Тышауҙы атҡа ғына кейҙермәйҙәр.. Тышауҙы һәр кем белә. Ғәҙәттә, аттарҙы алыҫҡа олаҡмаһын, баҫыуға төшөп, ашлыҡты исрафламаһын тип тышаулайҙар. Әммә ҡайһы ваҡыт әҙәм балаларына ла шундай ғәләмәт ҡуялар икән.Был хәл Шаран районында була. 42 йәшлек Вячеслав Попов менән Михаил Лебедевтың баҫһа — баҡыр, типһә тимер өҙөрҙәй сағы. Халыҡ әйтмешләй, аҫау айғыр кеүек ни эшләргә белмәй үрәпсеп торған саҡтары. Шулай булғас, нисек инде өйҙә әҙерҙе генә ашап, түбәгә серт төкөрөп ятмаҡ кәрәк!
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғжизә төрмәнән ҡотҡарҙы Дәүләт Думаһының “Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 20 йыл тулыу айҡанлы амнистия иғлан итеү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, күптәр иреккә сығарылды, ә бәғзеләр хөкөм эскәмйәһенән үк азат ителде. Аймылышҡан бәндәләр яҙмышына төшкән был бүләкте дөрөҫ аңлармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төн тимәй, көн тимәй  тәртип һағында торалар Алдан яҡын танышлыҡ булмағас, һөйләшеү ҡыйыныраҡ булыр инде... “Енәйәт тикшереү бүлеге етәксеһе Илвир Сәғитов” тигән яҙыулы ишекте шундайыраҡ шик менән асып индем. Кем икәнлегемде һәм сәфәремдең сәбәбен әйтеүгә, бүлмә хужаһының йөҙөн ихлас йылмайыу яҡтыртты. Бер нисә минуттан әңгәмәсем менән тулыһынса уртаҡ тел таптыҡ. Тәжрибәле оператив хеҙмәткәр бер үк ваҡытта итәғәтле тыңлаусы ла, фекерҙәрен матур итеп һөйләүсе лә булып сыҡты...
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Болоттар”ҙа күңел  болоттары таралды Юғары даирә кешеләре йыр йырлаһа йә шиғыр һөйләһә, нисектер сәйер ҡабул итеп күнеккәнбеҙ шикелле. Беҙҙең өсөн улар ҡырыҫ, уҫал ҡарашлы, һәр һүҙен үлсәп һөйләгән түрә ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫа.
Ә бына Өфөләге “Болоттар” (“Облака”) хәҙерге сәнғәт үҙәгенә килгән халыҡтың: “Улар ҙа беҙҙең һымаҡ кешеләр ҙә баһа! Мөхәббәт утында яныу,
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡатын-ҡыҙ үҙен яратырға тейеш” Тормошо – маҡсатына, исеме есеменә тап килгән кешеләр менән йылдың ниндәй генә миҙгелендә осрашма, уларҙан яҡты нур, һөйөү бөркөлә. Алға ҙур өмөттәр бағлап, минут-сәғәттәрҙе тулыһынса файҙаланып, бәрәкәтле итеп үткәрә ундайҙар һәр яңы көндө. Рәсәй кимәлендәге гүзәллек бәйгеләрендә ҡатнашҡан башҡорт һылыуы Эльвира ИШМОРАТОВА, эш көнө аҙағында осрашыуыбыҙға ҡарамай, тормошо, маҡсаттары менән ихлас уртаҡлашты.– Өфө ҡалаһында үҫһәң дә, тамырҙарың Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә барып тоташа, шулай бит?
– Эйе, атайым – Бөрйән, әсәйем Хәйбулла районынан. 1985 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуғанмын, әммә ғаиләбеҙ унда өс ай ғына йәшәгәс, Өфөгә күсеп килгән. Ҡала ҡыҙы булһам да, йәмле Талҡаҫ буйҙарын, тыуған яҡ тәбиғәтен ныҡ яратам, мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡайтып килергә тырышам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 929 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шайтан бармы?Ҡарап торһаң, шайтандар, мамонттар кеүек үк, үлеп бөттө шикелле. Ниңә тиһәң, беҙ бәләкәй саҡта бисура, пәрейҙәр тураһында һүҙ күп була торғайны, кем ишеткән, кем үҙе күргән, кемде йоҡлатмай интектергәндәр. Ә хәҙер бындай имеш-мимеш тынып ҡалды, шайтандарға алмашҡа сит планета кешеләре килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 660 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнделәр:
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа ауылынан Мәҙинә, 11 июлдә “Башҡортостан”дың тиҙ ярҙамына шылтыратып, урында араҡы эсеүгә, тәмәке тартыуға ҡағылышлы закондарҙың үтәлмәүе, мәктәп янында көйрәтеүҙәре, унда һыра ла һатыуҙары, ауыл Советына мөрәжәғәт итеүҙән бер ниндәй фәтүә булмауы хаҡында хәбәр иткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алпамыша” үҫмерҙәр спорт клубында тәрбиәләнеүселәр өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн Көҙөй йорт-интернатында булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелгә май булып яғылған хәбәрҙе ишетеп ҡыуандыҡ: Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында үткән VII Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижадының “Йәйғор” фестиваль-конкурсында Мәләүез районынан “Көнгәк” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран-при яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына