенәгәһендә лә бары тик бер яҙыу булыуы асыҡланды. Халҡыбыҙҙың “Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән әйтеме тап ошо ғаилә тураһында тиерһең. Ысын мәғәнәһендә “ер улы” булған Фәрих ағайҙың “Почет Билдәһе” орденын,
Ком: 0 // Уҡынылар: 877 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына